+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Уймаҡ хикәйәләр

Факил МЫРҘАҠАЕВ Әле керетәләр, әле сығаралар Элегерәк, ауыл ерендә магазин кәштәләрендә елдәр уйна­ған заманда, Мәүлитйән ағай бала-сағаларына кейем-һалым йүнәтмәк булып, Өфөгә кит­кән.

Уймаҡ хикәйәләрУймаҡ хикәйәләр
Уймаҡ хикәйәләр

Баш ҡалаға юл йыш төш­мәй, бер килгәндә үҙҙәренә сы­быҡ осо тейеш ҙур ғына вазифа би­ләгән ауылдашын да күр­мәк­се була. Ауылдашы эшләгән ергә барһа, тегене керетмәйҙәр икән. Бик ныҡышҡас, ҡабул итеү бүлмәһендәге ханым кем килеүен хужаһына телефон аша хәбәр иткән.
– Керетегеҙ!
Хәл-әхүәл белешеп, бер килке гәпләшкәс, ауылдашы Мәү­литйән ағайҙы кискә үҙҙәренә саҡырған.
Ҡараңғы төшкәнен көтөп, ҡала урамдарында араҡы эсеп йөрөй торғас, Мәүлитйән ағай милицияға эләккән. Ауылдан килгән генә булһа ла, теге юғалып ҡалмаған: борсаҡты бик эре ярған, мин фәлән ерҙә эшләүсе фәләндең туғаны булам, уның менән һөйләшегеҙ, тигән. Шылтыраталар.
– Сығарығыҙ!
Мәүлитйән ағай ауылға ҡат­ҡас, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, былай тип әйтә икән:
– Өфөлә аңламаҫһың, әле керетәләр, әле сығаралар.

Баһа

«Янғантау» курорты. Ҡара көҙ. Көн-төн ҡар ҡатыш ямғыр яуа.
Күҙебеҙҙе тырнап асыу ме­нән, беренсе эш итеп көн дә ир­тән утыҙлаған кеше эләгә-йы­ғыла спорт залына йүгерәбеҙ. Өҫтөнә ниңәлер аҡ халат кей­гән ҡырҡ йәштәр тирәһендәге ханым стенаға һөйәлеп гимнастика яһата. Берҙән-бер көндө ул шундай хәбәр һалды:
– Иртәгәнән башлап һеҙҙең менән башҡа инструктор шө­ғөлләнәсәк.
Ял итеүселәр шаулаша башланы.
– Борсолмағыҙ, ул да һәйбәт инструктор, үҙ эшенең оҫтаһы.
Үҙ-үҙеңә ниндәй ышаныу­сан­лыҡ! Ә бит унан берәү ҙә үҙ эшенә баһа биреүен үтенмә­не лә баһа.

Сама

Ҡатын-ҡыҙҙар көндәгесә сә­ғәт дүрт тулғас, эштәрен ташлап, сәй эсергә йыйылды. Бү­лек­тәге берҙән-бер ир-ат Ғәли­әскәр ағайҙы ла са­ҡырҙылар. Тегеһе, шуны ғына көткәндәй, сынаяғын тотоп өҫтәл янына килеп ултырҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙар хаҡтарҙың көнләп түгел, сәғәтләп артыуына, ә эш хаҡының шул килеш ҡалыуына зарланды, әҙәм­сә кейенә алмауҙарына ҡан иланы.
Әңгәмәгә Ғәлиәскәр ағай ҙа ҡушылды.
– Кейемде һаҡлап кейергә кәрәк, – тип аҡыл өйрәтте ул. – Мин үҙем, мәҫәлән, шулайтам. Былтыр ғына алған ошо кос­тюмымды өс йыл ке­йәм инде. Ҡарағыҙ әле, бе­рәй ере тау­шалғанмы, йыр­тылғанмы, кисә генә алған кеүек бит.
Ғәлиәскәр ағай күп ке­йеүҙән бәҫһеҙләнгән, ең остары ҡыры­лып бөткән пинжәгенең яурындарын һыпырып ҡуйҙы.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас