

– Нимә кәрәк уларға?! – тине ул, ярһып. – Тауыҡ баштар! Ҡулдарынан бер нәмә килмәй бит уларҙың! Йә, шуларға ышанып бала уҡыт, бала тәрбиәлә инде! Саҡыралар, тиһең инде. Ярар, барырбыҙ. Һөйләшербеҙ, күрерһегеҙ, минең алда нисегерәк йырларҙар икән!...
Иртәгеһен уҡытыусылар бүлмәһенә барып ингәндә унда өс-дүрт ҡатын-ҡыҙ, ике ир-ат бик күңелле әңгәмә алып бара ине. Күрәһең, берәйһе мәрәкә һөйләгән, бөтәһенең дә ауыҙҙары йырылған, ә бер ҡатын тыйыла алмай көлә.
– Етте, үлтерәһең бит, Сәғит! – тине уныһы, саҡ тыйылып, күҙ-баштарын ҡулъяулығы менән һөрткөләп. – Ҡайтҡас, иремә һөйләп, уның да һынын ҡатырайым әле…
Ишектән Ләлә күренеүгә, уҡытыусылар тыйылып, һағайып ҡалды. Тауыш-тынһыҙ, шаҡып та тормаҫтан килеп ингән ҡатындың үтә етди, уҫал йөҙөн күргәс, ҡайһы берҙәре, урынынан ҡуҙғалып, пальтоһына үрелде, ҡайтыу яғын самаланы. Әлеге тәгәрәп йөрөп көлгән уҡытыусы ғына Ләләне шунда уҡ танып алды.
– Һаумыһығыҙ, һеҙ Булаттың әсәһе булаһығыҙ, шулай бит? – тине ул асыҡ йөҙ менән.
Ләлә, йыуан кәүҙәһен уға боробораҡ ҡуйҙы ла, мыҫҡыллы ғына ҡараш ташлап:
– Һеҙ саҡырҙығыҙмы?! – тип һораны ла, тәҡдим иткәнде лә көтмәй, лап итеп ултырғысҡа барып ултырҙы.
– Эйе, – тине Булат уҡыған алтынсы класс етәксеһе, математика уҡытыусыһы Мәрйәм Хәлитовна, – мин саҡырттым, юҡһа, мәктәпте, малайығыҙҙы бөтөнләй оноттоғоҙ. Ул бит хәҙер йүнләп уҡымай…
– Нисек уҡымаһын, ти. Уҡый! Был дөрөҫ түгел! Яңыраҡ ҡына мин уның дәфтәрҙәрен асып ниҙер яҙып ултырғанын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. – Ләлә яурындарын күтәреп ҡуйҙы. – Уҡый, бала тырыша.
– Тырышмай шул, әҙ уҡый.
– Әлбиттә, ул нисек уҡыһын, һеҙ уға шундай ҡатмарлы задачалар бирәһегеҙ, хатта бына мин, математиканы яҡшы белгән һатыусы кеше, уларҙы сисергә башым етмәй. Бала үтә йонсомаһын тип, бер ваҡыт берәүһен үҙем решать итеп ҡарағайным, ҡайҙа ул – непостижимый! Задача для профессоров…
– Беҙҙә бөтәһе өсөн бер программа, бер талап.
– Вот, вот, шул-шул, бер программа! Хәҙерге ваҡытта шулай булырға тейешлеме ни инде?! Юҡ, хәҙер һәр бала самостоятельно уҡырға тейеш. Прошли те времена, уны оноттоғоҙ! Программа, имеш! Кәрәге бар ине! Самостоятельность – бына хәҙер требование! Һеҙ миңә…
Мәрйәм Хәлитовна, ҡыҙа барған ҡатынды бер ни тиклем туҡтатырға тырышып, малайҙың тәртибе хаҡында ла әйтеп ҡарарға булды.
– Ул бит үҙен насар тота, – тине ул тыныс ҡына.
– Йә, нимә эшләгән ул, нимә эшләгән?! Тәҙрә ватҡанмы, йә булмаһа дәрестән ҡасамы?! Вот тебе на! Быныһына ла мин ғәйеплеме? Юҡ, үҙегеҙҙең ғәйепте миңә таҡмағыҙ! – Ләлә урынынан ырғып торҙо ла һүҙҙәрен автоматтай ата башланы. – Бына һиңә, как говорят әле… ауыртмаҫ башҡа – тимер таяҡ, үҙ ғәйептәрен миңә ябалар! Ул мәктәпкә китәме – китә! Ҡайҙа йөрөй – уныһы инде һеҙҙең проблема!.. Мин уны һеҙгә тапшырғанмын! Дәрестән китә, имеш, ә ниңә китә, значит воспитаниегеҙ, белем биреүегеҙ шулай, бала йүнле ерҙән ҡасып китмәй.
– Эйе, ғәйеп беҙҙә лә, һеҙҙә лә бар, шуға ла һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк.
– Нет уж, һеҙ бында, йыйылышып, хихылдашып ултыраһығыҙ, мин һеҙгә помогать должна, да! Нисегерәк рәхәт йәшәрҙәр ине! Улар хихай ҙа михай-хай, ә бала страдать итһен! Быға мин түҙеп тора алмайым! Хәҙер үк директорығыҙға инәм!...
Мәрйәм Хәлитовна, аптырауҙан, баш һелкеп торҙо ла:
– Тәрбиәне былай аңлаһаҡ, балағыҙ бөтөнләй юлдан яҙыуы мөмкин, – тине тыныс, әммә ҡәтғи тауыш менән.
– Из-за вас! – тип ҡысҡырҙы Ләлә ҡалтыранған тауыш менән. – Бала ысынлап та юлдан яҙмаһын өсөн мин һеҙҙең менән көрәшергә тейешмен! Күрерһегеҙ, аңларһығыҙ, кем истинный воспитатель, ә кем – тауыҡ баш!..
Ләлә, уҡытыусылар ишеген шартлатып ябып сыҡты ла: «Нимә һөйләй тауыҡ баш!» – тип һөйләнә-һөйләнә район үҙәгенең ҙур универмагына табан юл тотто.