+6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл

Бала саҡ хәтирәләре

Атҡаҙанған артист Ауылда мәктәптә уҡығанда радио аша ишеткән башҡорт халыҡ йырҙарын, төрлө ҡыҙыҡ-мыҙыҡ тапшырыуҙарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Спектаклдәр тапшыра башлаһалар, тын да алмай тыңларға әҙерләнеп торам.

Бала саҡ хәтирәләреБала саҡ хәтирәләре
Бала саҡ хәтирәләре

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы йырлай, тип иғлан итәләр. Әстәғафирулла, быныһына ла ат бүләк иткәндәр. Фидан Ғафаров бик шәп йырлай. Уға бер түгел, ике ат бирер инем. Нишләптер артистарға ат бирәләр, ниңә береһенә лә һыйыр бирмәйҙәр, тип аптырай торғайным. Быныһы хөр­төрәк йырланы, уға һыйыр ярамағанмы ни? Шул хәтле атты ҡайҙан алмаҡ кәрәк, тип эстән генә үҙемсә фекер йөрөтә инем.

Ырымбур ҡыҙы

Мин үҙем Башҡортостанда үҫһәм дә, Ырымбур­ҙа тыуғанмын икән. Көндәрҙең береһендә әсәйем яғынан Ырымбурҙан ҡунаҡҡа ике ҡустыһы килеп төштө. Уларҙы күргән дә, белгән дә юҡ ине. Бер нисә көн ҡунаҡ булғас, былар мине алып ҡайтабыҙ, әйҙә, тип, етмәһә ҙур тоҡ тотоп алып картуф баҡсаһы буйлап баҫтыра башланы. Русса бер һүҙ белмәһәм дә шунда: «Нет, нет, иди сам» тип үке­реп илайым. Ә тегеләр ауыҙ йыра. Үҫеп еткәс кенә эштең нимәлә икәнен белдем.

Юғалған аҡса

Берҙән-бер көндө берҙән-бер улыма кәләш тә әйттерҙек. Мин көнө буйы эштә, ә киленебеҙ декрет ялында. Күршеләр юбилей үткәрәбеҙ тип, беҙ­ҙән тәрилкәләр алып торған. Улар залдағы стен­ка эсенә күпләп өйөп ҡуйылғайны.
Күршеләр тәрилкәләрҙе йыуырға тотонған. Ҡараһалар араларынан берәр меңлектән ун мең һум аҡса килеп сыҡҡан. Ҡапыл ғына аҡса кәрәкһә, кассаға йүгергәнсе ҡул аҫтында булһын, тип, шунда тота инем.
Эштән өйгә ҡайтып инһәм, килендең ауыҙы йырылған: «Һөйөнсө, аҡса таптым!». Мин әҙерәк аптырай төштөм. Ул хәлде һөйләп бирҙе. Элегерәк кешеләр ышаныслы, ғәҙел ине шул. Белмәйем, күрмәнем, тип яуаплаһа ни эшләр инем икән? Ошонан һуң аҡсаларҙы кассала тота башланым.

Л. ИШКИЛДИЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас