+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Түрәлек таныҡлығы

Закир ӘҠБӘРОВ Уйлап-уйлап ултырам да, иҫем китә. Ул техникаһы алға китте, ул фәне... Фәндәрҙең дә бит әле математика, физика, химия кеүек ябайҙары ғына түгел, психология, социология, астрология, уфология кеүек ҡатмарлыларҙан-ҡат­мар­лы­лары.

Түрәлек таныҡлығы
Түрәлек таныҡлығы

Бына беҙ элеге­рәк тү­рәләребеҙ тураһында нисек фекер йөрөтә инек. Уларҙы бер ниндәй психо­логияға, социологияға таянмай ғына ике төркөмгә бүлә инек: йүн­ле түрә һәм әҙәм аҡтығы. Йүнле­һен алдында үлтереп, артында үлтермәй генә маҡ­тай инек тә, йүнһеҙен, алдында үлтереп маҡ­тап, артында эттән алып эткә һала инек. Билдәле, улар­ҙың йүнлеһен дә, йүнһеҙен дә күтә­реү-төшөрөү элек тә беҙҙең ҡулдан килгән эш булманы. Хәҙер ҙә... Әммә заманыбыҙ инде түрәләрҙең ҡай­һыһын ҡайһы төркөмгә индереү тураһындағы мәсьәләлә бик ҙур фәнни ҡаҙаныш­тарға өлгәште. Эйе, бик тә әһәмиәтле һығымта сығарыу өсөн ҡайһы бер һорауҙарға ғына яуап бирергә кәрәк. Һорауҙар һаны, ышанырһығыҙмы-юҡмы, ағай-эне, ун да түгел, ун ике лә түгел, теүәл ун бер. Ниңә шулай икәнлеге хаҡында ғалимдарыбыҙ үҙҙәре лә асыҡтан-асыҡ ҡына әйтеп бирәлгәне юҡ.
Хәҙер инде, һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмай, бына шул йүнһеҙ түрәне йүнһеҙ яһаған кире сифаттарҙы барлап үтәйек:
Йүнһеҙ түрә бер ҡасан да ҡул аҫтындағы ҡара халыҡты йыйып кәңәш һорамаҫ. Йыйһа ла, йыйып аҡыл ғына өйрәтер, сөнки был донъяла иң аҡыллы әҙәм – ул үҙе;
Ул бер ниндәй яңылыҡты ла хуп­ламаҫ. Хуплаһа, уны тормошҡа ашырырға кәрәк бит. Быға уның аҡылы ла, егәре лә етмәй;
Ул ҡул аҫтындағылар хәсрәтенә битараф. Бөтәһе лә түрә хәсрәте менән генә янып-көйөргә тейеш;
Ул кешене тыңлай белмәй, тың­лаған булып ҡылана ғына;
Ул, кеше иғтибарын ситкә тайпылдырыу өсөн, үҙенең ҡыҫыр ҡайғыһын һөйләй башлай;
Ул көнө-төнө шәхси мәшәҡәттәре менән мәшғүл;
Ул вәғәҙә бирә, әммә уны үтәмәҫ өсөн мең төрлө сәбәп таба;
Ул ваҡ-төйәк, юҡ-бар менән ма­уығып кисектергеһеҙ мөһим эштәрҙе артҡа күсерә белә;
Ул профессиональ әңгәмәнән, бә­хәстән төрлө хәйләләр менән ҡасыу яйын эҙләй. Ундай бәхәскә инеп үҙенең наҙанлығын күрһәтеүҙән ҡурҡа;
Ул тәнҡитте ҡабул итмәй;
Ниһайәт, йүнһеҙ түрә өҫтә тороу­сыларға ышанмай, уларға нәфрәт менән ҡарай. Ялағайланыуы менән быны һиҙҙермәй генә.
Тулдымы ун бергә кире сифаттар һаны? Фән сығарған һығымта бына шулай, ағай-эне. Хужағыҙ ошо ун бер кире сифаттың береһенә генә эйә булһа ла, уның түрә булырға хаҡы юҡ. Шәп бит, ә! Бар түрәләр өсөн дә йылына бер тапҡыр Берҙәм дәүләт имтиханы ойошторорға ла, ун бер балл йыя алғандарына түрәлек та­ныҡлығы бирергә, йыя алмаған­да­рының арт һанына тибергә генә ҡала. Гел генә ыңғай сифаттарҙан ту­ҡылып та, ун бер гонаһтың бере­һенән генә арына алмағанһың икән, хуш төшөм­лө дәрәжә, ана һиңә тиҙәк­кә ҡатҡан һәнәк!.. Әлеге һорауға яуап­тарҙы кем биреүе тураһында әйт­мәһәк тә аңлашылалыр. Эйе, һеҙҙең менән беҙ, йәғни хәйерһеҙ түрә ҡул аҫтында эшләүсе фәҡирҙәр.
Юҡ шул. Түрәләребеҙҙең түрәләре араһында бына ошо БДИ-ҙы ғәмәлгә индереү тураһында уйлап ҡына ла ҡараған кеше юҡ. Хәҙергә һәр түрә үҙенә баһаны үҙе бирә. Мәҫә­лән, беҙҙең Бушкилдинды ғына ала­йыҡ. Иманым камил: Бушкилдин бына ошо кире сифат­тар­ҙың ун бе­ре­нә генә эйә булып ҡәнә­ғәтлән­мә­гән. Иб­лис әҙәм ба­ла­һын был донъяла ниндәй этлектәргә өйрәткән, шулар­ҙың барыһын да тырышып үҙләш­тергән бәндә. Әммә ул да үҙ эшенә баһаны башҡалар биреүен көтөп ултырманы. Мәскәү игелек­леләре ебәргән йөҙ ҙә бер һораулы тестҡа яуаптарҙы бик тә шыма итеп урын­баҫарҙарынан яҙҙы­рып алды. Шул тестҡа иш итеп шир­ҡәтебеҙҙең йөҙ ҙә бер мең доллар аҡсаһын теге­ләрҙең иҫәбенә күсерҙе һәм, баш ҡалаға барып, “Илебеҙҙәге иң яҡшы йөҙ ҙә бер ширҡәттең иң яҡшы етәксеһе” исемен алып ҡайтты. Йәғни, мәҫәлән, түрәлек таныҡлығы. Ҡып-ҡыҙыл ҡатырғаға алтын хәреф­тәр менән яҙып биргәндәр!
Хужабыҙ ошо бөйөк исемгә лайыҡ булыу хөрмәтенә бик шәп банкет ойошторҙо. Һеҙгә еткергән ошо фе­керҙәрем, ағай-эне, мин фәҡире­геҙ­гә сират еткәс, түрәмде ҡайһы башынан тотоп маҡтарға тип уйланып банкетта ултырғанда башыма килгән етлегер-етлекмәҫ уйҙарым ғына.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: