+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бурһыҡ сыҡһа, мин сығам

Урмандың Ҡа­ра­ғайлы ура­мы­ның 15-се йортонда ғүмер иткән йәнлектәр бер көндө ишек алдын йыйыш­тырырға булды. Бил­дә­лән­гән сәғәт яҡы­найҙы, тик өмәгә сы­ғыусы кү­ренмә­не. 

Бурһыҡ сыҡһа, мин сығам
Бурһыҡ сыҡһа, мин сығам

Был ваҡытта Айыу тә­ҙрә янында урамды кү­ҙәтеп ултыра ине. 

– Бер кем дә юҡ, хатта етеҙ Терпе лә күренмәй. Ниңә миңә ашығырға? – тине ул ҡатынына.
Терпе лә үҙ фатирынан урамға күҙ һалды.
– Ҡуян да сыҡмай бит әле, уның артынан ғына сығам мин, – тип һөйләнде.
Ҡуян үҙ фатирында ҡырт киҫте:
– Бурһыҡ сыҡһа, мин сығам!
Бурһыҡ был ваҡытта диванда телевизор ҡарап ултыра ине.
– Етер, көнө-төнө телевизор ҡарау булмай, бар өмәгә сыҡ! – тине уға хәләл ефете, кухня ишегенән башын тығып.
– Сыҡмайым мин! – тине Бурһыҡ арҡа терәгән мендәрен яйлап. – Теге өмәлә лә йортта йә­­шәгән януарҙарҙың яртыһы юҡ ине. Сыҡмаҫҡа был юлы ми­нең сират.
– Ярай улай булһа. Шулай ҙа тик ятма әле. Тиҙ генә магазинға барып, көнбағыш майы алып ҡайт.
Бурһыҡ кейенде лә, сумка тотоп урамға атланы. “Әһә, береһе лә юҡ, күҙҙәренә салынмайынса ғына магазинға барып килә­йем­се”.
Әммә урамдағы һәр хәрәкәт өйҙән бик һәй­бәт күре­неп тора бит ул. Бурһыҡты күргәс, һе­пертке тотоп Ҡуян сыҡ­ты. Ҡуян артынан Терпе пәйҙә булды. Терпе сыҡҡас, Айыу күренде. Уларҙы шәйләп, баш­ҡалар йыйылды.
Бурһыҡ магазиндан ҡайтҡанда ишек алдында ҡыҙыу эш ҡайнай ине. Йыйыштырыу менән мауыҡ­ҡан йәнлектәр уны иҫкә лә алманы. Бур­һыҡ тиҙ генә фатирына шылды.
Ул үҙ эшен эшләгәйне инде – өмә күңелле ауаздар аҫтында шаулап-гөр­ләп үтте.

Илдус ТИМЕРХАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: