+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ике ҡатын һәм бер ир

Проспект буйлап һары сәсле ике ҡатын-ҡыҙ бер үк төрлө джипта елдерә. Береһе телефондан һөйләшеп барғанда икен­сеһен төкөй, тормозға баҫып өлгөрмәй.

Ике ҡатын һәм бер ир
Ике ҡатын һәм бер ир

Машиналарынан сығалар – икеһе лә һылыу, бер ҡалаҡ һыуға һалып йоторлоҡ. Телефондан һөйләшкәне, асылда юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйеп­леһе, трубкаға ҡысҡыра:
– Ҡәҙерлем, беҙ бында үбеш­тек. Машиналар менән. Уның машинаһы ла минеке кеүек. Һин ҡысҡырма, бында кил, тиҙ бул, үҙең күрерһең…
Уның янына икенсеһе килеп баҫа:
– Һин мине егетең менән ҡурҡытма! Мин дә төшөп ҡал­ғандарҙан түгел. Хәҙер минеке лә килеп етә.
Ул сумкаһынан ошондай уҡ телефон алып егетенә шылты­ратырға тырыша. Тегеһе трубканы алмай. Ике ҡатын үҙ-ара әрләшергә тотона:
– Хәҙер минеке килеп етә – асыҡларбыҙ!
– Шулай булмай ҙа ни?... Тоташа ғына алмайым, хәҙер минеке лә бында буласаҡ!
Ҙу-у-ур джип килеп туҡтай. Унан бәһлеүән кәүҙәле ир-егет сыға. Уны күргәс, ҡатындар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә тәтел­дәргә тотона:
– Николаша! Уны, иҫәрҙе, ҡара әле…
– Коля! Һин бында нисек килеп сыҡтың? Мин бит һиңә биш минут буйы шылтыратам, трубканы алмайһың!
Шунан улар бер-береһенә, Коляға, автомобилдәргә, ҡулда­рындағы телефондарға ҡарай…
Коля иһә ауыҙын асып ҡатып ҡала…

Р. ФАЗЛЕТДИНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: