

Һи-и-и-и, мин әйтәм, ерунда, бүстәк, университетта педагогиканан имтиханды “бишле”гә биргән кеше әле мин, тинем. “Ир баланы нисек тыңлатырға?” тигән темаға диссертация ла яҙҙым, тинем. Килтерегеҙ әле бында үҙен, тинем. Ә теге бала иһә килтергәнде көтмәне, атынғыста атынған еренән туп-тура миңә ырғыны. Муйынымдан ҡосаҡлап алды ла: “Задушу, сволочь! – ти. – Мин – Человек-паук, ә һин кем?” – ти. “Мин – Шварценеггер, тигән булдым”. “Әй, Шварценеггер, иҫән саҡта тай, мин һинән хәҙер кәтлит яһайым”, – ти теге.
Елкәгә менеп атланды ла, минең танауҙы тотоп:
– Был нимә? – ти.
– Танау, – тим тыныс ҡына.
– Юҡ, был нимә? – ти теге.
– Танау, – мин әйтәм, – танау.
– Юҡ, юҡ, был нимә? – тип ҡабатлай теге.
– Танау, танау! Танау ул бик кәрәкле ағза. Танау менән һауа һулайҙар, – тим.
– Ә ул һауаны ниңә һыулайҙар, ҡороғанмы ни ул һауа? – ти теге.
– Уны һулайҙар, то есть, уны һыуламайҙар... – тим.
– Һуламай ғына һыулайҙармы ни? – ти теге.
– Эйе.
– Был нәмә менәнме? – теге минең танауға ике ҡуллап йәбеште. – Был нимә һуң ул? – ти.
– Танау.
– Һыулай торған танаумы?
– Һулай торған танау. Йәғни, тын ала торған танау.
– Уныһын аңланым, – ти теге, – ә был нимә?
– Танау инде, танау, әйттем бит инде, – тим.
Алланан сабырлыҡ теләйем үҙем эстән генә. Бала тәрбиәләгәндә иң кәрәкле нәмә – сабырлыҡ, шуны онотмағыҙ, тим теге башкиҫәрҙең атаһына. Балаға һәйбәтләп аңлатырға кәрәк, ун, йөҙ, мең ҡат ҡабатларға, уның аңына барып еткәнсе ҡабатларға кәрәк, тим. Теге башкиҫәр шул һүҙҙәрҙе генә көткәндәй, йәнә үҙенекен туҡырға тотондо:
– Был нимә?
– Танау. Танау, тинем бит. Танау был, танау!..
– Был нимә? – ти теге.
– Танау был, танау! Уны морон тип тә йөрөтәләр. Борон-борон заманда, кәзә команда, һайыҫҡан сотник, өйрәк үрәтник булғанда...
Фу-у-у, алышына башланым буғай... Ярай әле теге башкиҫәр, елкәнән шыуып төшөп, бытовкаға инеп китте. Ҡотолдом, мин әйтәм, былай булғас! Аңланы, буғай, нәкәнис. Әммә ул да булманы, теге башкиҫәр швабра һөйрәп килеп сыҡты. Швабраның туҙанланып бөткән йөнлө башын минең танауға терәне лә:
– Был нимә? – ти.
– Танау, – мин әйтәм. – Эре кешегә, танауыңды күтәрмә, тип тә әйтәләр. Эреләнергә ярамай. Аңланыңмы?
Теге аңланы, буғай, швабраһын минең ҡулбашҡа эләктереп һалды ла, йәнә бытовкаға инеп китте. “Уф-ф-ф, ҡотолдом!” Шулай уйлауым булды, теге башкиҫәр бик ҙур ҡыпһыуыр тотоп килеп сыҡты. Йәнә елкәгә менеп атланды. Танауымды ҡыпһыуыр менән ҡыҫтырҙы ла:
– Был нимә? – ти.
– Әлләү! Мыр.. грын... – тип мығырланым мин.
– Маргаринмы ни? – ти теге. – Әйҙә, улайһа, кухняға шагай! – ти. Елкәнән шыуып төштө лә, газ плитәһен тоҡандырҙы.
– Эйел, – ти, – башыңды жарить будем маргарин менән, – ти. Күрәләтә башты утҡа тығып булмай бит инде, артҡа сигенә башланым. Боролһам, теге башкиҫәр крутой бизнесмен атаһының пистолетын минең танауға тоҫҡап тора!
– Суҡындырмаҫ борон плитәгә борол! – ти теге еүеш морон.
– А-а-а-а-а-а! – мин, бар көсөмә аҡырып, һанап бөтмәҫлек бүлмәләр буйлап саба башланым. – А-а-а-а-а-а!.. Үлтерәлә-ә-ә-ә-р!..
Крутой бизнесмендың телефон аша: “Психиатр иптәш! Еще один клиент готов!” тигәнен хәтерләйем, башҡаһы иҫтә түгел. Частный врач менән һүҙ берләшеп, тегеңә психтар әҙерләү менән шөғөлләнә булып сыҡты был бизнесмен. Малайын да шуға йәлеп иткән.
Бына бит ниндәй заманалар килде, туғандар! Теге башкиҫәр малай әйтмешләй, был нимә, ә?!.