+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фәтхи аҙаштырҙы

Ҡөрьән уҡылды, амин тотол­до. Фәтхи һабантуй уҙғарыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.– Бер йыйылғанда, форсаттан файҙаланып, һабантуйын тергеҙеү хаҡында уйлашайыҡ.

Фәтхи аҙаштырҙы
Фәтхи аҙаштырҙы

Төрлө-төрлө ярыштарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн боронғоса урам буйлап әйберҙәр йыйып йөрөйөк. Шәхсән үҙем алыҫ араға йүгерә һәм был төргә яуап бирә алам.
– Исем өсөн булһа ла, – тип өҫтәне кемдер.
– Ғүмеремдә исем өсөн генә йөрөмәнем. Буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Иң мөһиме – ҡатнашыу. Студент саҡта саңғыла яман алдыра инем. – Фәтхи өҫтәл тирәләй ултырған ҡарт-ҡороға ҡараш ташланы.
– Беҙ, әлбиттә, ярышмаһаҡ та, майҙанды күтәрешербеҙ. Һандыҡ­тарыбыҙҙа бирнә өсөн элек-электән һаҡланып киленгән, хәҙер кәрәге ҡалмаған бирсәткә, ойоҡ­баш, биҙәкле таҫтамал, ашъяу­лыҡ­тарыбыҙҙы ла сығарыр­быҙ. Таҡмаҡ әйтергә лә, бейергә лә онотмағанбыҙ.
– Дөрөҫ фекер күтәрҙең, Фәт­хинур ҡорҙаш, – тип мулла ла (элекке парторг) башлаған һүҙҙе ҡеүәтләргә ашыҡты. – Ҡайҙа етте шунда таралышып йәшәгән йәш­тәргә тыуған ауылын, ата-әсәлә­рен, туғандарын иҫкә төшөрөргә лә сәбәп булыр. Әлхәмдуллаһы әғүзе биллаһи минә шайтан рәжимен, ҡайтыусылар табылыр. Ә инде ойоштороу мәшәҡәттәрен, Фәтхинур, үҙ өҫтөңә ал. Сөнки үҙеңә мәғлүм, колхоз юҡҡа сыҡҡас, бөтә булған штаты менән идараһы ла төтөнһөҙ янды...
Ҡорошишмәлә һабантуй көтөлә­сәге хаҡындағы изге хәбәр ни рәүешле таралғандыр, киҫеп кенә уны әйтеүсе табылмаҫ, ләкин эш унда түгел, иң мөһиме, байрамдың алдағы көнөндә, ҡарттарҙы хайран ҡалдырып, таралып барған ауыл урамы автомобилдәр менән тулды.
– Харап бит! Ярай кисә үлен­мәгән, юҡһа Ҡорошишмәнән ошо тиклем йүнле кеше сығыуын күр­мәй китер инек, – тип боттарын сапты ҡарт-ҡоро.
Иң мөһим мәсьәлә, әлбиттә, һабантуйҙы еренә еткереп үткәреү ине. Әҙергә-бәҙерҙәр күп ул, ә бына өҫтөнә яуаплылыҡ алыусылар бик үк тойолмай. Шуға күрә Фәтхигә йөҙөп эшләргә тура килде. Хатта ҡатыны: «Тик тормаған артта бәлә бар», – тип, иренә асыуын да белдерҙе, сөнки нигеҙҙә­рен юғалтҡан ауылдаштары тураға уның өйөнә ҡайтты.
Бер генә нәмә лә онотолмаһын, бер генә нәмә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын. Милли көрәш, бағана башына үрмәләү, тоҡ менән бәре­шеү, күҙҙәрҙе бәйләп көршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү... Бөтәһе лә булһын, бөтәһе лә шартына килтерелһен...
Һуңғы йылдарҙа ҡыҫыла төшкән әрәмә эргәһендәге уйһыулыҡ гөжләп торҙо. Төрлө ярыштарҙа көс һынашырға теләүселәр бихисап ине.
Фәтхи, етмешен ваҡлаһа ла, йүгереүселәр төркөмөн етәкләне. Йүгереүселәрҙе өс саҡрым алыҫ­лыҡтағы «Ҡарама төбө» тип йөрө­төл­гән баҫыу уртаһына алып барҙылар.
– Ошо урындан башлап ауылға ҡарай йүгерәбеҙ, – тип аңлатырға тотондо Фәтхи. – Бына аҙ ғына беленерлек һуҡмаҡ буйлап – туп-тура. Ә машина юлы урау. Элек ошонан иген ташый торғайныҡ.
– Һуҡмаҡ тигәне күренмәй бит! – тип аптыраны трусиклы егет.
– Баҫыуҙар ташланғас, юл да юғала төшкән икән шул. Әҙәмдән бейегерәк булып шайтан таяҡтары, әрем, ваҡ ағастар үҫер тип кем уйлаған. Агроном сағымда аҙ тапамағайным да бит. Ярай, егет­тәр, халыҡ көтә. Алға! – тип команда бирҙе Фәтхи. – Һабан туй­ҙа­рында элек тә ошонан йүгерә инек...
Тик ниндәй хәл? Өс сәғәт үтте – «Ҡарама төбө»нә киткән йүге­реүселәр әле булһа күренмәй!
Көн кискә ауыша төшкәс, ниһайәт, саҡ һөйрәлеп Фәтхи килеп туҡтаны.
– Йәмәғәт! Бер төркөм баҫыуҙа аҙашып ҡалды. Яҡты саҡта эҙләүҙе ойошторорға кәрәк... – тип көскә әйтте һәм хәлһеҙләнеп сиҙәмгә ауҙы.
Бөтә һабантуйҙы баҫыуға таш­ламаҡсы ине элекке баш агроном.
– Тик һыбай ғына, машиналарҙа ғына. Юғиһә аҙашыусыларҙың һаны артыуы ихтимал, – тип бите буйлап тәгәрәгән йәштәрен күрһәтмәү өсөн башын ситкә борҙо Фәтхи.
– Фәтхи ағай сүп баҫыуында улымды аҙаштырҙы! Ярҙа-а-а-м итегеҙ! – тип әсе итеп ҡысҡырҙы һәм үкһеп илай башланы бер бисә.

Мансаф ҒИЛӘЖЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: