+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Кәкре ҡайын

Кәкре ҡайын ысынлап та кәк­ре­ме? Бик аҡыллы, бик ғилемле, тормош тәжрибәһе туплаған өл­кән йәштәр­ҙәге бер ағай менән әңгәмә ҡороп ултырабыҙ.

Кәкре ҡайын
Кәкре ҡайын

Һүҙ эйәрә һүҙ сығып, бөгөнгө көндә кешеләр менән ке­шеләр мөнәсәбәте, йәғни бер-бе­ребеҙ менән мөнәсәбәттәр ха­ҡында һөйләшеп киттек.
– Беҙ кешелә насар яҡтарҙы ғына күрергә күнеккәнбеҙ. Уның белеме­нә лә, аҡылына ла, хатта талантына ла ҡарамайбыҙ, – тине ул. – Улай ғы­­­намы, киреһенсә, ул белемлерәк, аҡыллыраҡ һәм талантлыраҡ булған һайын, унан ҡыйыҡ яҡтар эҙләйбеҙ.
Был – яңы фекер ҙә, асыш та тү­гел, әлбиттә. Әммә хаҡ. Хәтерегеҙ­ҙәме, берәй йырсы йә артист популярлашып китһә, уның хаҡында мотлаҡ бер “шаҡ ҡатырғыс” хәбәр та­рала: әйтәйек, теге йырсы ирен һуйған икән, был артист эсә баш­лаған, өсөнсөһө яттар менән сыуала башлаған икән, дүртенсеһе “голубой”, имеш. Тора-бара быларҙың бе­реһе лә дөрөҫ булмауы асыҡлана, ул “шаҡ ҡатырғыс” хәбәрҙәр онотола, уның ҡарауы, яңылары пәйҙә була. Нимә был? Ниңә берәүҙәребеҙ шундай хәбәр тарата, башҡалары­быҙ шуға ышана? Ысын күңелдән ышаныу ғына түгел, һөйөнә лә, шулай уҡ – ысын күңелдән. “Әһә, әллә кем булып йөрөгән була ине, ул – алама, мин һәйбәт икән әле”, – тип уйлайбыҙ. Ә бит киреһенсә булырға тейеш, ундай ғәйбәт хәбәрҙәрҙе ишеткәс, талантлы кеше өсөн беҙ ҡайғырырға те­йешбеҙ, ә беҙ – һөйө­нәбеҙ. Сөнки беҙгә ҡыҙыҡ. Йыуаныс. Ә ниңә шулай? Бының төбөндә көн­ләшеү ята, минеңсә. “Мин булдыра алмайым, ул да әҙәм көлкөһөнә ҡалһын әле!” Шулай уйлайбыҙ. Әл­биттә, мин был йәһәттән бөтәбеҙҙе лә бер ҡалып­ҡа һалырға йыйынмайым. Кеше ҡай­ғыһына ҡайғырған, шатлығына шат­ланғандар бихисап. Әммә бының киреһен эшләгәндәр ҙә күп шул.
Кешегә ниндәй күҙ, ниндәй күңел менән ҡарайһың, ул кеше шулай ҡа­бул ителә, минеңсә. Кешенән кире яҡтарҙы ғына эҙләһәң, “һиңә кә­рәкле” сифаттар мотлаҡ табыла. Һәм ул кеше тора-бара гел кире яҡ­лап ҡына күренә башлай. Бер ҡа­раһаң, был донъяла тулыһынса камил бер генә нәмә лә юҡ бит. Әй­тәйек, ҡайын бик матур ағас. Әммә уларҙың да кәкре-бөкрөләре бихисап бит. Шул кәкре ҡайын, бер яҡтан ҡарағанда – кәкре, башҡа яҡтан ҡа­раһаң, төҙ күренә. Ҡыҫҡаһы, кәкре итеп күрергә теләһәң дә, төҙ итеп күрергә теләһәң дә, һинең иректә, һинең теләктә. Дө­рөҫөрәге, ул ҡа­йынды нисек итеп күрергә теләһәң, шулай күрәһең.
Ҡайын бында миҫал итеп кенә алынды, әлбиттә. Кешеләрҙә лә беҙ ниндәй сифаттарҙы күрергә те­ләй­беҙ, шуны күрәбеҙ бит. Тулыһынса һәйбәт һәм тулыһынса алама кеше­ләр булмай, минеңсә.
Япондар ябай ташта ла матурлыҡ күрә, уға һоҡлана белә. Был сифатты улар кешелә бала саҡтан уҡ тәр­биә­ләй. Ә бит, ысынлап та, матур күҙ­ҙәр менән ҡараһаң, бөтә нәмә лә матур күренгәндәй бит ул. Шул уҡ япондар бер-береһенә йылмайып өндәшә, йылмайып яуап бирә. Ти­мәк, бер-береһендә матурлыҡ күрә, бер-береһенә яғымлыраҡ күренергә тырыша улар. Бер-береһендә йәм­һеҙлек күрергә теләһәләр, йылмай­маҫтар ине.
Ҡыҫҡаһы, был донъяға ниндәй күҙ­ҙәр менән бағаһың, ул шулай кү­ренә, шулай ҡабул ителә.
Был донъя бик йәмһеҙ,
бик йәмһеҙ,
Был донъя тотоштан көл генә,
Был донъя тотоштан
насарлыҡ –
Һин уға тик ҡарай бел генә.

Был донъя бик матур,
бик матур,
Был донъя тотоштан гөл генә.
Был донъя тотоштан
яҡшылыҡ –
Һин уға тик ҡарай бел генә.

Был донъя яҡшымы, насармы?
Иң дөрөҫ яуапты кем белә?
Донъяға кем нисек ҡарай бит –
Донъяға ҡарай бел һин бына!

Рәдиф ТИМЕРШИН.

Фото: vsegda-pomnim.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: