+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Снайпер

Илдус ФАЗЛЕТДИНОВ Хикәйә «Снайпер! Террорсы!» Киске линейкаға теҙел­гән балаларҙың маңлайҙары буйынса лазер прицелы түңә­рәге күсеп йөрөүен күреү ме­нән, «Сәүкә» йәйге ял лаге­ры мөдире Хәли Кәлиевичтың ба­шынан йәшен тиҙлегендә ҡот осҡос уй үтте.

Снайпер
Снайпер

«Илдәр тыныс түгел. Террор ҡурҡы­нысы янай. Уяу булығыҙ!» – тип киҫәткән ине РОНО етәксеһе балалар­ҙың йәйге ялы буйынса кәңәш­мәһендә.
– Ложись! Ятығыҙ! Террор ҡурҡынысы! – тип, яҙғы әтәс кеүек йәшелле-зәңгәрле та­у­ыш­тар сығарып, ҡысҡырып ебәрҙе Хәли Кәлиевич. Һәм үҙе үк беренсе булып центнер ярымлыҡ кәүҙәһе менән «лап» итеп ергә ауҙы. – Лагерь кор­пусының артына шыуышы­ғыҙ! – тигән әмер бирҙе ул башын күтәрмәй генә.
– Балаларҙы лагерь терри­торияһынан алып сығып, урман ышығына туплағыҙ! – тип бо­йорҙо.
Корпустың был яғында ҡапҡа булмағанлыҡтан, балалар ҡой­ма аша борсаҡ кеүек ҡо­йо­лошто. Осло штакетниктарға эләгеп, кемдеңдер салбары, кемдеңдер күлдәге йыртылды, ләкин бындай ваҡ-төйәккә бер кем дә иғтибар итмәне. Хәли Кәлиевич лагерь бинаһының артҡы ишегенә табан йыландай шыуышты. Уны көс-хәл менән асып, коридор аша үҙ ка­бинетына үткәс, шнурынан тартып телефонды иҙәнгә төшөрҙө. Ҡалтыранған тың­лаш­маҫ бармаҡтары менән «02» һандарын йыйып:
– Иптәш подполковник! «Сәүкә» йәйге ял лагеренда ЧП! Территорияға ҡораллы снай­пер, террорсы үтеп ингән! – тип ҡысҡырҙы.
– Ҡорбандар бармы һуң?
– Әлегә юҡ.
– Ярай, улайһа. Балаларҙы һаҡлау сараһын күрегеҙ! Мин хәҙер наряд ебәрәм!
Ярты сәғәт тә үтмәне, эңер-меңер төшөү менән, лагерь ҡапҡаһы төбөнә сыйылдап полиция «УАЗ»игы килеп туҡ­таны. Унан атылып төшкән лейтенант һәм өс сержант шунда уҡ кобураларынан пис­толеттарын тартып сыға­рып, машина тәгәрмәс­тәре төбөнә һеңделәр.
Полиция серенаһы тауышы ишетелеү менән, әлегә ҡәҙәр тынысланып торған прицел түңәрәгенә лә йән керҙе. Ул, ниҙер эҙ­ләгәндәй, тәртипһеҙ рәүештә лагерҙың әле бер, әле икенсе яғына һикергеләй башланы.
– Явно псих был, – тигән һығымтаға ки­леп, йән асыуы менән лейтенант «лас» итте­реп төкөрөп ҡуйҙы. – Гражданин террорсы! Һеҙгә һис шикһеҙ бирелергә тәҡдим итәбеҙ! Ғүмерегеҙҙе һәм именле­гегеҙҙе һаҡлап ҡалабыҙ. Бире­легеҙ! – тип мегафондан ҡыс­ҡырҙы.
Яуап урынына прицел түңә­рәге тағы ла ҡыҙыуыраҡ йүгерә башланы. Ул «УАЗ»иктың тәҙ­рәһенән көҙгөһөнә күсте, по­лиция хеҙмәткәрҙәре ятҡан тәгәрмәстәрҙе һыйпап үтте. Тик… атыу тауышы яңғыра­маны.
Тамам ҡараңғы төшөп, тирә-яҡта төн хакимлыҡ итә баш­лауға, лагерҙың ағас ҡапҡаһын ОМОН өсөн махсус йыһазлан­дырылған «ЗиЛ» автомобиле емереп килеп инде. Уның ку­зовынан береһенән-береһе таҙа кәүҙәле, камуфляж форма кейгән, биттәрен күҙ өсөн генә тишектәр уйылған битлек ме­нән ҡаплаған, ҡул­дарына ав­томаттар тотҡан хәрбиҙәр бер-бер артлы сыға башланы.
Ул арала ОМОН-сыларҙың башлығы ҡулы менән һүҙһеҙ генә лагерь уртаһында үҫеп ултырған ҡарт имәнгә табан ымланы. Снайперҙың прицел уты шул тирәнән төшә, тине. Хәрбиҙәр төн ҡараңғылығынан файҙаланып, бисара ағасты уратып уҡ алдылар.
Кинәт тирә-яҡтағы ҡәбер тынлығын ярып, шартлау тауы­шы яңғыраны һәм ағас ба­шы­нан ниҙер «лап» итеп килеп төштө. Хәрбиҙәр баштарын күтәргәндә, улар ҡаршыһында ағас ботағы һынып, унан осоп төшөп аяғын ауырттырған бишенсе класс уҡыусыһы, данлыҡлы «икеле» ҡапсығы Данил Төлкөбаев бер ҡулы менән арт һынын ышҡып, илам­һырап баҫып тора ине. Икенсе ҡулындағы лазер указкаһы «Вәт ҡыҙыҡ иттем быларҙы» тигән­дәй емелдәп, хәрбиҙәргә күҙ ҡыҫты…

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: