+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Буш алмағас

Кешеһенә ҡарап беҙҙең ауылда “буш ҡыуыҡ”, “ярма купец” тиҙәр. Тәүгеһе еңел-елпе холоҡло, икенсеһе маҡтансыҡ кешегә ҡарата әйтелгән һүҙҙәр ул. “Ярма купец” тигәне лә буш урында барлыҡҡа килмәгән: элек ауылда улар байтаҡ булған, тауарын килештереп маҡтаған инде – ярма һипкәндәй тәтелдәгәндәр.

Буш алмағасБуш алмағас
Буш алмағас

Беҙҙең өйҙә “буш алмағас” тигәне йөрөй ине, ул юғарыла әйтелгән мә­ғәнәләрҙе эсенә алыу менән бер рәттән белеме менән түгел, ә байлығы һәм әҙ-мәҙ биләгән вазифаһы менән маһайырға яратыусы тигәнде лә аңлата ине.
Атайым йорт алды алма баҡсаһында эш­ләгәндә мине лә ала, өйрәтә ине. Бер саҡ ике алма ағасы эргәһенә алып килде. Берәүһе алмаларҙың ауырлығынан ботаҡтарын көйәнтәләй һығылдырып, үҙенең сатыр һымаҡ ҡултыҡ аҫтына саҡырып торғандай ипле генә баҫып тора. Икенсеһенең бер алмаһы ла юҡ, ә ботаҡтары тырпайған, битте һыҙырып алып бара. Үҙе донъяға һыйма­ғандай, ҡупырайып баҫҡан.
– Бына, ҡыҙым, кешеләр ҙә шулай: итә­ғәтле, әллә ниндәй юғары уҡыу йорттары бөтмәһә лә эске мәҙәниәте юғары булған тәрбиәле кешеләр бына ошо емешле ағастай баҫал­ҡы, инсафлы булалар. Ә белеме һай, өрөп тултырылған ҡупырыҡтар маһайырға, эре сирттерергә, төрттөрөргә шәп. Уларҙың былай ҡыланыуы эске ғәриплекте, бушлыҡты ҡаплаусы “пәрҙә” ғәләмәте, – тине атай емешһеҙ ағасҡа төртөп күрһәтеп.
Яҙмышым юлында бихисап кеше осраны: ябай ғына ҡатламдан, әммә илтифатлығы менән күңелде арбаусылар ҙа, исемдәре илгә билдәле күркәм кешеләр ҙә, зиннәтле кейемдәргә төрөнгән тар ҡарашлы бахырҙар ҙа...
Ҡалай ҙа, иңдәремә йылдар ҡулы ауырлығы баҫым һала барған һайын, атайымдың шул ваҡытта төшөндөргән сағыштырыуының тапҡырлығына хайран ҡалам.

Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.

Фото: uspeh-dacha.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас