+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Мәскәү эсемлеге

Ельцин батша булып ал­ғас, ветерандарҙың пен­сияһы артҡас, һәр ҡай­һыһы ет­мешкә етеп барған ике ҡарт – Әбделәхмәт ме­нән Ипулай – йәшлек эҙҙәре буйлап йөрөп ҡай­та­йыҡ әле, тип, сәфәр сы­ғып кит­кәндәр.

Мәскәү эсемлеге
Мәскәү эсемлеге

Бер көндө былар Мәскәү ресторанында ултыралар икән.
– Бында кемдәр ултыр­ғанын белһендәр. Бөтә нәмә­ләрен дә эсеп бөтө­рәйек әле, Ипулай, – тип әйтә икән Әбделәхмәт.
– Эсергә икән, эсергә!.. Бөтә нәмәләрен эсеп бөтө­рә­беҙ уныһы…
Тегенеһен һорайҙар, быныһын талап итәләр. Ниһайәт, Ипулай йәнә офи­­циантҡа мөрәжә­ғәт итә:
– Беҙгә эсергә калкуля­торыңды ла килтер инде, ҡыҙым, – ти. Бындай һо­рау бер нисә тапҡыр ҡа­батлана хатта. Шунан официант баш сайҡап аптырап баҫып тора ла, ад­ми­нистраторға инеп зарлана башлай.
– Ана теге өҫтәл артында ике ҡарт сусҡа ултыра. Шулар минең калькуля­торҙы ла эсәбеҙ, тиҙәр.
Администратор эсен тотоп көлә лә былай ти:
– Ә һин аптырама, ана, горчица… Һыуға һалып шы­йыҡла ла, шуны һеҙ те­ләгән эсемлек инде был, тип, ағайҙарға тәҡдим ит!..
Ике дуҫ бокалдағы шы­йыҡ­саны алмаш-тилмәш һеме­реп ҡарайҙар.
– Яман әсе икән был нә­мәкәй. Ауыҙҙы өтөп ала! – ти Әбделәхмәт.
– Миңә лә оҡшап етмәй, – ти Ипулай.

– Тәмһеҙ булһа ла, бик файҙалылыр инде был нәмәкәй. Мәскәүҙә йүнһеҙ нәмә эсермәҫтәр, – тип йыуата Әбделәхмәт.

Рәйес РИЯНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: