+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәйер өҫтәүсе

Ял көнө. Тапҡырбайҙың әсәһе тәҙрә төбөндәге гөлдәргә һыу һибә. Шул ваҡыт ҡапҡаларынан инеп килгән йыраҡ туғандары булған Ямал ҡарсыҡты күреп ҡала ла, былай ти:

Хәйер өҫтәүсе
Хәйер өҫтәүсе

– Их, тағы шул ен ҡарсыҡ килә инде. Хәйер һорауҙан башҡа эше юҡ. Килһә, ҡайтып китә белмәй, донъяһын онотоп ултыра бирә.
Әсәһенең ярһыуы Тапҡырбайға ла күсә.
Ҡарсыҡ кереп һаулыҡ һораша ла түргә үтә. Тапҡырбай ғына үҙенә урын таба алмай, әле бер әйберен эҙләй, әле тегеһен иҫенә төшөрә, сәбәбен табып түр баштағы диванда ултырған Ямал ҡарсыҡты ла ҡуҙғата.
– Ниңә бер ҙә кәйефең юҡ, улым? – ти Ямал ҡарсыҡ.
– Нишләргә лә белмәй йөрөйөм әле… – тип яуаплай малай.
– Ниңә улай? Бөгөн ял көнө. Бар берәй иптәшеңә, һөйләшеп, күрешеп ҡайт, – ти. Шуны ғына көткән Тапҡырбай күтәрелеп бәрелә:
– Нимә ҡалған миңә кешелә? Кешелә хәйер һорап йөрөгәнсе, мин өйҙә ултырам!
Күҙе «маңлайына менгән» ҡарсыҡтың шул көндән башлап Тапҡырбайҙарға эҙе һыуына.

«БУЛЫР!»

Бер көндө Тапҡырбайҙы иптәштәре ҡыҙыҡ итергә уйлайҙар.
– Һин һүҙгә, яҙыуға оҫтаһың. Әйҙә, бер шәп әйбер яҙ әле. Уның темаһы донъяла юҡ тема булһын, – тиҙәр.
– Булыр! – ти Тапҡырбай.
– Нисек? – тип аптыраша егеттәр.
– Яҙырмын. Нәҡ һеҙ ҡушҡанса итеп.
– Ҡасан килеп уҡырбыҙ?
– Һеҙ шундай ваҡытта килегеҙ – ул көн, ул ваҡыт донъяла юҡ көн, юҡ ваҡыт булһын! – тип яуаплай Тапҡырбай.

«АТАЙ, ЮЛ ХАҠЫН ТҮЛӘ…»

Тапҡырбай яҡындағы ҡалаға барып бер училищеға уҡырға инә. Яңы йыл алдынан байрамға ҡайтырға була. Ул көндө атаһы ла иртәнге сәғәттә эш менән шул уҡ ҡалаға юллана. Төш уҙ­ғас, улы йәшәгән дөйөм ятаҡҡа инә.
– Атай, минең дә һинең менән ҡайтырға ине иҫәп, һуңғы дәрестән һораным, юлға аҡсам да юҡ, – ти Тапҡырбай. Атаһы аҫҡа ҡарай, өҫкә ҡарай, ыҡ-мыҡ итә лә:
– Ярай, улым, автобус менән генә ҡай­тыр­һың әле, минең «Волга»ла кешеләр былай ҙа күп, – ти ҙә, ишекте ябып, улына аҡса бирергә лә онотоп сығып китә.
Тәҙрәгә күҙ һалған Тапҡырбай, атаһы янында һары сәсле ҡатын-ҡыҙҙы шәйләп ҡала.
«Эш» менән йөрөп кисләтеп ҡайтҡан атаһы артынан тып итеп Тапҡырбай ҙа ҡайтып төшә. Диванда гәзит ҡараштырып ултырған атаһына:
– Атай «Волга»ңда ултырып ҡайтырға миңә урын тапмаған инең, бар сығып таксиға юл хаҡын түлә, машина ҡапҡа төбөндә көтөп тора! – ти.

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: