

Былтырҙан Байрастың башы бимазалай, быйыл бахыр бигерәк биреште, байрамға барып баҫырмы? Был боҙолоуы башына бәлә булды, балаһын, бисәһен белмәй, балын белә, баһалай белә балды. Балаһын балалар баҡсаһына барҙыртмай. Бөтәһенә лә байлыҡ биргән, бахырға байлыҡ бирмәгән. Байрамбикәһе балаламаҡсы. Балаһы булһа, байлыҡ та булыр, Булаты, Борһаны бар, быныһы берәй Бәлхиәһе булыр, бәлки. Булыр бала бауырҙан, бәхете балаһынан булыр. Бәлки, байрамға Байрамбикәһе бәбәйләр. Бәхете булыр Байрастың. Булһын, булһын!
Рәсимә ҠОТЛОБИРҘИНА.
Фото: www.youtube.com