+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәшмәк мәшәҡәттәре

Бәшмәк күп, тигән хәбәр та­ралғас, беҙ Сиражи менән ял көндө урманға барырға бул­дыҡ. Араҡы, кәрзин һәм элек­тричкаға билет алдыҡ.

Бәшмәк мәшәҡәттәре
Бәшмәк мәшәҡәттәре

Сиражи, буйы ике метр са­маһы һәм ауыр­лығы центнер ярымдан артһа ла, изге кү­ңел­ле кеше, шаяртып һөйлә­шергә ярата.
Поездан төшөп ҡалып, та­маҡты сылатып алғас, урман­ға киттек. Ярты саҡрым да ат­ламаныҡ, ҡуйы үлән үҫкән аҡ­ланға килеп сыҡтыҡ. Үлән­дәр араһында әле тегендә, әле бында ҡыҙыл эш­ләпәле уҫаҡ бәш­мәктәре күренә. Бындай матур­лыҡты күреп, мин ҡулда­рымды йәй­ҙем:
– Бына беҙ килеп тә еттек! Кө­тә-көтә көтөк бул­дығыҙ­мы?
Сирай шаяр­тыу­ҙы шунда уҡ эләктереп алды:
– Бына һеҙ ҡай­ҙа икән! Йә әле, атайығыҙ янына киле­геҙ!
Шул ваҡыт ҡыуаҡтар ара­һы­­нан ике ҡатындың башы кү­рен­де. Дер ҡалтырап торалар. Ҡапыл ҡаршыңа ауы­ҙын йырып, иҫәр әҙәмдәй көлә-көлә килеп сыҡҡан әзмәүергә тап булһаң, һин дә ҡурҡмаҫ ерең­дән ҡур­ҡырһың. Былар ҙа ҡысҡыра-ҡысҡыра урманға инеп ҡас­ты.
– Ҡурҡмағыҙ! Беҙ ҙә бәш­мәкселәр, – тип ҡысҡы­рыуы­быҙ­ға иғтибар ҙа итмәнеләр.

В. АЛЛАЯРОВ.

Был әллә ниндәй урман булды... Башта мин бәшмәктәр артынан йөрөнөм, һуңынан бәшмәктәр минең арттан йөрөнө...
***
Бер малай урманда бәшмәк йыйып йөрөй. Уны күҙәтеп торған урмансы:
– Уларҙың ҡайһыһы ашар­ға яраҡлы, ә ҡайһыһы ағыулы икәнен айыраһыңмы? – тип һорай.
– Бына ҡарағыҙ, – тигән ма­лай, – был кәрзиндә – ашар, ә быныһында һатыр өсөн.
***
Программасы урманға бар­ған, ҡулында – ноутбук. Бәш­мәк тапҡас, интернетҡа ингән: “Аҡ бәшмәк”. Клави­шаға баҫҡан: “Кәрзингә оҙа­тырға”. Артабан атлай, мухо­морға юлыға. Интернет та уның мухомор икәнлеген раҫлай. Клавишаға баҫа: “Кәр­зингәме?” Компьютер­ҙың яуабы: “Хата! Бәшмәкте уҡыр­ға ғына ярай”.
***
Бәләкәй малай “Ашығыс ярҙам”ға шылтырата:
– Доктор, тиҙерәк килеп етегеҙ!
– Берәйһе сирләнеме әллә?
– Эйе, минән башҡа ба­рыһы ла.
– Нисек?
– Бик ябай. Мин үҙемде тәртипһеҙ тоттом, шуға күрә атайым урманда йыйған бик тәмле бәшмәктәрҙе төш көнө миңә бирмәнеләр.
***

– Әбей, бәшмәктәрең ни өсөн бик ҡиммәт?
– Доллар ҡиммәтләнде бит.
– Әбей, әллә һин бәшмәк йыйырға Америкаға йөрөй­һөңмө?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: