-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Коммуняктар

Ҡәбәхәт коммуняктар! Беҙ уларҙан бер нәмә лә һора­маныҡ, ә улар беҙҙең өсөн ба­рыһын да эшләне: шифаханалар, дауаханалар, балалар баҡсалары… Донъяла иң яҡшы белем.

Коммуняктар
Коммуняктар

Күҙ алдына килтерә­һегеҙме, түләүһеҙ уҡырға, түләүһеҙ дауаланырға мәжбүр иттеләр! Әҙәм аҡтыҡтары! Түләүле отпускыға ебәрҙеләр! Ә һигеҙ сәғәтлек эш көнө, был бит ҡырағайлыҡ! Пенсияға сығыу менән лайыҡлы тормош, ейән-ейәнсәрҙе уҙындырырға мөмкин. Шуға барып еттеләр, эш көнөн 5 – 6 сәғәткә ҡалды­рырға маташтылар. Пенсияға ҡатын-ҡыҙҙарҙы 45 йәштән, ир-аттарҙы 50-нән ҡыумаҡсы булдылар! Йыртҡыстар! Ярай әле, өлгөрмәнеләр!
Ә профкомда ташламалы һәм түләүһеҙ путевкаларҙы алырға нисек өгөтләнеләр. Был әтрәгәләмдәр беҙҙе тағы ла спорт менән шөғөлләнергә мәжбүр итте, туристик походтар һәм ГТО менән интек­терҙеләр! Ихаталарҙа хоккей майҙансыҡтары һалдырҙылар, йәштәргә кистәрен сәкән һу­ғыуҙан башҡа эш тә ҡалманы!
Коммунистар кешеләрҙе мыҫҡыл итте! Бушҡа фатир өләштеләр, ләкин стеналар­ҙағы обойҙарҙың төҫөн бер кем дә яратманы. Аҡтарып, үҙебеҙгә йәбештерергә тура килде. Барыһы ла кешегә ҡар­шы йүнәлтелгәйне. Әлеге кеүек түгел инде… Аллаһыға шө­көр, обой йәбештереүҙән ҡотолдоҡ!
Коммуняктарҙың битһеҙ булыуы ғына етмәгән, өҫ­тәүенә, ваҡсыл да инеләр. Студент билеты менән самолетта Мәскәүгә осҡаным­ды хәтерләйем. Ни бары 10 һумға!
Улар үҙҙәренең ҡорот­ҡослоҡ эшмәкәрлеген бик аҫтыртын алып барҙы. Пас­портһыҙ илдең икенсе башына китәһең, берәй милиционер бәйләнһәсе! Бер кем дә документ таптырманы! Ниңәлер террорсылар ҙа юҡ ине. Күрәһең, уларға бындай иректә диверсия ойоштороу ҡыҙыҡ булмағандыр.
Әшәке коммуняктар бына нәмә эшләне: теләһә ҡайһы ҡалаға киләһең, бер ниндәй проблемаһыҙ эшкә урын­ла­шаһың. Астан да аяҡ һу­ҙ­майһың. Өҫтәүенә, оятһыҙ­ҙар предприятиенан түләү­һеҙ фатир бирҙе. Коман­дировкаға йөрөүселәр ашханала туҡланырға талон алды. Ҡунаҡхана. Барыһы ла бушҡа. Хөкүмәт иҫәбенә.
Аңламайым мин был ко­м­муняктарҙы! Ҡыҫҡаһы, хә­шәрәт улар!

И. ШАҺИБӘКОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: