+1 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл

Шахматсылар шаяра

Бесәй ярҙамы менән Дмитрий Гуревич етмешенсе йылдар аҙағында Америкаға күсенеп китә һәм спорт мастерынан гроссмейстерға әүерелә. Дөрөҫ, был исемде алғанда уға... бесәй ярҙам итә!

Шахматсылар шаяраШахматсылар шаяра
Шахматсылар шаяра

Гроссмейстер исемен алыу өсөн Гуревич Цейлондан килгән халыҡ-ара мастер Веремантрос менән уйнарға тейеш була. Уйын Нью-Йорк шахмат клубтарының береһендә ойошторола. Был клубтың йәме – йөнтәҫ ике бесәй була.
Уйын башлана. Гуревичҡа бары тик еңеү кәрәк, ә позиция әллә ни шәптән түгел. Юғары шахмат титулы бына-бына ҡулдан ысҡы­нырға тора... Әммә шул саҡ теге йөнтәҫ бесәйҙәрҙең береһе Цейлон мастерының башына һикерә! Был шул ҡәҙәр көтмәгәндә була ки, теге ултырғыстан ҡолап төшә. Һушына килеп, мастер үҙ телендә һүгенә башлай, бесәйҙе хөкөмгә тарттырыу менән янай. Тамам һушына килгәс, Веремантрос уйнауын дауам итә, әммә бесәй һөжүменән һуң иғтибарын туплай алмай һәм мат ала... Шулай итеп, бесәй Гуревичты гроссмейстер яһай.

Ҡунаҡсыл хужа

Болгариялағы Габрово ҡалаһы донъя юмористарының Мәккәһе иҫәпләнә. Бында йәшәүселәр уйлап сығарған көлкөлө ваҡи­ға­лар, нигеҙҙә, үҙҙәренең һаран­лы­ғы хаҡында. Бына шуларҙың береһе.
Габрово кешеһе янына шахматсы дуҫ-иштәре килә. Байтаҡ ҡына таҡта артында көс һынаш­ҡандан һуң, хужабикә иренә:
– Ҡунаҡтар йонсоно буғай, сафландырып ебәрерҙәй берәй нәмә тәҡдим ит,– ти.
– Әлбиттә! Хәҙер! – ти ир һәм... тәҙрә асып, саф һауа керетә.
Шахматсылар йөҙләп партия уйнағандан һуң, ҡунаҡсыл хужа былай ти:
– Асыҡҡанһығыҙҙыр инде, ҡәҙерле ҡунаҡтар, барығыҙ, ҡайтып ашап килегеҙ...

Мөхәббәт һәм шахмат

Бер ҡыҙ үҙенең өйөнә таныш егетен – йәш гроссмейстерҙы ҡунаҡҡа саҡыра. Һауа торошо, сәйәсәт, әҙәбиәт, сәнғәт тура­һында байтаҡ гәпләшәләр былар. Һүҙ бөтә. Ҡыҙ, егетте уңайһыҙ хәлдән сығарыу өсөн, һорай:
– Ҡыҙ менән икәүҙән-икәү генә ҡалғас, һөйләшер һүҙҙәр бөтһә, башҡа саҡта ни эшләйһең һин?
Гроссмейстер еңел һулап ҡуя һәм, кеҫә шахматы алып, бер ҡыҙыҡ позицияны өйрәнә башлай...
Римат ШАХИСЛАМОВ йыйҙы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас