+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тыныс йоҡла!

Байҙар ҙә үлә. Яңы бай­ғу­ра, үлем яҡынлашҡанын һиҙ­гәс, үҙенең берҙән-бер улын саҡырып алған. Улы килгәс, байғура уның эргәһенә йыйылған башҡа кешеләргә икеһен генә ҡалдырырға ҡушҡан.

Тыныс йоҡла!
Тыныс йоҡла!

Аңлашыла, туғандары һәм таныштары һәр береһе үҙенә өлөш көтә, васыятнамәһендә иҫкә ал­ғандыр тип ышана, нәфсе – шайтан, миллионға өмөт итеүсе­ләр ҙә аҙ түгел, сөнки байғураның иҫәбендә миллиардтар, ә егерме табип, өсөһө академик, алтыһы фәндәр докторы, ун бере фән кан­дидаты, тағы ике-өс көн булһа ла тартһын ине, тип хыяллана. Сөнки яҡшы ғына төшөм керә Хоҙай биргән һәр көндө.
Ҙур залда байғура улы менән генә ҡалған, ти. Әйтә, ти, бай­ғу­ра:
– Бына, улым, минең үлем дә килеп етте. Оҙаҡламай китәм. Ҡылған эштәрем өсөн яуап би­рергә. Ләкин был һине борсо­ма­һын. Мин яуап табырмын. Был мине артыҡ борсомай ҙа. Ки­ре­һенсә, мин һинең өсөн көйәлә­нәм, был донъяла бер үҙең ҡа­лаһың тип борсолам. Ҡыйын булыр һиңә бер үҙеңә тормош кө­төү. Бер нәмә лә эшләй бел­мәй­һең бит һин. Үҙем быға ғәйепле. Иркәләп үҫтерҙем. Ҡыйынлыҡ күр­мәһен, тинем. Бер эшкә өй­рәтмәнем. Үҙеңә ашарға ла бе­шерә белмәйһең бит һин. Нисек йәшәрһең? Шуға көйәләнәм.
– Хе, ҡартлас. Ашарға бешерә белмәйһең, имеш. Һин, старик, вообще. Был бит иң еңел эш. Бынан да еңел нәмә юҡ.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡарт­тың йөҙө яҡтырып китә. Ул һорай һала:
– Бешерә беләһеңме ни? Өйрәндеңме ни?
– Нимәһе бар, предок. Мин теләгән ризыҡ ашап үҫтем и дальше шулай буласаҡ. Билмән дә ашай алам, теләһәм, бәлеш ашайым, теләһәм, былау. Телә­һәм, алма пирогы. Нимә телә­йем, шуны ашайым.
– Ҡайҙан бешерергә өйрән­дең? Йомортҡа ҡыҙҙыра беләм, тиһәң, ғәжәпләнмәҫ инем, аш бешерә беләм, тиһәң дә артыҡ ғәжәпләнер урын юҡ. Һин бит, бәлеш бешерәм, тиһең. Бәлеште нисек бешерәләр инде? Һөйләп күрһәт.
– Был бик ғәҙәти эш, папулька. Бынан да еңел ни бар? Бәлеш ашағың килһә, старик, аш бе­шереүсеңде саҡырып алаһың да, әйтәһең. Миңә бәлеш-маҙар бешер, тиһең. Әгәр инде ҡоймаҡ теләһәң, аш бешереүсегә, ҡой­маҡ бешереп бир, тиһең.
– Ә һин өйләнеп, үҙеңә яңы йорт төҙөргә уйлаһаң, ул саҡта ни эшләрһең?
– Йорт төҙөүҙән дә еңел эш юҡ, старик. Элементарно! Башта өс гектар ер һатып алаһың. Унан архитекторҙы саҡыраһың. Миңә өс ҡатлы йорттоң һыҙымын эшләп бир, тиһең. Ул һыҙымдар­ҙы әҙерләгәс, прораб саҡыраһың да, уға әйтәһең, бына шундай һыҙым буйынса йорт төҙө, тиһең. Йорт төҙөүҙең нимәһе бар, ҡарт­лас? Унан кәрәкле мебель һатып алырға ҡушаһың да, яңы йортоңа ҡуйҙыртаһың. Шунан рәхәтләнеп йәшәй башлайһың. Бик еңел ул. Ноу проблем!
– Ә яңы йорттоң баҡсаһы булмаймы ни?
– Ни эшләп булмаһын! Баҡса­сы­ны яллайһың да, ошо ерҙә баҡса үҫтер, тиһең. Ул баҡса үҫтерә. Баҡсалы булыуҙың бер ҡыйынлығы юҡ. Старик, ҡайғыр­ма, мин йәшәй беләм ул.
– Ә сирләп китһәң? Төндә теш­тәрен һыҙлай башлаһа?
– Теш һыҙлаһамы, старик? Тоже ноу проблем. Секретарыңды саҡырып алаһың да, әйтәһең уға. Ҡаланың иң яҡшы теш врачын уятып минең янға килтер, тиһең. Донъяла йәшәүҙең бер ҡыйынлы­ғы ла юҡ, старик. Мин бөтәһен дә беләм. Бер үк хафаланма. Минең өсөн ҡайғырма. Йәшәй алам мин донъяла. Ещё как йәшәйәсәкмен. Минең уже проекттар бар. Беҙгә ҡытай повары кәрәк, массажистка-француженка кәрәк. Как-то һин упустил быларҙы, старик. Масштабно йәшәргә кәрәк донъяла. Мин ещё лучше тебя йәшәрмен. Һин ҡай­ғырма, старик! Тыныс йокла! Чао!

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: