+6 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл

"Күренекле" көлкөләр

Кем һин, әҙәм балаһы? Әҙәм балаһына ҡарата элек-электән күп төрлө билдәләмәләр ҡулланылған. 

"Күренекле" көлкөләр"Күренекле" көлкөләр
"Күренекле" көлкөләр

Әйтәйек, инглиз философы Р. Барнет яҙғанса, боронғо гректар өсөн кеше – барынан да элек фекер йөрөтөргә һәләтле йән эйәһе булһа, хрис­тиандар өсөн – мәңгелек рухи зат, хәҙерге заман ғалимдары өсөн – хеҙмәт ҡоралдары етеш­тереүсе зат.
Боронғо грек философы Платон иһә баштараҡ кешегә ҡыҫҡа ғына билдәләмә биргән: ике аяҡлы һәм йөнһөҙ-мамыҡһыҙ йән эйәһе. Икенсе бер философ, Диоген, бер себештең йөнөн йолҡ­ҡан да Платондың аяҡ аҫ­ты­на килтереп ташлаған.
– Бына һинең кешең! – тигән.
Шунан һуң Платон үҙ билдә­лә­­мәһенә кескәй генә төҙәтмә индергән, теүәлерәге, “киң тыр­наҡ­лы” тигән эпитет өҫтәгән.

Шағир һәм еүеш морон

Владимир Маяковский бер ваҡыт ниндәйҙер клубҡа балалар менән осрашыуға саҡырылған. Кескәйҙәр өсөн яҙылған шиғыр­ҙарын уҡығандан һуң, шағир бик белдекле ҡиәфәттә:
– Хәҙер инде миңә һорауҙар би­рә алаһығыҙ, – тигән. – Теләһә ниндәй һорауығыҙға яуап бирә алам.
Шул саҡ бер еүеш морон һи­кереп торған да:
– Аға-а-а-й, һуңынан кино буламы? – тип һорап ҡуйған.
Һуңынан ни булаһын белмәгән шағир, тәүге һорауға уҡ яуап бирә алмайынса, төртөлөп ҡал­ған.

Хикмәтле хата

Яҙыусы Борис Полевой “Правда” гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләгәндә бер заводтың оҫта ҡуллы эшсеһе, ярыш алдынғыһы тураһында очерк яҙып баҫтырған. Шартлы рәүештә “Павел Павлович тураһында” тип әйтәйек инде. Очеркта яҙыусы бер аҙ ғына фантазияға бирелеп, геройының иртән эшкә әҙерләнеүен, көҙгө алдында сәс тарауын һүрәтләгән булған.
Очерк донъя күргән көндөң иртәгеһен Павел Павлович эшкә килһә, хеҙмәттәштәре:
– Пал Палыч, ҡайҙа, тағы бер сәстәреңде тарап күрһәт әле, – тип үртәргә тотонған.
Хикмәт шунда: алдынғы эшсе тигәнебеҙ бөтөнләй пеләш икән бит! Әңгәмә ваҡытында ул баш кейемендә булғанлыҡтан, яҙыусы ул ҡәҙәреһен шәйләмәгән .

Зариф ШӘРИФУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас