-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хикмәт

Риф МИФТАХОВ (Сатирих хикәйә) Бикмәт, гәзитен ситкә ҡуйҙы ла, ҡатыны яғына боролоп ятты.Вәсиләһен ҡосаҡлап алғас, те­геһе уҡыған китабын ҡулдары­нан ысҡындырмай ғына:– Бикмәт хикмәт башларға уйлай инде әллә? – тип йылмайҙы.

Хикмәт
Хикмәт

– Уҡы, уҡы, йоҡлағаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың, хикмәтең дә онотолор.
– Беҙҙеке онотолмаҫ та ул, бисәкәй, – тине Бикмәт, етди һүҙ башларға теләгәнен һиҙҙереп.
– Ә кемдеке онотола?
– Бына, иғландар уҡып ята тор­ғас, Морат иҫкә килеп төштө. Ҡа­тынының мәрхүм булыуына ике йылдан артып китте, бер үҙе, бахыр, яфаланып сыға. Хикмәтен, бәлки, табалыр ҙа ул, тик башҡа­һы ла бар бит әле: тамаҡ та туй­ҙыр, кер ҙә йыу тигәндәй…
– Шунан, керен барып йыуышайыммы?
– Бүлдермә, тыңлап бөт башта. Анау, һинең әхирәтең Нурия ме­нән таныштырғанда? Иренән әллә ҡасан айырылған, балаһы юҡ…
– Ут менән һыуҙы ҡауыштырып буламы ни. Уларҙың характерҙа­ры ғына түгел, тормошҡа ҡараш­тары ла, зауыҡтары ла бөтөнләй тап килмәй. Ғөмүмән, бындай нәмәң менән баш ҡатырма, йәме. Бер тапҡыр ауыҙҙар беште бит инде. Оноттоңмо ни Ғәтиәт менән Ғәтиәне? Ҡылыҡтары ғына түгел, хатта исемдәренә тиклем оҡшаш­ҡан, тип димләнек, осраштырҙыҡ, туй яһаштыҡ. Өс ай бергә тора ал­манылар. Ит изгелек – көт яуызлыҡ, хәҙер икеһе лә беҙҙе дошман күреп йөрөй.
– Беҙ бары яҡшылыҡ эшләргә теләнек. Аҡылдары булһа, бер аңларҙар әле… Ә беҙ, уларҙы, үҙ­ҙәре лә һиҙмәҫтән, осраҡлы ғына осраштырабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Йәнәһе, беҙ бер нәмә лә уй­ламаныҡ, план­лаш­тырманыҡ.
– Һиҙмәҫтәр инде, бигерәк тә ҡа­тын-ҡыҙ… Беҙ ҙә, улар ҙа үтә йәштәр түгел, уйлаһаҡ, әйтәбеҙ ҙә ҡуябыҙ инде.
Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә Бикмәт:
– Бөтә хикмәтте һин генә ойоштора алаһың, – тип, Вәсиләһенә тағы лы нығыраҡ һыйынды.
Бикмәт менән Вәсиләнең ҡу­наҡтары ваҡытында йыйылды. Әйтеүсеһе генә булһын, хәҙер кеше саҡырған йортҡа тып итеп килеп етә. Һыйланып ҡайталар ҙа, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, ти­гән мәҡәлде бик һирәктәре генә иҫкә төшөрә. Хатта ҡайһы береһе асыҡтан-асыҡ, мин ҡунаҡ саҡы­рырға яратмайым, йөрөргә генә яратам, тип һалдыра. Әйтерһең, башҡалар киреһен эшләргә йән атып тора.
Бикмәт менән Вәсилә был хәлгә күнеп бөткәндәр. Сәбәбен табып, үҙҙәре саҡырырға тырышалар…
Ике-өс рюмкә күтәреп алғас, ҡу­наҡтар йәнләнә лә башланы. Һәр кем берәй ҡыҙыҡлы хәл, мәҙәк һөйләргә тырышты. Бына бер саҡ Морат та үҙе үлеп яратҡан футбол тураһында һүҙ башлап ебәрҙе. «Спартак» командаһын­дағы ҡайһы бер уйынсыларҙы ғына маҡтап телгә алды ла, Рә­сәйҙәге бүтән футболсыларҙың тетмәләрен тетеп һалды. Унан, ярһып-ярһып ҡулдарын болғай-болғай, сит ил уйынсыларына төшөп китте.
– Шул уйындың ниндәй ҡыҙығы, ниндәй мәғәнәһе барҙыр инде?! – тине Нурия, Морат яғына әҙ генә башын бороп. – Ах та ух килеп бер туп артынан йүгергән ах­маҡтарға, моғайын, бер аҙ ғына етмәйҙер ул. Шуларҙы ҡарап ул­тырыусыларҙы ла… – Нурия, ар­тығырағын ысҡындырғанын һи­ҙепме, туҡталып ҡалды.
Морат түҙҙе, ярһыуын эсенә йәшерҙе. Оҙаҡламай тәнәфес иғлан ителгәс, ир-ат тәмәке тар­тырға лоджияға сыҡҡас ҡына, Бикмәттең ҡолағына: «Таптығыҙ таныштырыр бисә!» – тип ҡуйҙы, теш араһынан төтөн сығарып.
Өҫтәл артына яңынан ултырғас, был юлы Нурия һүҙ башланы:
– Күп сериялы яңы фильм ҡа­райһығыҙмы?
– Һирәк-һаяҡ, – тип ҡуйҙы кемдер.
– Ә мин уның бер генә серия­һын да ҡалдырманым. Телеви­зорҙан ҡарарлыҡ берҙән-бер нәмә, берҙән-бер йыуаныс.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Нурия фильм геройҙарына төшөп кит­те. Тегенеһен, быныһын берәм-бе­рәм тикшерҙе. Был юлы Мо­раттың түҙеме тамам сигенә етте.
– Ул киноны ҡарағансы, урам­да буштан-бушҡа эт һуғарып йө­рөү, моғайын, файҙалыраҡтыр ул, – тине лә алдындағы рюм­ка­һына ынтылды.
Нурияның яуапһыҙ ҡалмая­са­ғын, эштең ҙурға китеүен һи­ҙепме, шул мәл Вәсилә үҙе тороп яңы тост тәҡдим итте. Бөтәһе лә уны дәррәү күтәреп алды.
Оҙаҡламай йыр, бейеү башланды. Был юлы Нурия, уңайын тура килтереп, Вәсиләгә эйелеп:
– Кем менән таныштыраһығыҙ, ул бит юнылмаған түмәр, футболдан башҡа, моғайын, бер нәмә лә белмәй, бер нәмә лә күрмәй, – тине. Ә үҙе, башҡа­ларға һиҙҙермәй генә, Мораттан һис кенә лә күҙен алманы. Тегеһе лә уға йыш ҡына ҡарап-ҡарап ала ине.
Мәжлес бөтөп ҡунаҡтар та­ралғас, Бикмәт менән Вәсилә үҙ­ҙәрен ғәйепле кеше кеүек һиҙ­ҙеләр: тағы ла уйҙары, пландары килеп сыҡманы. Шуға ла был хаҡта башҡа һөйләмәнеләр, дуҫ­тарына уңайһыҙланыуҙан шылтыратманылар, һорашманылар…
Бер көндө кис менән телефон шылтыраны. Трубканы Вәсилә күтәргәйне, Мораттың шат тауышы ишетелде:
– Киләһе йомаға ҡунаҡҡа са­ҡырабыҙ, – тине ул, балалай тул­ҡынланып. Унан трубканы Нурия алып: – беҙ бер йортта то­рабыҙ, эҙләп табыу ҡыйын бул­маҫ, – тип өҫтәне. Үҙҙәре шар­ҡылдашып көлә ине.
Вәсилә иренә ҡараны ла:
– Бына ҡайҙа ул, Бикмәт, хик­мәт! – тип ҡуйҙы.

– Эйе, – тине уныһы, – хик­мәт­тәр булып тора. Бәлки, донъя шулай барыуы менән ҡыҙыҡтыр ҙа?..

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: