

Шифер һорап, әллә нисә ҡат барҙы ул колхоз рәйесенә – эш кешеһенең уны ҡабул итергә ваҡыты булманы. Мөһимерәк мәсьәләләр бар, бабай, тип, тәртәһен кире бора торҙо. Аптырағас, бына хәҙер Баҡтыбай бабай үҙ мәсьәләһен үҙе хәл итмәк булып, һыңғырлап баҫҡыс буйлап өй ҡыйығына үрмәләй ине.
– Һәй, Баҡтыбай, һине түрә саҡырта, килһен әле, ти. Бына, яҙыу ҙа ебәрҙе.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Баҡтыбай бабай үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай торҙо. “Әллә шифыр-фәлән бирергә булдымы икән?” – тигән йылымыс фекер бүртеп сыҡты уның мейеһендә.
Ҡоро һүҙ генә булһа, ышанмаҫ та ине. Бигерәк тә – был хәбәрҙе еткергән күршеһе Әхмәтгәрәй ҡартҡа. Ғүмер буйы ыспур булдылар сөнки. Тегенең Баҡтыбайҙы төп башына ултыртыуы бик мөмкин. Тик бына ҡағыҙ...
Баҡтыбай бабай, һыҙлаған билен ыуа-ыуа, баҫҡыс буйлап кире төштө. Әхмәтгәрәй ҡарт, уны көтмәйенсә, ҡағыҙҙы солан ишегенә ҡыҫтырып киткәйне. Яҙыу танымай хәҙер Баҡтыбай – күҙҙәре йүнләп күрмәй. Шуға ул, яйлап баҫып, бысраҡ йыра-йыра, яҙыуҙы ейәненән уҡытмаҡсы булып, мәктәпкә китте. Ейәне “Ғәйнисламов Б. И. иптәш! Һеҙҙе бөгөн 14 сәғәт 12 минутта идарала көтәм. Килеүегеҙ мотлаҡ” тигән һүҙҙәрҙе уҡып күрһәткәс, Баҡтыбай бабайҙың түбәһе күккә тейҙе. Ул, өйөнә ҡайтып тормай, бар көсөнә фермаға табан атланы. Сөнки унан Ғәбделәхмәт малайы колхоз үҙәгенә һөт ташый. Шул машинаға ултырып бармаҡсы ине Баҡтыбай бабай.
Әммә ауыл менән ферма араһын үтеүҙәре, ай-һай, ауыр булды уға! Теҙҙән бысраҡ, соҡор-саҡыр, етмәһә, ике аралағы күпер йораты ла сират күперенә әйләнгән. Нисек итһә, итте, тәки килеп етте фермаға Баҡтыбай бабай. Ғәбделәхмәт малайы ҡуҙғалырға ғына тора ине, уныһы йәтеш булды былай. Тик әллә ни алыҫ китә алманылар – баттылар. Ғәбделәхмәт малайы, миңә машинаны ташлап ҡалдырырға ярамай, һин бар инде, бабай, тип, Баҡтыбай бабайҙы трактор алып килергә ебәрҙе.
Баҡтыбай бабай, һыҙлаған билен ыуа-ыуа, кире ауылға табан йүнәлде. Әммә тракторсы Туңҡеүәт, ләх иҫереп, кабинала йоҡлап ята ине. Баҡтыбай бабайға, тегене һөйрәп төшөрөп, тракторға үҙе ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ни тиһәң дә, ғүмер буйы тракторҙа эшләп бинсиәгә сыҡҡан кеше бит әле ул.
Бына шулай, һөт машинаһын тарттырып, килеп етте ул колхоз үҙәгенә. Рәйес бүлмәһе алдында уның кеүек биш-алты ҡарт-ҡоро сират көтә ине.
– Кем бәслитнәй? – тине Баҡтыбай бабай.
– Бәслитнәй булырға яҙмаһын! – тип элеп алды уны Бибишәфиә ҡарсыҡ. – Бына, берсидәтел үҙе саҡыртҡан бит әле, бәслитнәй булһаҡ, иҫе китмәҫ ине. Басутыбыҙ бар тигән һүҙ был, белгең килһә!
Сәркәтип ҡыҙ сираты еткәндәрҙе берәм-берәм саҡыра торҙо.
– Бәрҙоғол ауылынан – Һарыбалова Маһиҡәмәр!..
– Ҡаранай ауылынан – Йәнбиргәнов Хөббихан!..
– Борсаҡлы ауылынан – Ниәтбаев Хәсрәтулла!..
Баҡтыбай бабайға сират тиҙ етте. Сөнки кергән кеше бер-ике минуттан артыҡ тотҡарланмай ине. “Һай, маладис беҙҙең берсидәтел, мәсьәләне ҡалай йәһәт хәл итә!” – тип, һөйөнә-һөйөнә килеп инде Баҡтыбай бабай бүлмәгә.
– Ултыр, бабай, – тине рәйес, алдындағы ниндәйҙер исемлекте ҡарай-ҡарай. – Шәп кеше һин! Фамилияң нисек әле?
– Ғәйнисламов Баҡтыбай булам, балам.
– Хәлең нисек, Ғәйнисламов Баҡтыбай бабай?
– Аллаға шөкөр, һәйбәт кенә, – тип яуапланы Баҡтыбай бабай, һыҙлаған билен ыуа-ыуа. Кемдең шундай дәрәжәле, етмәһә, үтә миһырбанлы кеше алдында һыр биргеһе килһен инде?
– Ярай, хәлең һәйбәт булғас, бик һәйбәт! – Исемлектәге Ғәйнисламов фамилияһы йәнәшәһенә ниндәйҙер билдә яһап, “Тә-ә-ә-к, птичкә!” тип әйтеп ҡуйҙы рәйес, бик ҡәнәғәт тауыш менән. – Маладис, бабай, бынан һуң да һәйбәт йәшә!
– Нимә тинең, улым?
– Эшең бөттө, бабай. Ҡайтырға мөмкин, тим.
Баҡтыбай бабай, һыҙлаған билен ыуа-ыуа, кире сығып барғанда, рәйес йәнә телгә килде.
– Туҡта әле, сабыр ит, бабай!..
“Әһә, шифыр бирә икән!” – тип уйларға ла өлгөрмәне Баҡтыбай бабай, рәйес уның ҡулына ҡош телендәй генә ҡағыҙ тотторҙо.
– Бына, ҡайтышлай Бикләмешева Бикешбикәс әбейгә кертеп бирерһең, – тине ул. – Ҡара уны, ҡолағына киртеп ҡуй, иртәгә 16 сәғәт 24 минутта идарала булһын!..
Тракторға һөт машинаһын тағып, кире ҡайтыр юлға сыҡты Баҡтыбай бабай. Юл буйына ул баш ватты: “Нимәгә саҡыртты икән берсидәтел?”
Баш ватырлыҡ та ине шул. Бер нисә көн элек колхоз рәйесенең башынан кискән ваҡиғаны ҡайҙан белһен ул? Ҡарт-ҡоролар тураһында тейешле хәстәрлек күрмәгәне өсөн, районға саҡыртып, шелтә биргәйнеләр рәйескә...
Совет заманында булған күренеш был. Кәмит, тиһәң дә ярай. Һәр хәлдә, шундайыраҡ мөнәсәбәт ине ул саҡ ҡарт-ҡороға. Бөтә нәмә юғарынан талап иткәнсә, күрһәтмә буйынса, күп осраҡта исем өсөн генә эшләнә торғайны. Ә бөгөн? Бөгөн иһә исем өсөн булһа ла хәлен белеүсе юҡ ауыл ҡарт-ҡороһоноң. Хәйер, ҡарт-ҡоро үҙ көнөн үҙе күрә әле ул, сөнки әҙ булһа ла “бинсиәләре” килеп тора. Ә бына эш көсөндәге байтаҡ ир-ат, ҡатын ҡыҙ эшһеҙ ултыра, йәштәр йылдан-йыл йылдамыраҡ ситкә һыпыра... Ауылда Баҡтыбай бабай, Бикешбикәс әбей кеүектәр генә ҡалып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы идараға саҡыртыусы юҡ хәҙер. “ Сәүкә” өсөн булһа ла…
Мәхмүт МӘСӘҒҮТОВ.