

Уларҙың балалары нишләптер булманы, икәүҙән-икәү рәхәтләнеп йәшәй бирҙеләр.
Бала урынына ике тутыйғош һәм ныҡ яратҡан бесәйҙәре бар ине. Мин шуларҙы ҡарап, ашатып-нитеп торорға тейеш, йәнәһе. Улар китеү менән, башта тиҫтерҙәремде йыйып, ике-өс көн өйҙөң аҫтын-өҫкә килтергәнсе аулаҡ ойоштороп алдым. Бер нисә көн үткәс ҡараһам, ашарға бер нәмә лә юҡ. Шул ваҡыт апайымдың аш-һыуға тотонорға тип ҡалдырған аҡсаһы иҫемә килеп төштө. Улары ла тиҙ арала елгә осҡандай булды ла ҡуйҙы. Һыуытҡыс буп-буш.
Апайымдың тутыйғошҡа ашатырға тигән ярмаһын да бешереп ашап бөттөм. Бесәйгә тигән ҡалдыҡ-боҫтоҡ иттән дә елдәр иҫкәйне. Бесәй өйҙә тороп ҡалған берҙән-бер нәмә – тоҙло ҡыярҙы ашай башланы. Ә тутыйғоштар – бахырҙар – өҫтәлдә унда-бында һибелеп ҡалған валсыҡты сүпләргә өйрәнде. Ябығыуҙан йөндәре ҡойолоп, йолҡонған тауыҡҡа оҡшап ҡалдылар. Ялтырап торған йөндәре тырпайып ҡойолоп бөттө.
Өй хужалары ҡайтыуға ла иҫәпле генә көндәр ҡалды. Улар ҡайтыр алдынан ғына иҙәнде ялтыратып йыуып, өйҙө йыйыштырып алдым.
Ҡайттылар. Өй хужаһы бесәйен күргәс, саҡ һуштан яҙманы:
– Бәй, минең Мыяубикәм тоҙло ҡыяр ашап ултыра түгелме?!
– Эйе шул, мин дә аптыраным, әллә берәй витамин-фәлән етмәйме икән?
Өй хужаһы Мыяубикәһен ҡосаҡлап алды. Уныһы шул хәтле шатланды, хужабикәһенең ҡулдарын ялай-ялай иркәләнде.
Аш бүлмәһенә ингән апайым тутыйғоштарына ҡарап-ҡарап торҙо ла күҙ йәштәрен һөртөп алды.
– Ә тутыйғоштар ниңә шул хәтле ябыҡҡан, йонсоған?
– Улар һеҙҙе шул хәтле һағынды, хатта биргән аҙыҡты ла ашаманылар.
Тутыйғоштар иһә хужабикәне күргәс, мине әрләгәндәй: “Ду-рак, ду-рак”, – тип ҡабатланы ла ҡабатланы. Ярай әле, артығын әйтеп ысҡындырманылар.
Апайым менән еҙнәм башҡаса миңә фатирҙарын ҡалдырманы.
Л. ШАЯНОВ