-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иҫке телевизор

(Элеккене иҫкә төшөрөп) Күрше подъезда йә­шәү­се ду­ҫым шылтыратып, үҙ­ҙәренә ине­ү­емде һораны. Иҫке те­­леви­зорҙарын сүп­лек­кә алып барыр­ға кәрәк икән. 

Иҫке телевизор
Иҫке телевизор

Үҙенең генә көсө етерлек түгел, “Радуга”ның корпусы ағастан эшлә­н­гән, ауырлы­ғы ҡырҡ килограмм барҙыр, унан да ар­тыҡ бул­маһа әле. Дуҫымдың көс-ҡеүәте ташып тор­һа ла, аппаратты үҙе генә алып бара алмаған. Ватыл­ған, ремонт­ларлыҡ түгел, шуға таш­ларға булған.
Бөгөн инә алмайым, арыным, бәлки, иртәгә, тим... Ир­тәнән һуң да шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланым. Ҡыҫҡаһы, аҙна буйы һуҙҙым. Ул мине осраҡлы ғына подъезд янында эләктерҙе. Был юлы һылтау таба алманым, телевизорҙы сүплеккә күтәрешеп барырға тура килде. Ниһайәт, алып барып еткерҙек. Ура! Эт булып арыныҡ, манма тиргә баттыҡ. Дуҫым барға са­ҡырҙы. Һыра эскәс, күңелдәр күтәрелеп китте, тел сиселде, яңы телевизор алғас, дуҫыма уны өйҙәренә индерешергә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙем. Подъезд алдында бик йылы хушлаштыҡ.
Фатирға индем һәм... дөрөҫ. Алғы бүлмәлә әле ге­нә беҙ сүплектә ҡалдырған телевизор тора. Шул уҡ модель, шул уҡ төҫ, ҡабырғаһында йәбештерелгән һүрәт тә шул уҡ... Ҡәйнәм йүгерә-атлай килеп сыҡты. Ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡан! Бытыр-бытыр һөйләй. Өйгә ҡайтып килгәндә ул сүплек янында ятҡан те­левизорҙы күреп ҡала: “Халыҡ туйып һикерә!” Ул бындай телевизорҙы үҙ ваҡытында өс ай йөрөп 755 һумға һатып алған, етмә­һә, магазин директорына 100 һум ришүәт биргән... Ә бында сүп-сар араһында ята.
Шуны аңламайым: ул уны яңғыҙы фатирға нисек ин­дерҙе икән? Һәм ниңә? Фатирҙа һәр бүлмәлә телевизор, хатта аш-һыу һәм ванна бүлмәләрендә лә бар, бәҙрәфтә генә юҡ.
Дуҫыма шылтыратам, ярҙамың кәрәк, фатирҙан сүп­леккә ауыр әйбер сығарырға кәрәк, тим. Ә ул ми­ңә, бө­гөн булмай, бәлки, иртәгә, ти... Нимә икән­леген күр­гәс, уның йөҙөн күҙ алдыма килтерәм...

Б. ФӘСХЕТДИНОВ.

Фото: www.youtube.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: