+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Айыҡ ауыл мәҙәктәре

Ислам дине ҡанундарына тоғро булып, күршеләге айыҡ ауылда йәшәгән бер ырыу­ҙашым шундағы бе­лешенә хәл белешергә инһә, тегеләре байрам итеп ултыра икән. Знакумы белешенең ки­леүенә эй шатланған, ти.

Айыҡ ауыл мәҙәктәре
Айыҡ ауыл мәҙәктәре

Яҡ­ташым, киреһенсә, өҫтәлдәге хәрәм ризыҡты күреп, йөҙөн сирып ҡуйған. Етмәһә, знакумы ҡунағын ай-вайына ҡуймай, бар ихласлығын һалып, табын­ға төптән ултыртҡан да, рюм­каға зәм-зәм һыуын тултыра ҡойоп:
– Ай да знаком, пей до дна, – тип ҡыҫтағас, яҡташым ике ҡу­лын алға ҡуйып:
– Нит, нит, нильзә, сейшас – ураза, бальшуй грих! – тип башы-тырнағы менән ҡаршы торған.
– Понимаю, – знакум, иптәше менән сәкәштереп, рюмканы түңкәреп тә ҡуйған. Йәнә бушаған һауыттарҙы тултырып, ырыуҙашымды эсергә өгөтләй икән, ә тегеһе:
– Никәк нильзә, ураза бит, – тип, үҙ һүҙен бирмәй, табын түрендә ултыра биреүен белә. Таныш-белештәренең ҡылт-ҡылт иткән тамаҡтарына ҡарап, һиҙҙермәҫкә тырышып, төкө­рөктәрен йотоп-йотоп та ала икән был. Өсөнсө тапҡыр рюмка тулып, тағы инәлгәстәр, ырыу­ҙашым түҙмәй:
– Эй-й -й, черт с ним с уразой, – тип рюмканы бушатып та ҡуйған, ти. Шул мәл ишек ар­тында йәшенеп торған ауылдашы:
– Аҡай ураҙалы булһа ла, хәрәм ризыҡтан ауыҙ итте, хә­ҙер сират минеке, – тимәһен­ме.
Урам күҙһеҙ булмаҫ, урман ҡолаҡһыҙ булмаҫ… Һы, иҫ­кермәй икән әлеге мәҡәл.
***
Белеме бар, тип яҡташыма район үҙәгенән эш тәҡдим иткәстәр, ауылдағы донъяһын һатырға була. Алыусыһы ла тиҙ табыла, яҡшы ғына итеп яңы хужа менән алыш-биреште йыуалар. Иртәгеһенә икәүһенең дә башы зеңкей, ни эшләргә? Өйҙө һатып алыусы:
– Әйҙә, миңә ҡоҙоҡ кәрәкмәй, шуны һатайыҡ, – тигән тәҡдим яһай.
Яҡынлата сельпола эшләгән ауылдашына баралар.
– Ағай, һинең ҡоҙоғоң юҡ, ҡыйбат һорамайбыҙ, бер литр­ға ғына ал инде? – тип үтенә­ләр.
Гел «юҡ та юҡ» тип һәр тинен шутлап йөрөгән сауҙа әһеле, эстән генә ауылдаштарын отасағына шатланып, риза була ла ҡуя.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, килешеп бер литрҙы елгәрә былар.
Аҙаҡ һатылған ҡоҙоҡто ҡа­рап, һыуҙың тәмлелеген бел­гәс, һатып алыусы:
– Һы, был ҡоҙоҡто нисек алып ҡайтырмын икән? – тип уйға ҡала.
Бушҡамы ни: «Хәрәмдән кил­гән аттан хәләлдән килгән әтәс яҡшы», – тимәгәндәр.

Илдар ИСЛАМОВ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: