+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Малай кемгә оҡшаған?

Кәбир АҠБАШ (Юмореска) Аралхай бөгөн үҙ тәненә үҙе һыймай, ырғый, һикерә, сәбәкәйләп ала. Шатлы­ғы бар уның: һөйөклө Гөлдәре малай тапҡан. 

Малай кемгә оҡшаған?
Малай кемгә оҡшаған?

Тик сабыйҙың әсәһенә ниндәй бүләк алып барырға белмәйенсә, хатта юғалып та ҡалды, буғай. Аптырағас, Гөл­дәрҙең үҙенә шылтыратырға булды. – Ҡотлайым-ҡотлайым, һөйөклөм! Ми­ңә малай табыуың шатлыҡлы, – тип теҙеп алып китте.
Гөлдәр ҙә шатлығын тыя алманы, Ара­л­хайға кисерештәрен әйтергә ашыҡты:
– Шундай шәп малай, уның бөтә ҡыла­нышы ололарҙыҡына оҡшаған. Ул бө­тәһен дә аңлап тора, һөйләшә белмәһә лә уйлағанын матур ҡыланыштары менән белгертергә тырыша.
– Тимәк, ул миңә оҡшаған, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Аралхай. – Миңә оҡшаған! Ми­ңә оҡшаһа, ысын егет булыр!
– Һиңә оҡшаған, һиңә, – тип раҫланы Гөлдәр. – Күҙ ҡыҫты ниһәң, һинең кеүек күңелле итеп көлөп ебәрә.
– Тимәк, ул шаян малай, юморҙы аң­лай. Ә юморҙы аңлаған кеше йүнһеҙ булмай. Ҡотлайым, һөйөклөм, ҡотла­йым!
Гөлдәр, “ниңәлер...” тип, дауам итергә уйлағайны ла, уны Аралхай ишетергә лә теләмәне:
– Тағы ла ниндәй аҡыл сифаттары һиҙелә?
–Янына ятһам, ниңәлер имеп туя ла, артына әйләнә лә ята, миңә иғтибар итергә лә теләмәй, – тип яуапланы Гөлдәр.
– Тимәк, ул һиңә оҡшаған, – тип һығымта яһаны Аралхай. – Һин улымдың ыңғай яҡтары тураһында һөйлә. Миңә оҡшаһа, ул юғары белем менән тыуырға тейеш.
– Эйе, ысынлап та, ҙур белем менән тыуған, бөтә күренешкә иғтибар итә, оҡшаһа, ауыҙ йыра, оҡшамаһа, иренен асыулы ҡымтып башын сайҡай, – тине Гөлдәр.
Был яуап Аралхайға оҡшаны һәм ул:
– Сөнки миңә оҡшаған, миңә! – тип ғорурланды.
– Эйе, һиңә оҡшаған, һиңә, – тип килеште Гөлдәр. – Ул хатта ҡыҙҙар тауышын таный. Эргәбеҙҙәге бер йәш әсәнең ҡыҙы илай башлаһа, улым уға яуап бирә: ҡулдарын һуҙа, телен сығарып тауыш бирә.
– Тауыш бирә, тимәк, иғтибарлы. Ҡу­лын һуҙа, тинең. Тимәк, ярҙам итергә әҙер, изге күңелле. Миңә оҡшаған. Шулай ҙа әйт әле: һин, телен сығарып тауыш бирә, тинең, уның теле оҙон тү­гелме?
– Әстәғәфирулла, – тип ғәжәпләнде Гөлдәр, – нисек инде теле оҙонмо, имеш? Бына тағы, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ.
– Теле оҙон булһа, миңә оҡшамаған тимәксемен, тик һин был һүҙҙе үҙеңә ала күрмә, – тип аҡланды Аралхай.
– Малайың, ысынлап та, шәп. Сөнки ул һиңә оҡшаған, һиңә, – тип ҡеүәтләне Гөлдәр. – Бөгөн таңға табан ҡолағыма көй һымаҡ бер ауаз ишетелә башланы бит. Ҡараһам, сабыйым көй сығарған кеүек шыңшып ята. Был күренешкә тап булып, бер йылмайҙым, бер уйландым, әммә бер ни әйтергә лә белмәнем.
– Ә мин беләм! – тип ҡысҡырып ебәр­ҙе Аралхай. – Сөнки минең улым компо­зитор буласаҡ! Беләһеңме, композитор – йыр-моң маһиры. Сөнки хәҙер һәр шыл­тырбай көй сығарып маташа, сәхнә­ләр тоҙһоҙ шыңшыуҙар менән тулды. Ә минең улым ысын композитор буласаҡ!
– Һиңә оҡшаған, һиңә, – тип иренең һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙы Гөлдәр. – Матур холҡона һоҡланып бөтә алмайым. Кескәй генә булһа ла әллә ниндәй аҡыллы һыҙаттар ишаралай. Әйгенәм, бер мәл ул балыҡсы һымаҡ ҡыланғандай итте. Рәхәтләнеп ҡарап торҙом.
– Тимәк, улым миңә оҡшаған!
– Һиңә, һиңә, – тине Гөлдәр. – Һин бер көндө балыҡтан «төшөрөп» ҡайтҡай­ның бит, шунда сабыйым кеүек йоҡо бүлмәһе ишеген таба алмай сәбәләнеп йөрөнөң.
– Шаярма, Гөлдәр, – тине ул был ғә­йепләүҙе юҡҡа сығарырға теләп, – ул сәбәләнеп ярҙамға ташланырға теләгән. Балыҡтан “төшөрөп” ҡайтҡан көндө мин батып барған бер балыҡсыны үлемдән алып ҡалдым. Боҙло күл һыуынан уны тартып сығарғас, мин уны шарап менән йылыттым.
– Бына хәҙер аңлашылды, – тине Гөлдәр.
– Тимәк, малай миңә оҡшаған. Малай­ҙы һин дә дөрөҫ аңламағанһың, – тип Аралбай үҙ һүҙен ҡеүәтләне. – Миңә оҡ­шаған, миңә оҡшаған!
Шунда атаһының һөйләшкәнен тыңлап торған Ислам һүҙгә ҡушылды:
– Атай, ә минең яңы тыуған ҡустым быҙауға оҡшағанмы ни?
– Бәй, улым, – тип ғәжәпләнде Аралхай, – ҡайҙан шундай йәмһеҙ һорау тап­тың әле, аңламайым.
– Ә мин аңлайым, – тине Ислам, – әсә­йем һине быҙау тигәйне бит. Ә кес­кәй ҡустым һиңә оҡшаған булһа…
Аралхай бала табыу йортона алып барырға әҙерләнгән төйөнсөгөн ҡосаҡ­лап “лап” итеп креслога ауҙы.

Фото: poembook.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: