+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ят планета сере

(Моңһоу фельетон) Уның, томанлы ят планета тотҡонлоғонан ҡо­толоп, ҡапыл ғына Ерҙә пәйҙә булыуына баштағы мәлдә бер нисә кеше генә иғтибар итте. Ҡалған­дары был хаҡта ишетһәләр ҙә, булмаҫ, ул бөткән әҙәм бит инде, тинеләр.

Ят планета сере
Ят планета сере

Был хәлгә ул башта үҙе лә ышанмай торҙо. Өнөммө был, төшөммө, тип, байтаҡ ваҡыт аптырап йөрөнө. Аптырарлыҡ ине лә шул: яңы донъя, яңы мөнәсәбәттәр, кешеләр менән бөтөнләй икенсе төрлө элемтә...
Ҡоштар ҡалай матур һайрай, сәскәләр ҡалай гүзәл икән Ерҙә! Урамда – йылмайып һөйләшеүсе шат күңелле кешеләр. Әгәр ҙә элекке, йәғни томанлы планеталағы ҡиәфәтендә йөрөгән булһа, уға сәләм биреүсе лә булмаҫ ине. Ярай әле, ҡәҙимге әҙәм ҡиәфәтенә кире ҡайтты. Хәҙер иҫкә төшөрөүе лә оят: элек йән аҫраған томанлы планетала уны һанға һуғыусы ла юҡ ине бит. “Хайуан һин!” – ти торғайнылар. Юҡҡа ғына түгел, быға сәбәп тә бар ине шул: дүрт аяҡлап, хатта шыуышып йөрөгән саҡтары аҙ булдымы ни?! Ҡайһы йүнәлештә атлағанын, ҡайҙа барғанын үҙе лә белмәйенсә күпме сәфәр ҡылды?! Тирә-яҡ – тәүлек әйләнәһенә тотош томан. Йорттар, ағастар, йылға-күлдәр – бөтәһе лә томан эсендә ине. Башында ла, әйтерһең дә, мейе түгел, ҡуйы томан. Был то­ман таралған саҡтар бик һирәк була тор­ғайны. Етмәһә, бөтә нәмә лә ниндәйҙер аңлашылмаған, күрер күҙгә бик йәмһеҙ төҫтә – ни һоро түгел, ни ҡара түгел. Ерҙәге йәйғорға хас күп төҫлөлөк томанлы планета өсөн ят күренеш ине. Тәүге ләйсән ямғыр яуғаны ла, аҡрын ғына күбәләкләп ҡар бөртөктәре төш­кәне лә, йомшаҡ ҡына наҙлап елдәр иҫкәне лә, алтынға мансылған көҙгө урман да – береһе лә күҙгә салынмай, береһе лә тойолмай ине.
Ә бит ул йәшәгән планета элек томанлы тү­­гел ине. Ул бер нисә урында йәшәп, бер ни­­сә урында эшләп ҡараны. Ҡайҙа эшләгәнен дә бик томанлы ғына хәтерләй ине. Башын томан ҡаплағанға ҡәҙәр арыу ғына белгес булып иҫәпләнә ине. Башлы ине. Заводта эшләгән сағында хатта етештереүсәнлекте арттыра торған яңы эш ысулы ла тәҡдим итте. Уны хөрмәт итәләр, уның менән иҫәпләшәләр ине. Өйҙә лә бөтәһе лә тәртиптә ине. Китаптар йыйып, арыу ғына китапхана булдырғайны. Китап уҡырға ярата ине сөнки. Дуҫтары ла бихисап ине... Хәйер, ул саҡта был планета томанлы түгел ине шул. Көтмәгәндә, томанлы планеталағы иң мәкерле януар – зәһәрле Йәшел йылан урап алып, харап итте уны. Ә ул нәмәкәй, бер урап алһа, тиҙ генә ысҡындыра торғандарҙан түгел икән. Уның күҙҙәрен генә түгел, аҡылын да томан томаланы. Үҙе кеүек үк Йәшел йылан ихтыярына бирелгән әшнә­ләре менән генә йәм тапты ул. Дуҫтары уны маҡтап, шәп кеше һин, тип, күккә күтәрә тор­ғайны. Ул хәҙер үҙешмәкәр концерттарҙа тү­гел, аулаҡ мөйөштәрҙә ойошторолған мәж­лестәрҙә йыр һуҙа башланы. Аша ла эс, уйна ла көл, беҙ ерҙә ҡунаҡ ҡына, тип йырлай торғайны әшнәләренә ҡушылып. Күп тә үтмәне, эшен ташларға булды ул. Төкөр донъя­һына, эшләп кем байыған, тип йыуаттылар уны әшнәләре. Унда-бында һуғылып йөрөй торғас, ул шабашниктар ҡәбиләһенә барып юлыҡты... Бәхетһеҙлегенә ҡаршы, был планетала томан торған һайын нығыраҡ ҡуйыр­ғандай тойолдо. Йәшәүҙең йәме китте, мәғә­нәһе юғалды. Йыйып әйткәндә, күрмәгәнен күрҙе, ишетмәгәнен ишетте ул томанлы планетала.
Башта әйтеүебеҙсә, уның Ерҙә пәйҙә булыуын башта бер нисә кеше генә шәйләп алды. Әмәлгә ҡалғандай, уға бик уңған, бик сибәр, бик аҡыллы ҡатын тап булды. Элекке бисәһе, йәғни томанлы планетала тороп ҡал­ғаны, төҫө-башы менән әлегеһенә ике там­сы һыу кеүек оҡшаһа ла, холҡо – ер менән күк араһы ине. Һуңлап, төн уртаһында ҡайтып инһәң дә тиргәй, башың ауыртып, ахылдап, тора алмай ятһаң да тиргәй, эштән ҡыуып сығарһалар ҙа тиргәй, сығармаһалар, ниңә шул йүнһеҙҙе һаман тотаһығыҙ, тип, баш­лыҡтарҙы тиргәй торғайны. Эйе, донъяға һыймаған нәмә ине, холоҡһоҙ ине, уҫал ине. Бер-ике көн ҡуна ҡайтмаһаң, аҙна буйы йәнде игәй ине. Былай булмай, айырылышабыҙ, судҡа бирәм, ти башлағайны хатта... Ә был ҡатыны – алтын! Йылмайып ҡаршы ала, уңыштар теләп эшкә оҙатып ҡала. Тәмле аштар бешерә. Был ҡатынына үҙе лә һәйбәт ҡарай ул. Эштән ваҡытында ҡайта, өй эш­тәренә булыша, байрам һайын бүләктәр бирергә лә онотмай...
Ул томанлы ят планета тотҡонлоғонан ҡотолоп, ҡайтанан ошо Ергә, үҙенсә әйтһәк, Яҡты планетаға килеп эләгеүенә шатланып бөтә алмай. Беренсенән, әле генә иҫкә алыуыбыҙса, бик шәп ҡатынға юлыҡты. Икенсенән, эштәре гөрләп бара башланы. Томанлы планеталағы кеүек, уны хәҙер әрләмәйҙәр, ғибрәт итеп һөйләмәйҙәр. Киреһенсә, маҡтап телгә алалар, премиялар бирәләр, башҡаларға үрнәк итеп ҡуялар.
Үҙе йәшәгән ҡаланың матурлығына һоҡла­нып бөтә алмай ул хәҙер. Ҡатыны менән бер­гәләп театрға, музейға, паркка, башҡа мәҙәни урындарға бара, китапханала ултыра, ситтән тороп юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә...
Ысын дуҫтар тапты ул. Томанлы плане­талағы кеүек, эшеңә ҡул һелтә, беҙҙе күңел асыуҙар көтә, тип ҡотортоп тормайҙар. Ауыр саҡта ярҙам итергә әҙерҙәр.
Шулай итеп, томанлы планета уның өсөн ят планетаға әйләнде. “Кем һуң ул был томанлы планета вәкиле?” – тиерһегеҙ. Ярай, хәҙер серҙе сисһәк тә булалыр инде. Ул – яп-ябай кеше, ошо уҡ Ерҙең кешеһе. Хикмәт шунда: ул бары тик... эсеүен ташланы. Эскән сағында уға Ерҙәге бөтә нәмә лә, бөтә кешеләр ҙә, хатта ҡатыны ла сит-ят булып күренде. Шуға күрә томанлы ят планетала йәшәгән кеүек хис итте үҙен...

Яйыҡбай АЙЫҠБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: