-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайыш отҡан гроссмейстер

Был мәҙәк хәл Ғәрәп Әми­рәттәрендә, шул илдәге Дубай ҡалаһында шахмат олимпиа­даһы үткәрелгән саҡта була. СССР-ҙың йыйылма команда­һы тренеры Эдуард Гуфельд ҡала ситендәрәк ар­зан тауар­лы кибет барлығын ишетеп ҡала.

Ҡайыш отҡан гроссмейстер
Ҡайыш отҡан гроссмейстер

Карпов менән Чибурда­нидзены эйәртеп, шунда йү­нәлә. Әммә хәбәр раҫланмай, француз модаһына яраҡлаш­тырылған был кибет­тә, кире­һенсә, хаҡтар үтә юғары булып сыға. Шахмат­сылар бынан тиҙерәк тайыу яғын ҡарай башлай. Әммә шул саҡ кибет хужаһы йылмайып, Эдуардтың юлын бүлә.
– Оҡшаған әйберегеҙҙе тапҡанһығыҙҙыр,тип уйлайым.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин ҙур үлсәмле кейем кейәм шул. Әйтәйек, бына салбарыма ярарлыҡ ҡайыш юҡ бында, – тип сәбәп таба шахматсы.
Кибет хужаһы “ә” тигәнсе бер нисә тиҫтә салбар ҡайышы тартып сығара. Шәп ҡайыштар! Эдуардтың ҡәнәғәт йөҙөн кү­реп, кибетсе:
– Гроссмейстер булараҡ, мин һеҙгә ташлама яһайым. 200 долларлыҡ ҡайышты бары тик 100 долларға бирәм! – ти.
Гуфельдтың күҙе маңлайына менә. Уның бөтә булған коман­дировка аҡсаһы 100 доллар ғына!
– Бының өҫтөнә мин Һеҙгә йәнә бер ҡайыш бүләк итәм! – ти кибетсе тегенең икелән­гәнен һиҙеп.
– Ғәфү итегеҙ, мин Һеҙҙән бындай ҡиммәтле бүләкте ҡабул итә алмайым! – тип ныҡыша гроссмейстер. Нисек тә бынан иҫән-имен ысҡыныр­ға кәрәк бит инде.
Быны ишеткәс, кибет хужаһы менән уның ҡатыны Эдуард­ты икәүләшеп өгөтләй башлай: “Баш тартмағыҙ, зинһар, был беҙҙең өсөн иҫтәлекле ваҡиға буласаҡ”, – тиҙәр. Оҙаҡ өгөт­ләйҙәр. Ниһайәт, шахмат­сы:
– Ярай, дуҫтар, улайһа, былай итәйек: һеҙгә ҙур зыян килтермәҫ өсөн, мин икенсе ҡайышты ғына алам – һеҙ бүләк итеп биргәнде. Ә бе­ренсе ҡайыш һеҙгә булһын! – ти.
Карпов менән Чибурданидзе кибет яңғыратып көлә башлай. Хужа телһеҙ ҡала, күҙҙәрен селт-селт йомғолай. Ул ни булғанын аңлағансы, беҙҙең совет шахматсылары маши­наға ултырып ҡалаға һыпырта. Бүләк ителгән ҡайышты алырға онотмайҙар, әлбиттә.
Шулай итеп, “буржуй” менән һатыу-алыу “уйынында” совет гроссмейстеры ота.

Хәүефле уйын

Бер йәш грузинды атаһын үлтергән өсөн хөкөм итәләр.
– Нисек үҙ атайығыҙға ҡул күтәрә алдығыҙ? – тип һорай судья.
– Аңлайһығыҙмы, беҙ ата­йым менән шахмат уйнай башланыҡ. Иҫәп атайым фай­ҙаһына 17:0 булғас, мин түҙ­мәнем, шахмат таҡтаһы менән атайымдың башына тондор­ҙом. Ҡатыраҡ булды, шикел­ле...
– Икенсе төрлө лә тыныс­ланып булыр ине бит, әйтәйек, тәмәке тартып алһағыҙ...
– Юҡ, юҡ, Һеҙ нимә, атай-әсәй алдында тартмайым мин.

Римат ШАХНАЗАРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: