-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Биш йөҙлөк

(Элеккене иҫкә төшөрөп...) Беҙгә яңы сканер алдылар. Төҫлө. Күптән хыяллана инек. Шатлығыбыҙҙан тү­бәбеҙ күккә тейҙе. Оҙон-оҙаҡ­ҡа һуҙмай эшләтеп ҡараныҡ. Кемдең башына килгәндер, иҫтә ҡалмаған, биш йөҙлөктө баҫтырып алдыҡ.

Биш йөҙлөк
Биш йөҙлөк

Ныҡлабыраҡ ҡарамаһаң, ысынынан һис тә айырылмай. Ул осорҙа, хәте­ре­геҙҙә булһа, әлеге һымаҡ меңлектәр, биш меңлектәр тураһында әйтеп тә тормайым, юҡ ине әле. Кәли, хеҙмәттә­шемде шулай тип атайыҡ, уны ҡыҙыҡ күреп, өҫтәлендәге быяла аҫтына һалып ҡуйҙы. Бер нисә көндән уның янына беҙҙең икенсе бер хеҙмәткәр, әйтәйек, Вәли инде. Уға аҡса ныҡ оҡшаны, инәлеп-ялбарып тигәндәй һорап алды. Өйөндә алғы бүлмәләге көҙгө өҫтөнә ҡуйған.
Кәли, Вәли һәм ялған аҡса­ны саҡ ҡына онотоп тороп, тағы ла бер персонаж – Ғәли менән танышайыҡ.
Ғәли менән Вәли – күрше­ләр. Ғәли йыш ҡына унан күп­мелер ваҡытҡа аҡса һорап торған. Ғәли төшөрөргә ярат­һа ла, Вәли, башҡа күршеләре һымаҡ уҡ, уның үтенесен кире ҡаҡмаған, сөнки Ғәли һүҙендә торған. Әгәр бер йылдан ҡай­тарам, ти икән – тәғәйен­ләнгән ваҡытҡа ҡайтарған. Әгәр бер сәғәттән, ти икән – ҡулығыҙға секундомер ала алаһығыҙ, Ғәли бер секундҡа ла һуңла­маясаҡ.
Ул көндө Ғәли иртүк инә.
– Йөҙ тәңкә биреп тор әле, төштән һуң ҡайтарырмын.
Вәли кеҫәһенә тығыла, лә­кин кредит карточкаһынан башҡа хатта унлыҡ та таба алмай.
– Ғәли, миндә юҡ.
Ғәҙәттә, бындай осраҡтарҙа Ғәли әллә ни көйәләнмәй: «Юҡ икән, юҡҡа суд та юҡ, икенсе күршенең ишеген ҡағабыҙ, кемдең аҡсаһы бар, буш сы­ғар­маясаҡ». (Һүҙендә торға­нын хәтерләгеҙ.) Был юлы ул ни өсөндөр китергә ашыҡмай.
– Вәли, һин мине беләһең бит. Төштән һуң бирәм, тип әйткәнмен икән, төштән һуң аҡсаң ҡулыңда булыр.
Вәли күршеһенең былай ҡы­ланыуына аптыраһа ла, йәнә бер тапҡыр ашыҡмайынса ғы­на үҙе менән аҡса юҡлығын аң­лата.
– Һин баш төҙәтһен, тип, тота килеп банкоматҡа йүгерә алмайым.
– Йә, ярай… – Ғәли ауыр көр­һөнгән һәм Вәли шунда уҡ тейешенсә баһалай алмаған һүҙҙәр әйткән: – Бөгөн һин ни­ңәлер минең хәлемә инергә теләмәйһең.
Ғәли сығып киткән. Ләкин 15 – 20 минут үтер-үтмәҫтән яңынан килгән. Ҡулында шешә булһа ла, башын төҙәтергә өл­гөрмәгән.
«Башҡа күршеләрҙән алып торған, уны кем ауыр хәлдә ҡалдырһын инде», – тип уйла­ған Вәли. Әммә ул хаҡлы бул­маған.
– Вәли, беләһеңме, булдыра алһаң, һин мине ғәфү ит. Хәҙер барыһын да һөйләп бирәм. Тик башта әйт әле, ни өсөн миңә аҡса биреп торма­ның?
– Ғәли, мин һиңә әйттем дә баһа, янымда аҡса юҡ. Әле лә юҡ. Карточкала ғына. Аңла­майһыңмы әллә?
Шунда Ғәли аңлатҡан. Ул кеҫәһенән өс йөҙлөк, биш унарлыҡ һәм ике тәңкә ярым сығарған.
– Вәли, һин гел хәлемә ин­дең. Мин һине бер ваҡытта ла ауыр хәлдә ҡалдырманым. Шулай бит?
Шаҡ ҡатҡан Вәли Ғәлиҙең ни һөйләгәнен бер нисек тә төшөнмәгән, шуға күрә ҡаршы төшмәгән, шым ғына тыңла­ған.
– Һин мине ғәфү ит, биш йөҙлөгөңдө һорамай ал­дым. Теге көҙгө өҫтөндәге биш йөҙлөктө. Бына сдачаһы, ә йөҙөн төштән һуң индерермен…
Дауам итергә кәрәкме?

В. ЫРЫҪҠОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: