+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иҫтәлек

Камил ФАЗЛЫЙ (Хикәйә)Әлкәй ағай ғүмере буйы иретеп йәбеш­тереүсе булып эшләне. Ул үҙләштергән һөнәрҙе Тәпәләп ауылында белеүселәр һирәк. Шуға күрә нәмә иретеп йәбештерһә лә, тарифты үҙе билдәләй.

Иҫтәлек
Иҫтәлек

Ғәҙәттә, ун һумлыҡ хеҙмәт күрһәткән өсөн бер генә нуль өҫтәп, йөҙ һум ала. Йөҙ өсөн мең, мең өсөн… хәйер, үҙегеҙ самалайһығыҙ. Һынған һабан төрәнен дә ялғай, сәскес, елгәргестәрҙе лә йүнәтә, өйҙәргә һыу үткәрә. Тик бына ҡартайыла. Ғүмер тигәнең яҙғы ташҡындай үткән дә киткән икән. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, ауылдаштарға үҙең­дән ниндәй ҙә булһа иҫтәлек ҡалдырыу кәрәктер. Ошо хаҡта Әлкәй ағай төнө буйы уйланып ятты. Һәм тапты – тимерҙән кескәй генә ел тирмәне эшләргә булды. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Һырлап-мырлап, ялтыр ҡа­наттар беркетеп төҙөп тә бөттө ул уны. Та­науҙан сыҡҡан тынға ла зырылдап әйләнә башлай ул ҡанаттар.
– Был ел тирмәне минән иҫтәлек ауылы­быҙ тарихына, – тип, Әлкәй ағай ҡултыҡ аҫ­тына ҡыҫтырып алып килгән әлеге бү­ләкте мәктәптең музей мөдиренә тап­шырҙы.
– Рәхмәт, ағай. Исем-шәрифтәреңде яҙып, туҙан да ҡундырмай һаҡларбыҙ, – тине мөдир.
Әлкәй ағайҙың фани донъя менән алыш-биреш яһауына ла биш былтыр ғүмер үткәндер. Ауылға бер ҡайтыуымда музейға һуғылдым. Нимәләр генә юҡ унда: Николай батша заманынан ҡалған еҙ самауырҙан алып кәрәсин менән яндыра торған етеле шәмгә тиклем бар. Хатта Чапаев һал­даттарының ҡорал киҫәктәренә тиклем һаҡлана. Хәйер, һанай китһәң… Шул саҡ күҙем Әлкәй ағай бүләк иткән ел тирмәненә төштө. Асыҡ тәҙрә аша ингән елгә лә ялтыр ҡанаттары күңелле генә зырылдап әйләнеп ултыра ла баһа. Эргәһендә яҙыуы ла бар: «Әлкәй Шомабаевтың ел тирмәне». Ҡапыл стенала тирмәндең йәмен ебәреп эленеп торған тутыҡ һыу торбаһын күреп, аптырап ҡалдым. Был нимәне аңлата икән?..
– Ниңә тутыҡ торба элеп музейҙың йәмен ебәрәһегеҙ? – тип һорау биргәнемде һиҙ­мәй ҙә ҡалғанмын.
Был һүҙҙән мөдирҙең ауыҙы йырылды:
– Яҙыуын уҡы, – тине, торба аҫтындағы һүҙҙәргә төртөп. – Әлкәй теле. Әлкәй Шомабаев эше.
– Аңламайым, – тинем аптырап.
– Тәүҙә беҙ ҙә аңламағайныҡ. Хәҙер бе­ләбеҙ инде. Һиңә лә аңлатам, – күҙҙә­ре­нән шаян осҡондар сәсеп, сер йомғағын һүтергә кереште:
– Бер саҡ һыу торбаһынан аҫҡы яҡ урам­дарға һыу аҡмай башланы. Әлкәй ағайҙың өйөнә тиклем гөрләп килә, унан ары йорттарҙа күгәрсен күҙе тиклем генә ҡалып тамсылап ултыра. Сәбәбен тапмайбыҙ бит. Торбалағы тишекте эҙләп ауыл менән ҡа­ҙый торғас, бына ошо торба тоташҡан урынға тиклем килеп еттек. Серҙе белер өсөн өҙөп ҡарарға булдыҡ. Ни өсөн ул Әлкәй ағайға һыуҙы шабыр-шобор индерә, ә башҡаларға ебәрмәй икән? Бына беҙ унда күргән хикмәт, – музей мөдире торбаны ҡулына алып, эс яғын күрһәтте. Унда ҡыуышлыҡты яртылаш быуып эт теле тиклем улаҡсыҡ йәбештерелгәйне.
Ошо улаҡ киҫәге бөтә һыуҙы Әлкәй ағай­ҙың өйөнә бороп, түбән остарға ебәрмәй, быуып торған. Шунан бирле берәр төрлө ҡырын эшкә тап килһәк, уны «Әлкәй теле» тип атайбыҙ. Тирмәне лә, «теле» лә иҫтәлек итеп һаҡлана ағайҙың.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тигәндәре ошо булалыр, күрәһең…

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: