+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөрйән мәҙәктәре

Юнир САЛАУАТОВ Ниндәйе кәрәк Һикһәненсе йылдар уртаһы. Араҡыға ҡаршы көрәш асыл­ған заман. Бөрйән буйлап гас­тролдә йөрөйбөҙ. Оло юл буйында, урман эсендәге киоскы­ға инеп, ҡымыҙ эсергә булдыҡ.

Бөрйән мәҙәктәре
Бөрйән мәҙәктәре

Тирә-яҡта бер кем дә күренмәй. Аптырағас, киоск тәҙрәһен шаҡыныҡ. Тәҙрә эскә асылды. Унда йәш ҡатын ултыра.
– Һеҙ ҡымыҙҙың “былайынмы” әллә “түрәләрскийен” эсә­һегеҙме? – тип һораны. Эсем­лектең бындай сорттарға бү­лен­гәнен белмәгәс:
– Улар араһында ниндәй айырма бар? – тип һораныҡ.
– “Былайы” – ябай ҡымыҙ. Уны халыҡ эсә. Өфө яҡтары­нан килгән тикшереүсе-фәлән­дәрҙе, түрә-мүрә ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн ҡымыҙға араҡы ҡушабыҙ. Уныһы “түрәләр­ский”, – тип аңлатты ҡатын.
Үҙең эшлә
Иҫке Собханғол ауыл хаки­миә­те башлығы Рәмилә Салауатованы урамда бер ир туҡ­татҡан:
– Рәмилә апай, башым ауырта, ун һум бир әле.
– Миндә буш штат бар. Үҙеңде дворник итеп эшкә алам. Аҡсаң булыр, урам буйлап хәйер һорап йөрөмәҫһең, – тигән Рәмилә ханым.
– Үҙең эшлә! – ир шулай ти­гән дә китеп барған.
Эсенә типкән
Байназар ауылында көн итеү­се Зиннур ағай ҡатыны Хәмиҙә апай менән бесән сабырға баралар. Бер тына эшләгәс, ашап алалар. Тамаҡ туйғас, Хәмиҙә апай ағас күләгәһендә башын йәш бесәнгә терәп серем итеп алырға уйлай. Шул саҡ телерекламаны иҫенә төшөрә: маң­лайҙағы йыйырсыҡтарҙы шы­мартырға бал менән массаж эшләһәм, бала-саға көлә, ауыл ҡатындарына улай килешмәй, тип тыялар. Бында мине бер кем дә күрмәй, ти ҙә, битенә бер ҡалаҡ бал һөртөп, йоҡом­һорап китә. Күп тә үтмәй, битен йылы ҡул һыйпай.
– Зиннур, юҡ менән булма. Бар, бесәнеңде сап, – ти ул иренә. Тегеһе ҡулын алмағас, күҙҙәрен асып ебәрһә, башмаҡ хәтле бер айыу битен ялай икән. Ҡатын ҡурҡышынан ыр­ғып килеп тора ла тайыш табан­дың эсенә тибә. Көтөлмә­гән һөжүм­дән шөрләп айыу әрәмә араһы­на инеп юғала.
Бындай хәлгә күптәр ышанмай. Айыуҙарҙың да үҙҙәре­нә хас холҡо бар. Балала­рын ҡы­ҙ­ғанып, кешегә һөжүм итеү­ҙә­ре мөмкин. Унда ла кешене ашамайҙар, ә туҡмап ҡайтара­лар. Ғөмүмән, айыуҙар кеше менән осрашыуҙан үҙҙәре ҡаса. Ә бал еҫе уларҙың кешенән ҡурҡыу инстинктынан да көс­лө.
Яңылышты
Байназар ауылында йәшәгән, хәҙер инде мәрхүм Ғәлиәхмәт ағай, колхозда звено етәксеһе, бригадир, хисапсы, келәт мөди­ре булды. Эҫкерт-кәбәндәрҙең, мал-тыуарҙың ауырлығын, ер­ҙең гектарынан күпме уңыш биререн үлсәп тә тормай әйтә лә ҡуя ине.
Бер саҡ ауырлығын алдан әйткәндән һуң, тананы үлсәп ҡаранылар. Ғәлиәхмәт ағай ни бары бер кило ла йөҙ грамға яңылышты.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: