Бурыслылар

Элеккене иҫкә төшөрөп... Совет осоронда йәшәгән, ти, йәш инженер. Өйләнгән, эш хаҡы 120 тәңкә, уны тиненә ҡәҙәр кәләшкә биреү мотлаҡ. Әммә дуҫ-иш менән һыра ла эске, тәмәке лә тартҡы килә бит әле.

БурыслыларБурыслылар
Бурыслылар

Әйләнгән һайын ҡатындан аҡса һорап булмай ҙа баһа. Инженер туҙға яҙмаған ваҡиға уйлап сығарған да уны хәләл ефетенә һөйләгән:
– Беләһеңме, мин армияла танк ваттым, хәҙер военкомат эш хаҡымдан ай һайын 20 тәңкә тотоп ҡала.
Ҡатын ирҙең хәленә ингән, ни хәл итәһең, була торған хәл.
Шулай ун йыл үткән, балалар үҫкән һайын сығымдар ҙа артҡан. Ҡатындың түҙемлеге бөткән:
– Был ни тигән эш, кеше ун йыл элек армияла яңылышҡан, шунан бирле ай һайын 20 тәңкә тотоп ҡалалар. Аңшайып ултырма, әйҙә военкоматҡа, хәлебеҙгә инерҙәр, бәлки.
Ир нисәмә йыл буйы ғаиләһен алдап килеүен танырға теләмәгән, военкоматта берәй нәмә уйлап сығарырға йыйынған. Барғандар, кабинетҡа ингәндәр, ҡатын күҙ йәштәрен түгә-түгә хәлде аңлатып биргән. Военком да төшөп ҡалғандарҙан булмаған, бүлдермәй тыңлаған да ҡатынға:
– Бер нисә минутҡа сығып тороғоҙ, ә беҙ мәсьәләне хәл итербеҙ, – тигән.
Ҡатын сығыу менән военком һикереп торған:
– Ҡәбәхәт, нисек ҡулың бара, ике балаң бар, ә һин ғаиләңдән урлайһың. Мин һыу аҫты кәмәһе өсөн 10 һум түләйем, ә һин танк өсөн 20. Был ни тигән эш? – Һуңынан баҫыла төшкән. – Ир-ат булараҡ мин һине аңлайым. Шуға күрә былай итәбеҙ. Мин һиңә справка яҙып бирәм, тик хәҙер ун тәңкә “түләйәсәкһең”, һыра менән сигаретҡа етер.
Шулай эшләгәндәр ҙә. Ир кабинеттан һөмһөрө ҡойолоп сыға. Ҡатын түҙемһеҙләнеп һәм өмөт менән һорай:
– Йә, нисек?
Ир асыуланып уның танауына ҡағыҙ төртә:
– Нисек, нисек? Бына шулай! Һөйөн! Үҙ башыңа туҙындың! Тағы ла ун тәңкә өҫтәнеләр!

Н. ОМОРҘАҠОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас