+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эт тә ашамай

Закир ӘҠБӘРОВ (Хикәйә) Ҡәһәрле туҡһанынсы йылдар. Юҡлыҡ осоро. Байрам яҡынлашты. Коллек­тивыбыҙҙың күңеле төшөнкө. Башыма хеҙмәттәштәребеҙҙең күңелен күтәреп булмаҫ микән, тигән уй төштө.

Эт тә ашамай
Эт тә ашамай

Хужабыҙҙың ба­шында тик бер генә уй: тар­ҡалып барған ойошмабыҙға ни­сек булһа ла йән өрөргә. Ә кәйеф күтәреү – ул профсоюз рәйесе эше, йәғни минең эш.
Күршебеҙҙә ит комбинаты. Шалтыратып, шулай-шулай, мин әйтәм, совет осорондағы дуҫлыҡты яңыртып ебәрергә ине. Әҙ-мәҙ булһа ла спонсор ярҙамы тамыҙа алмаҫһығыҙ­мы? Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа кол­лективығыҙға халыҡ-ара хәл тураһында лекциялар уҡышты­рырбыҙ.
Мисбахов – шәп ир ул. Оҙон-оҙаҡ уйлап тора торғандар нәҫеленән түгел.
– Ха-ха-ха! – ти коллегам, те­­лефон трубкаһын зыңҡылда­тып,– лекцияларыңды һин, Ғәй­нән иптәш, бер ереңә йәшереп ҡуй. Тарҡалған СССР-ыбыҙ ха­лыҡ-ара хәлде ашҡаҙаны аша үҙләштерә. Ярҙамға килгән­дә… һум ите вәғәҙә итә алмайым. «Рагу» пажалыста… бушлай.
Төшөнкө күңелем бер баҫ­ҡысҡа күтәрелде. Йөҙ һум аҡ­саң булғансы, йөҙ дуҫың бул­һын.
– Ысынлапмы?! Бушлаймы?!. Туҡта әле, «рагу» ашханалағы блюдо түгелме һуң ул?
– Ашханала бешергән ҡабыр­ға, беҙ һыйыр ҡабырғаһын һеҙ­гә бешермәй генә бирәбеҙ. Бү­лешеп алырһығыҙ, байрам табынында һурпаһын эсеп, һө­йәген кимереп ләззәтләнер­һегеҙ. Бүләккә бирелгән аттың тештәрен һанамайҙар, тиҙәр­ме әле? Һайланып торма.
– Ҡайҙа ул һайланыу?! – Итле һөйәк, өйрәле аш тураһында ишеткәс, ауыҙымдан һыуҙар ағып китте.
Байрам алдынан ығы-зығылы көндә завхозыбыҙ ит комбинатынан әлеге «рагу» атлы нә­мәне тейәп алып сыҡты. Һәр хеҙмәткәребеҙгә өсәр килограмм байрам күстәнәсе та­раттыҡ. Колхоздан килтерелгән мәхлүктәрҙең ғүмерҙә ит ҡун­маған ҡабырғаларын ауыҙ тултырып «күсти» тип атарға бер кемдең дә теле әйләнмәҫ ине. Өлөшөбөҙгә төшкәнен төрөп өндәшмәй генә өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Бары Дыуамал Бикташ ҡына, былай ҙа шәптән түгел кәйефебеҙҙе тағы ла бо­ҙа биреп: «Быны бит эт тә ашамай!» – тип рагунан баш тартты.
Хәйер, минең үҙемә лә ит ком­бинаты бүләгенән ауыҙ итергә насип булмаған икән. Һуҡмағым ҡалабыҙҙың бер таш­ландыҡ ере аша үтә, бер ерендә тар ғына баҫмаһы ла бар. Ҡараңғыла еүеш баҫмала аяҡтарым тайып китте лә, мә­тәлләп барып төшә яҙҙым, ҡа­ғыҙға ғына төрөп тотҡан ҡабыр­ғаларым соҡорға һибелде. Булманы был эш, тип ҡул ғына һел­тәнем дә, ҡайтып киттем. Был ер ҡаланың хужаһыҙ эттәре майҙан ҡора торған урын. Әй­ҙә, шулар һыйланһын…
Байрам үткәс, эшкә барышлай ни күҙем менән күрәм, эт­тәр йыйылған. Һөйәктәрем дә урынында. Бер йолҡошо килеп еҫкәне лә, моронон йыйырып, әшнәләре янына сапты. Бына шул була икән ул Бикташы­быҙ­ҙың «Быны эттәр ҙә ашамай» тигәне.
Көндәр үтә торҙо, көҙгө ям­ғырҙар яуа торҙо, йырындағы «рагу» ағарып урынында ята бирҙе. Тик бер иртәлә, аңла­шыл­маған үҙгәреш күреп аптыраным. Һаҡаллы, күҙлекле бер әҙәм йырынға төшкән дә әлеге эт ашамаҫ һөйәктәрҙе йыйып маташа ине. Береһен алып ҡарай, икенсеһен.
Баҫмаға килеп еткәс, таныным мин уны. Ҡалабыҙҙың төр­лө ерендә соҡонорға яратҡан үҙешмәкәр археолог Бәҙрет­динов әфәнде ул. Берәүҙәр уны «гений» тип күтәрә, икен­селәр «иҫәр» тип кенә көлә. Мин сәләм бирҙем. Ул башын­дағы беретын батырыбыраҡ кейҙе лә, кем менәндер бәхә­се­н дауам итте. «Вәт, һеҙ, әфән­деләр, боронғо бабалары­быҙ ҡырағай буйволды биш мең йылдар элек ҡулға эйә­ләш­тергән, тип иҫбат­лап мата­ша­һығыҙ. Ә мин, һы­йыр ун мең йыл элек ҡулға эйәләштерел­гән йорт хайуаны, тим. Ямғыр йыуып ер аҫтынан сығарылған был һөйәктәр – минең теория­ның дәлиле. Спектраль анализ ғына үткә­рәһе бар…»
Өндәшмәнем, юлымда булдым. Әйҙә, үткәрһен һуң…

 

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: