+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ҡоштар күргәҙмәһе

Кәкүк – яңғыҙ башын бер яҡҡа ҡыйшайтып, моңайып йө­рөй торған холостой ҡош. Был мәхлүк ҡартайғансы үҙ башына йорт ҡора белмәй. Салбар ҡайышын ғы­на тота ла баҡсаларҙа фит-фит итеп кенә һыҙғырып тик йөрөй.

Ҡоштар күргәҙмәһе
Ҡоштар күргәҙмәһе

Ай һа­йын фатир алмаштырып, семья һайын кү­кәй һа­лып кит­һә лә, үҙе алимент тү­лә­мәй.
Тутый – уҡы­май ғы­на ға­лим булған бер ҡош. Ҡиә­фә­те беҙ­ҙең “ученый секретар”­ҙарға оҡ­ша­ған. Ке­ше ауы­­ҙынан ишет­кән бер һүҙҙе үҙе­неке итеп һөй­ләп, ғилем сәсер­гә бик ярата.
Бытбылдыҡ – салбар тө­бө­нә күн һалған, бик оратор бер ҡош. Ҡайҙа ҡалҡыу ер бар, шунда менә лә бы­ҡыл­­дарға тотона. Үҙе наҙан, бар белгәне – “ҡай­һылыр ки”, “шулдыр ки”, “ыз­начит”, “постановление”, “заседание” кеүек, өс-дүрт кенә һүҙ...

МӘРГӘН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: