+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл

Үкенделәр

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Сатирик хикәйә) Мөстәнетдин менән Тәләфетдин ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә һә­үетемсә генә хәбәр һүткән мәлдә ҡар­шы өйҙөң тәҙрәһендә Гөлфисәне шәйләнеләр: ул рүмкә күрһәтә ине. Шунан стакан, бокал болғай башланы, шай…

ҮкенделәрҮкенделәр
Үкенделәр

Гөлфисә – шыпа яңғыҙ ҡатын. Ире эскенән үлде. Балалары булманы.
– Ҡайғы ҡаймаҡ түгел, минең күр­ше йота башлаға-а-ан… тиҙ биреш­кән хәсрәткә-ә, – тип һуҙҙы Мөстә­нет­дин.
– Бисәм әсәһенә киткәйне – тиҙ әйләнмәҫ әле. Керәйем, күршемдең күңелем күрәйем. – Мөстәнетдин алан-йолан ҡаранды.
– Туҡта! Постой! Мында мин бар бит әле, ниңә күҙеңде бәзерәйтәһең? Йәтим бисәнең хәлен буйҙаҡ ҡына нығыраҡ аңлай. Гөлфисә сигналды миңә бирә. Мине күрһә, күҙ ҡарашы үҙгәреп китә – мөлдөрәп төбәлә бит ул. Күптән өмөтләнеүен әлегәсә нисек төшөнмәнем икән? – Тәләфетдин урынынан ҡалҡынды.
– Белмәһәң, бел: ҡаршыма тап бул­һа, ниҙер уйлап, миңә лә текәлә. Матур ҡатындың ҡарашы шундай моң­һоу… Ымһынғанын ғына аңлама­ған­мын. Ах, аңра баш! – Мөстәнетдин ҡаҡ маңлайына һуғып ҡуйҙы ла, күҙҙәрен ҡаршы өйҙөң тәҙрәһенә йүнәлтеп, һүҙен дауам итте. – Һаман һуҙманланым – хәҙер үкенәм. Ә бит йыш ҡына, бигерәк тә бисәм өйҙә юҡта, күршемә керергә аяҡтарым тарта ла тора ине – саҡ сыҙай тор­ғайным. Әллә күптән тәүәккәлләр ҙә инем – ҡатыным һаҡта торған эттән былайыраҡ һағаланы шул. – Мөс­тә­нетдин дә йылдам ғына тороп баҫты.
– Ғәҙәтеңде белеп бөткән: бисәләр артынан мәңге мөстәнләнең. – Тә­ләфетдин ирендәрен бөрөштөрҙө.
– «Йыртыҡ тишектән көлә» тиҙәр. Хәстрүш, мине кәмһетәһеңме? Ә мин һине йәлләйем: ҡатын ҡосағының рәхәтен күрмәйенсә, ғүмереңде тә­ләф иттең, заяға уҙғарҙың. Байғош бит һин, Тәләфетдин, бәхетһеҙ йән! – Мөстәнетдин, ситкә боролоп, йән көскә сертләтеп төкөрҙө.
– Ярай, малай-шалайға оҡшап, юҡ-бар әйтешмәйек. Сибәр бисәгә ире үлгән көндө үк күҙем төшкәйне. Таштуғандың гүр эйәһе булғанына ике йыл тулды, ә мин Гөлфисәгә хис-тойғоларымды тойҙорманым. Ҡуйы­ныма алырға уйлайым-уйлайым да тартынам. Ниңә бөгөнгәсә икеләнеп-шикләнеп, бөжләп йөрөнөм икән. Сараһыҙҙан үҙе саҡыра. Егәрле бит ул – донъяһы етеш. Ҡасандан бирле бал-майҙа йөҙөп кенә йәшәр инем. Баҙнатһыҙлығыма үкенәм. Тағы стакан күрһәтә. Хәҙер, Гөлфисә йөрәккә­йем, күпкә түҙгәнде, әҙгә түҙ – хәҙер эргәңә килеп етәм. – Ул ҡорҙашына һауалы ҡараш ташланы. – Ярай, Мөс­тәнетдин, һау бул! – Бик дәртләнгән Тәләфетдин ҡаршылағы ҡапҡаға табан юрғаланы.
Уның артынан ҡарап ҡалған Мөс­тәнетдин тәрән көрһөндө:
– Өйләнешһәләр, ялҡау Тәләфет­дин­дең бүреһе олор инде. Ҡатынды ҡал­дырып, Гөлфисәгә йортҡа керергә ниңә элегерәк башыма килмәне икән? Әх-ти, үкендерә. Минең ҡатын ҡоторған алабайҙан арттырып абалай: һыу ташырға, картуф ҡаҙырға, утын ярырға ҡуша. Ә Гөлфисә Таш­туғанын улай ыҙалатманы. – Мөс­тәнетдин ҡарашын ҡаршы йорттан алмай, баҫҡан урынында тапанды.
…Ишек асылғанын Гөлфисә ишет­мәне шикелле: өҫтәлгә теҙелгән эреле-ваҡлы һауыт-һаба менән булашыуын белде.
– Ҡайнар сәләмдәр, сибәр бисә Гөлфисә! «Бисә» тиергә тел бармай – йәш ҡыҙҙарға тиңләрлек әле һин: матурлығың таң ҡалдыра, егәрлегең елкендерә, ҡараштарың ҡаушата, – тип тәтелдәне Тәләфетдин.
– Ә-ә, ағай, һин икәнһең. Ҡайһылай һүҙгә оҫтаһың. – Гөлфисә тотлоҡто: «Эшкә лә шулай шәп булһаң икән»,– тип саҡ әйтмәне.
– Көн итмешең бөтөн – ғәләмәт хәлле йәшәйһең икән.
– Туған-тыумасаларым да шулай ти. Таштуған баҡыйлыҡҡа күскәс, донъям ҡотайҙы. Йәмәғәтемде «йә­шел йылан» ҡосағынан айырырға айҡалаштым-талаштым: араҡыны ташлата алманым. Бахырҡай ҡара гүр ҡуйынына кергәнсе бар тапҡан-таянғанымды тамағына оҙатты ла торҙо. – Хужабикә хәбәрен икенсегә борҙо. – Баҙнатһыҙ балаға оҡшап, ниңә ишек төбөндә тораһың? Уҙ, ултыр, йомошоңдо әйт, ағай.
Тәләфетдин ҡыйыуланды, йәһәт кенә түргә үтте. Ул арала Гөлфисә, тәҙ­рәгә табан боролоп, ҡулындағы стаканды өҫкә күтәрҙе лә иғтибар менән төбөн ҡарарға тотондо.
– Үҙең әйт йомошоңдо, ҡул болғап, ниңә саҡырҙың? – Тәләфетдин мут йылмайҙы ла өҫтәл өҫтөнә теҙелгән эреле-ваҡлы һауыттарҙы күҙҙән үткәрҙе. – Нимә эшләйһең?
– Гөл үҫентеләрен тикшерәм. Әллә йылылыҡ, әллә яҡтылыҡ етешмәй: күбеһенең тамыры мандымаған. Бигерәк яратам шуларҙы – мыныһы миләүшә, мыныһы яран, мыныһы…
Тәләфетдин түҙмәне, Гөлфисәнең һүҙен бүлдерҙе:
– Ә ниңә тамырҙы тәҙрәгә ҡарап тикшерәһең?
– Яҡтыла яҡшыраҡ күренә. Мынауы тамсы гөлдөң генә тамыры арыуы­раҡ. Йомошоңдо әйт, ағай. – Хужа­би­кә бокал-стакандарҙан күҙен алманы.
«Елле егет»тең кинәнестәре кинәт кәмене, кәүҙәһе кесерәйҙе. Әммә ниңә килеүенең сәбәбен үҙгәртеп ебәрергә көсө етте:
– Ни… Мөстәнетдиндең эсе боша – ҡәйнәһе сирләй икән. «Яртыһы ул­тырһа, үтескә биреп торһон» тип, мине кереткәйне.
– Өйҙә араҡы тотмайым мин, ағай! Һеҙҙе һуҡмыш сағығыҙҙа осратһам: «Быларҙы ла «йәшел йылан» быуып үлтерер инде» тип, ҡурҡып ҡарайым. Бөтәшкән күҙҙәрегеҙҙе, шешенгән йөҙөгөҙҙө шөбһәләнеп күҙәтәм. Әжәле еткән әҙәмдең төҫө үҙгәрә, күҙ нуры бөтә. Кем үлһә лә йәл. – Гөлфисә түгелеп иларға тотондо.
Тәләфетдиндең кәйефе китте. Өмөттәре өҙөлһә лә: «Форсаты сыҡ­ҡанда ҡосаҡлап үбәйем әле, йыуат­ҡан булайым. Тере йән бит, бәлки, әүрәр…» тип уйланы ла ҡатынҡайға ынтылды. Тик ибәтәйһеҙ үрелде – пинжәк салғыйына эләгеп, өҫтәлдәге стакандар иҙәнгә төшөп китте. Көтөл­мәгән хәлгә һеңгәҙәгән Тәләфетдин һиҙмәй ҙә ҡалды – гөлдәр үҫентеһенә баҫты.
– Ай, әрәм генә иттең! – Хужабикә, йәне көйгәнен һис йәшермәй, Тә­ләфетдингә текәлде. – Тфү! Эске­се­ләрҙе күрә алмайым! Бүтән аяҡ баҫ­ма тупһама! Мөстәнетдин шешә­ләшеңә әйт: араҡы эҙләп, мөстәнләп йөрөмәһен! Бар, бар, күҙемә күрен­мә!
– Биғәйбә… – Быныһы баҙанғайны, тотлоҡто. – Ул, юҡҡа өмөтләнгәненә сикһеҙ үкенеп, арты менән ишеккә сигенде, йәһәт кенә сығып китте.
«Мин, йүләр, күҙе тонған эскесене түргә саҡырам бит әле…» – үҙенең ихласлығына, эскерһеҙлегенә Гөлфи­сә лә бик үкенә ине.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас