+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Төйөн

(Фельетон урынына) Яһалмаевты ожмахҡа ҡабул итмәнеләр.Бөтә шартын килтереп, кәрәкле яҙыуҙарҙың һәммәһен пап­ка­ларға йыйнап алып килгәйне ул. Ете быуын бабаларының тыуыуы һәм үлеме тураһындағы таныҡ­лыҡтарынан алып, ейән-ейәнсәр­ҙәренең маҡтау грамоталарына тиклем теркәгәйне.

Төйөн
Төйөн

Ә бейек бүкән биләгән ағайҙарҙың имзалары биҙәгән, нотариустан раҫлатып алынған характеристи­ка­һы ниндәй ине бит! Ожмахтың иң әҙәпле фәрештәләренә лә ундай баһа тәтемәҫ. Юҡ шул, бына шулай була тороп та, ожмах рә­хәтлектәрен татырға насип булманы Яһалмаевҡа.
Ожмах ҡапҡаһы янында дежур тороусы фәрештә:
–Ҡабул итә алмайбыҙ! Бер документың тиҫкәре яғы менән һалынған! – тип ҡырт киҫте. Ә үҙе ниндәй документ икәнен әйтмәне.
Яһалмаев, аптырағас, ожмах кәртәһенә килеп һөйәлде. Эске яҡтан ихахай ҙа михахай көлгән ғәмһеҙ тауыштар килә ине. Яһал­маев, ҡыҙыҡһынып, кәртә яры­ғына ҡапланды: “Фани донъяла әүеш-тәүеш иткән таныш-бе­лештәрҙе күреп булмаҫмы?” Ә эстә, икһеҙ-сикһеҙ ожмах диң­геҙендә, һыу сәсрәтеп хур ҡыҙ­ҙары ҡойона. Ир заттары менән парлашып йөҙгәндәре лә байтаҡ.
Яһалмаев ирекһеҙҙән иренен ялап алды. Шул ваҡыт ожмах ҡапҡаһы асылып китте. Унан, йондоҙ һанағандай күккә текә­леп, өрөп ҡабартҡандай йомро бер әҙәми зат күренде. “Ожмах мөдире түгелме һуң был? Шул үҙе булырға тейеш”, – тип уйланы Яһалмаев.
– Хөрмәтле мөдир иптәш! – тине Яһалмаев. – Һеҙҙе бер генә минутҡа мөмкинме?..
Ожмах мөдире, себен ҡыуған­дай бер хәрәкәт яһаны ла, йондоҙ һанауында булды. “Алланың үҙе түгелме икән был?! – тип шөрләп ҡуйҙы Яһалмаев. – Улай тиһәң, баш түбәһендә божраһы юҡ”.
– Хөрмәтле мөдир иптәш!..
Яуап ишетелмәне. Бер фә­рештә, миһырбанлылыҡ күрһә­теп:
– Ожмах мөдире ябай бәндә­ләрҙе йома көн төнгө сәғәт өстән дүрткә ҡәҙәр генә ҡабул итә, – тип әйтергә үҙен үҙе мәжбүр итә алды.
– Бюрократ! Туң баш! – тип нәфрәтләнде Яһалмаев эстән генә.
Йома еткәс, ул йәнә ожмах ҡапҡаһын шаҡылдатты. Билен бишкә бөгөп, фәрештәгә сәләм бирҙе. Ожмах мөдирен күрергә теләүен әйтте. Фәрештә уның ун биш томлыҡ документтарын йәнә лә бер күҙҙән кисерҙе. Унан сиратҡа теркәп ҡуйҙы:
– Рамаҙан айының һуңғы кө­нөндә, сәғәт бишкә килер­һе­геҙ.
Ожмах ҡапҡаһы Яһалмаев өсөн тағы ла ете айға бикләнде. Ваҡыт еткәс, ул йәнә фәрештәгә баш орҙо.
Фәрештә, уның документтарын энәһенән ебенәсә барлап сыҡты, Яһалмаевты баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Ботинкаларына, ниңә­лер, хәтһеҙ генә текләп ҡарап торҙо. Унан һуң ғына эскә ымланы.
Ожмах мөдире лә уның документтарын ентекләп тикшерҙе.
– Үлемең тураһындағы белеш­мәлә бер имза етмәй, ожмахҡа ҡабул итә алмайым,– тине ул аҙаҡтан.
– Ә?! – Яһалмаев телдән ҡала яҙҙы. Сөнки был имза артынан йөрөү өсөн яңынан фани донъяға күсергә кәрәк буласаҡ таһа!
– Мин былай ҙа мәйет бит инде, күреп тораһығыҙ, зинһар ошо килеш кенә ҡабул итегеҙ, – тигән һүҙҙәрҙе көскә әүәләй алды ул.
Мөдирҙә лә кешелек сифаттары үлеп бөтмәгән икән. Ул, мәр­хүм Яһалмаевты ҡыҙғанып:
– Һм... Һм... Ҡабул иткәндә инде, – тип мығырҙанып алды. Шулай икеләнеп торғанда, теге дежурный фәрештә мөдирҙең ҡолағына ниҙер бышылдап китте.
– Һм... Һм... Шулай тиһеңме? – Мөдир Яһалмаевтың ботин­каһына күҙ һалды. Фәрештә дөрөҫ әйтә: ысынлап та, Яһал­маевтың һул ботинка бауы си­селә башлағайны.
“Шик бар был әҙәмдә, шик бар. Ожмахҡа яҡын да ебәрмәҫкә кәрәк!” тигән ҡәтғи ҡарарға килде кинәт мөдир.
– Бына нимә, һин тағы ла берәй быуаттан килеп сыҡ әле. Унан күҙ күрер, – мөдир көсәнеп кенә йылмайғандай итте.
Яһалмаев йәнә ожмах кәртә­һенә барып һөйәлде. Эске яҡтан, асыуҙы килтереп, сырҡылдап көл­гән тауыштар ишетелде. Ҡа­ра әле, әй, ботинка бауын йүнләп төйнәмәгән өсөн генә ожмах хозурынан мәхрүм иттеләр түгелме һуң уны?! Яһалмаев ирекһеҙҙән хәтер төйөнөн сисеп ҡарарға мәжбүр булды. Фани донъяла сағында, түрә булып ултырғанда, үҙен Алланан бөйөк тойоп, үтенес менән килеүселәрҙе, ваҡ-төйәк­кә бәйләнеп, кире борған саҡ­тарын хәтерләне ул шул саҡ. Әҙәм ҡарғышы төшкәйне күрә­һең уға.

Хаҡмулла ХОҘАЙҒОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: