+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әҙәбиәт үә йәмғиәт

*Оҙон буйлы кешеләр күп, Дон Ки­хот берәү генә. *Бөйөк комбинатор Остап Бен­дер иҫән булһа, ул бөгөн мотлаҡ депутат булыр ине.

Әҙәбиәт үә йәмғиәт
Әҙәбиәт үә йәмғиәт

*Сит ҡатындарҙы әүрәтеүсе Дон Жуандар йәшәгән, йәшәй һәм йә­шәйәсәк!
*“Тимур һәм уның командаһы” әҫә­ренән Тимурҙар ғына ҡалды, ко­мандалары юҡ.
*Фәстереү оҫтаһы барон Мюнхгаузен, беҙҙең заман алдаҡсы­лары менән сағыштырғанда, го­наһһыҙ сабый бала.
*Гоголдең ревизоры Хлестаков бөгөн берәй коррупционер йортона килеп эләкһә, иң бай кеше булып ҡайтып китер ине.
*Бөгөнгө байҙар – Гоголдең Плюш­­кинынан һараныраҡ.
*Туҡайҙың шүрәлеләрен бөгөн дискотекаларҙа күрергә мөмкин.
*Ғафуриҙың “Юҡтырһың ла Алла, әгәр булһаң, түҙеп тормаҫ инең был эшкә” тигән юлдарын бөгөнгө заманда көн дә ҡабатларға тура килә.
*“Хушығыҙ, хыялдарым!” Әнғәм Атнабаевтың ошо исемдәге пье­саһы, магазиндарға инеп, әйбер хаҡтарын күргән һайын иҫкә төшә.
*Бөйөк шағир үҙе хаҡында: “Ай да, Пушкин, ай да сукин сын!” – ти­­гән. Бөгөнгө бәғзе бер “әһелдәр”: “Ай да я велик, башҡалар суҡын­һын!” – ти.
*Максим Горькийҙың үҙ фамилия­һы – Пешков. Хурлай торғас, тәки уны әҙәбиәт тарихындағы “пеш­ка”ға әйләндерҙеләр.
*Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ы театр сәхнәләренән генә түгел, тормош сәхнәһенән дә төшмәй: бө­гөнгө әҙәм ҡараҡтары, байҙа­р­ҙың ҡыҙ­ҙа­рын урлай ҙа, тегеләр “ҡалым” түләһә генә кире ҡайта­ралар.
Зәйнәб Биишеваның илле алтыш йыл элек яҙылған “Кәмһетел­гән­дәр” романы һаман актуаллеген юғалтмай. Уны бигерәк тә эшһеҙ ҡалған кисәге колхозсылар һәм ҡайҙа һуғылырға белмәй ыҙа сик­кән бөгөнгө эшселәр яратып уҡый, имеш.
*Наил Ғәйетбаев пьесаларының береһен “Әстәғәфирулла!” тип атап, бөгөнгө йәмғиәттең халәтен бер һүҙ менән әйткән дә биргән.
*Абдулхаҡ Игебаев “Оран һала Ер-әсә” патетик поэмаһын бынан илле йыл элек яҙған. Бөгөнгө Рә­сәйҙең көн­сығыштағы ерҙәрен ҡытайҙар “баҫып алырын” ҡайҙан белгән тиген?
*Яныбай Хамматов: “Бөртөкләп йыйыла алтын”, – тигән. Бөртөкләп йыйылған алтынға тиң мөлкәт тоҡ­лап-ботлап Мәскәү байҙарының һандығына күсә бара түгелме?
*Аҡмулла бер быуат элек: “Уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” – тигән. Бөгөн ул: “Уҡыу өсөн аҡса кәрәк, аҡса кәрәк!” – тиер инеме икән?

Ҡәләмдәр ТӨРТМӘТЕЛЕВ,
бөйөк фәлсәфүн.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: