

Шәмбе көн ирен эшкә оҙатҡас, өй эргәһендәге иң ҙур баҙарға ашыҡты. Магазиндарға ваҡытты бушҡа уҙғарып барып йөрөүҙән фәтүә юҡ, кәштәләр барыбер буп-буш. Бер нисә рәтте үткәс тә, үҙе күптән хыялланған итекте тап итте. Австрияныҡы! Моделе, сифаты – тап ул күҙ алдына килтергәнсә. Итекте тотоп-тотоп ҡарағас, үҙенә кәрәк әйбергә юлығыуына төшөндө. Илле йәштәр тирәһендәге һатыусы ҡатын да йылмайып-көлөп тора. Ике ҡатын араһында һатып алынасаҡ әйбер тураһында йәнле әңгәмә ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.
– Алһаң, 300 һумға бирәм.
– Алам-алам, күптән эҙләйем. Кейеп ҡарарға яраймы?
– Ярай, әлбиттә.
Мәҙинә аяғындағы иҫке итекте һалып, яңыһын кейергә йыйынды. Ләкин ике ҡулында – ике сумка, ҡамасаулайҙар.
– Бына ошонда ҡуйып тор, үҙем күҙ-ҡолаҡ булырмын, – тип тәҡдим итте һатыусы. Мәҙинә сумкаларының береһен ергә ҡуйҙы ла, икенсеһен һатыусыға бирҙе.
– Мин итекте кейеп ҡарағансы тотоп ҡына тороғоҙ әле, эсендә – аҡса. Баҙар тулы бур тип һөйләйҙәр, йә сәлдерерҙәр.
Сумканы ышаныслы ҡулдарға тапшырғас, Мәҙинә, тынысланып, ситкәрәк китте лә итекте кейеп ҡараны.
– Тап үҙемдеке!
Боролоп ҡараһа, саҡ һуштан яҙып йығылманы: һатыусынан да, сумканан да елдәр иҫкәйне! Мәҙинә тотош баҙарҙы бер нисә тапҡыр урап сыҡһа ла “мөләйем” һатыусыны тапманы. Күҙ йәштәренә төйөлөп ҡайтып китте. “Итек ҡулдалыҡҡа ҡулда ла ул, ирем, ҡалған аҡсаны ҡайҙа ҡуйҙың, тип бәйләнһә?..”
Мәҙинә ҡурҡа-ҡурҡа ғына ишекте асҡанда ире өйҙә ине. Ул ҡатынын күргәс тә, хәйләкәр йылмайып:
– Йә, алдыңмы? – тип һораны.
– Алдым, – тине Мәҙинә ҡалтыранған тауыш менән. Үҙе уйлай һалды: “Барыһын да белә!”
– Ҡыҙыҡ, нисек алдың? Аҡса янсығыңды өҫтәлдә онотоп ҡалдырғанһың бит!
Ә. ШӘМҒОЛОВ.
Фото: users.coloringcrew.com