+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уйламай һөйләгән...

Шакир НАСИРОВ (Уймаҡ хикәйә) Кескәй малайым менән күрше ауылға баҙарға барғайным. Дуҫ-иш менән булып, һуңғараҡ ҡалған­мын. Кискә табан ғына етәкләшеп ҡайтып киттек. Юлда беҙҙе сельпо машинаһы ҡыуып етте.

Уйламай һөйләгән...
Уйламай һөйләгән...

Ай, бәхет бар икән, тип ҡулымды күтәрҙем. Теге шофер, мәлғүн, ҡыҙмаса булып алған, ахырыһы, «выжт» иттереп кенә үтте лә китте. «Ах, шулаймы, мин һине бейетермен әле, бейетермен әле иртәгә, сусҡа малай», – тип туҙып алдым. «Кемде бе­йетәһең, атай?» – тип һорай улым. «Анау сусҡаны. Шоферҙы. Тик онотмаһам ғына ярар ине», – тип ярһыным.
Иртән иртүк малайым мине уятып ята: «Атай, онотманыңмы? Бейетәһеңме?» – ти. «Ярар, ярар, онотманым», – тием.

Ә йоҡонан тороуыма инде улым: «Атайым бөгөн сусҡа шоферҙы бейетә, мәрәкә була», – тип яу һалып йөрөй. Шунан һуң көн һайын: «Бейеттеңме, атай?» – тип теңкәмә тейеп бөттө бит. Ахырҙа ҡотолайым бынан тип: «Бейеттем, бейеттем», – тинем. «Һәйбәт бейейме, атай?» – ти улым. «Йә, ташла әле, күп һөй­ләйһең», – тип бырхытып алдым.
Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән, ти бит.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: