+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уймаҡ хикәйәләр

ЯНА БИТЯнғын һүндереүсе Әхмәт ағайға Сәлим осраны, егеттең кәйефе бул­маһа ла, байтаҡ ҡына гәпләшеп торҙолар. Шунан китер алдынан Әхмәт ағай һорап ҡуйҙы: – Бик бойоҡһоң, берәй хәл булдымы әллә?

Уймаҡ хикәйәләр
Уймаҡ хикәйәләр

Сәлим күңелендәге серен өҙөп кенә әйтергә ҡыйманы, теш араһы­нан ғына:
– Яна бит… яна… – тине.
Был һүҙҙҙәрҙе ишеткәс, Әхмәт ағайҙың күҙҙәре ялтлап китте.
– Ҡайҙа, нимә яна?.. Ниңә бая уҡ әйтмәнең, күптән барып һүндер­гән булыр инек.
Янғын һүндереүсе егеттең кү­ңе­лен аңламаны: Сәлимдең тор­моштағы юҡ ҡы­на ғәҙелһеҙлектән дә йөрәге яныуын белмәй ине ул.

ХӘЙЕР АҠСАҺЫ

Хөршиҙә әбейҙе ерләгәндә ҡыш­ҡы селләнең сатлама һыуыҡ көнө ине. Әхмәт, Әкрәм һәм Ғәли, хәйер аҡсаһына йыйылышып, магазиндан өсөһөнә бер ярты алдылар. Әхмәт: «Әйҙәгеҙ беҙгә барайыҡ, ҡатын да өйҙә юҡ», – тигәс, тегеләре баш тартманы.
Өйгә ингәс, Әкрәм Әхмәткә: «Араҡы һалҡыныраҡ, әҙерәк ҡаҙан­дағы һыуҙа тотоп тор, йылынһын», – тине. Әллә ни ваҡыт та үтмәне, Әкрәм ҡаҙандағы аҡ башты күтә­реүе булды, шешәнең төбө уйылды ла төштө. Әкрәм менән Әхмәт бер ҡаҙанға, бер әле генә ватылған ше­шәгә ҡарап өнһөҙ ҡаттылар. Ситтәрәк иҫе китмәй ултырған бошмаҫ Ғәлиҙең генә теле сыҡты: «Хәйер аҡсаһы ине бит… Әйҙә, хәйерлегә булһын!» – тине. Ип­тәштәре уның менән килеште шикелле, өндәшмәнеләр.

ҺАБАҠ

Ғәли гел генә маҡтанырға ярата, кисә атаһы күрше ауылдан көсөк алып ҡайтҡайны. Ғәли бөгөн көсөк­тө мәктәпкә алып та килгән. Ип­тәштәре бәләкәй йән эйәһен маҡ­тап бөтә алманылар, хатта һоҡла­ныу һәм көнләшеүҙәрен дә йәшер­мәнеләр. Бына дәрес башланыуын белдереп ҡыңғырау ҙа шылтыраны. Ғәли, уҡытыусы күреп ҡалмаһын тип, көсөктө ҡулына тиҙ генә алды ла сумкаһына һалып ҡуйҙы. Ярай әле, өлгөрҙө, ана уҡытыусы апай класҡа инде. Дәрес башланды. Ләкин күп тә үтмәне, өргән һәм сыйылдаған тауыш ишетелде. Беҙ ҡапсыҡта ятамы һуң инде?!. Ғәлиә Ғәлим ҡыҙы һүҙ ҡуйыртып торманы, көсөктө кластан сығарып ебәрергә ҡушты.
Әлбиттә, Ғәлигә уҡытыусы апай­ҙы тыңлауҙан башҡа сара ҡалманы. Көтөп алынған тәнәфес тә етте. Ғәли тышҡа сығып йүгерҙе, әммә көсөк юҡ ине. Һуңынан иптәштәре менән мәктәп тирәһенән дә эҙләп ҡаранылар – табылманы. «Башҡа маҡтанмаҫҡа һүҙ бирәм. Көсөгөм генә табылһын», – тине Ғәли, илар сиккә етеп, иптәштәре алдында ғәфү үтенгәндәй. Төштән һуң ул, мәктәптән ҡайтып ҡапҡаларын шар асып ебәрһә, ни ғәжәп: көсөк бер ҡайғыһыҙ йорт эргәһендә уйнап йөрөй ине…
Ғәли шатланды. Был ваҡиға башҡа маҡтанмаҫҡа ҙур һабаҡ та булды.

Тимербулат МӨХӘМӘТҠОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: