+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Мин кәләш алғанда

Уҡый-яҙа белмәү тигән нәмә бик ҡыйын ул, ҡустым. Шуның арҡаһында әҙәм көлкөһөнә ҡалған саҡтарың була. Шулай, мин 1924 йылда көҙ көнө Ғима­ли кулакта батраклыҡта тороп сыҡҡас, унан алған аҡсаға тағы ла бер аҙ ҡушып, бер ҡара айғыр һатып алдым.

Мин кәләш алғандаМин кәләш алғанда
Мин кәләш алғанда

Ана теге бригадалағы ерән ҡашҡа шу­ның тоҡомо. Бик шәп ине ул. Шу­нан күп тә тормай Ғәйния­малды урлап ҡастым.
Ғәйниямал менән, шулай, кистән күрешеп, вәғәҙәләр бирештек тә, иртә менән волосҡа барып яҙылышырға булдыҡ. Үҙең беләһең, Ғәйниямалдың әсәһе ҡыҙын миңә бирергә күнһә лә, атаһы бик ҡаршы тө­шә ине. Беҙ эште уға белгерт­мәйенсә генә, йәшерен эшләр­гә булдыҡ. Бер загсҡа яҙылып алғас, әллә ҡайҙа китмәҫе бил­дәле бит инде уның.
Таң атты, мин ҡара айғырҙы эсереп алып ҡайтып, ҡырғыс­лап тимер тәгәрмәсле йәшник арбаға ектем дә өйгә индем. Әсәйем тороп, мейескә яғырға, атайым сарығын кейергә то­тонғайны:
– Атай, әсәй, – мин әйтәм, – Ғәй­ниямал менән волосҡа барып яҙылырға булдыҡ инде. Ғәйниямалдың йәше тураһын­дағы ҡағыҙҙы өрлөктән алып бир әле, атай, – тинем.
Ғәйниямалдың метрикаһы беҙгә һаҡларға ҡуйылғайны.
Атайым өрлөккә ҡыҫтырған ҡағыҙҙарҙы алып, аҡтарып-аҡтарып ҡараны ла:
– Ошо булһа кәрәк, – тип, бер ҡағыҙҙы миңә һондо.
– Шул, шул!
Ҡағыҙҙы алып, кеҫәгә һал­дым.
Ул арала Ғәйниямал да кейенеп-яһанып килеп еткән.
Беҙ ауылды сығып, Бүре ҡаш­лағын үрләгәндә, ҡыҙарып ҡояш та сыҡты.
– Вот, Ғәйниямал, хәҙер ирле-бисәле булып торорға ла ваҡыт етте. Бөгөн барып эште бөтөрһәк, атайың башын ташҡа бәреп илаһа ла, эш уҙған булыр. Эйе бит, һылыуым, Ғәй­ниямал? – тип уны ҡосаҡла­йым.
Ғәйниямал иркәләнеп:
– Әллә ниңә күңелем ултырып бөтә алмай шул әле, – ти.
– Нишләп? Бына хәҙер барып етәбеҙ ҙә яҙылабыҙ.
Ҡара айғырҙың тире лә сыҡ­маны, беҙ волость алдына барып та туҡтаныҡ.
Беренсе нәүбәттә – беҙ. Теге яҙып тороусы:
– Ә, Шәрәфи, хәйерле бул­һын! Хәҙер никахлайбыҙ. Та­нытмаларығыҙҙы бирегеҙ! – тине.
Танытмаларҙы бирҙем. Теге, алып, бер аҙ йылмайып торҙо ла ҡысҡырып уҡый башланы:
– Ҡара айғыр, ялы һул яҡта, дүрт йәш ярымда, ҡолағы арттан ярған…
Волоста булған бөтә халыҡ шарҡылдап көлә башланы, мин оятымдан ни эшләргә белмә­йем. Ғәйниямал һыҡтай.
Атайым теге өрлөккә ҡыҫтыр­ған яҙыуҙар араһынан Ғәйния­мал танытмаһы урынына ҡара айғырҙың распискаһын биргән дә ебәргән. Мин үҙем дә бик абайламаным шул, ҡараһам, әллә белгән дә булыр инем. Ғәйниямал яҙыуы – оҙонсараҡ ҡағыҙға, ә ҡара айғыр распис­каһы дүрткелерәк ҡағыҙға яҙылғайны. Эй инәләбеҙ, эй ялынабыҙ… Ярай әле сторож бабай ярҙам итте:
– Мин беләм: Ғәйниямалдың йәше еткән уның, – ти.
Ул арала булмай, ауыл Советы председателе Тимерәй ағайым да ни эшләптер килеп инде. Ул да дөрөҫләне.
Шулай итеп, көс-хәл менән ирле-бисәле булып ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең совет кешеләре булғас, тыңланылар инде.
Әле лә районға барған һайын таныш-белештәр:
– Ҡара айғыр менән татыу ғына тораһығыҙмы? Бик сығын­ламаймы? – тип, көлөп, тәҡә­темде ҡоротоп бөтәләр.

Ғариф ҒҮМӘР.

Мин кәләш алғанда
Мин кәләш алғанда
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас