+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Еңел эште енем һөймәй

Мәрхүм атай-әсәйем, бер ҡасан да эштең еңелен һайлама, тип өйрәттеләр. Ғүмер буйы һүҙҙәренән сыҡмайым. Балаларымды ла ауыр эшкә өйрәтәм.

Еңел эште енем һөймәй
Еңел эште енем һөймәй

Бер көн урманда ағас ауҙарабыҙ. Бысҡының бер башынан тартыусы оло улым әйтә:
– Атай, – ти, – бензопила һатып алайыҡ. Уның менән бысыу еңелерәк бит, – ти.
– Тимәк, еңелде яратаһың. Иҫеңдә тот, еүеш танау, – мәйтәм, – еңел эш­те енем һөймәй.
– Ул саҡта бысҡы тештәрен үткер­ләйек. Развод яһайыҡ, – ти.
– Әсәйең менән ҡырҡ йыл буйы разводһыҙ йәшәйбеҙ, бер ни ҙә булмаған, бысыуыңды бел!
Манма тиргә батты, тимәк, ауыр итеп эшләү килеште үҙенә. Хәҙерге йәштәр ниңә зәғиф үҫә тиһең? Еңел­дән эшләгәнгә! Бесәнде косилка менән сабалар, утынды моторлы бысҡы менән ҡырҡалар, бесән йы­йырға, эҫкерт ҡойорға тиһәң – трактор, һаҡал-мыйыҡтарына тиклем электр менән ҡыралар, тфү!
Бәрәңге алыр осор еткәс, көҙөн магазинға кергәйнем.
– Көрәк бир әле, – тимен һа­тыу­сыға, – совковыйын, бәрәңгенең бөр­­төгөң дә ерҙә ҡалдырмай тор­ға­нын.
– Һәнәк менән ҡаҙыуы күпкә еңе­лерәк бит, – ти был, махсус һәнәк тәҡдим итә.
Эй асыуымдың килеүен белһәгеҙ...
– Мотиғулла нәҫеле еңел эшкә күнекмәгән, – мәйтәм. – Үлгәндә лә, эшләп үлде тиәсәктәр. Беҙҙә салғы һаптары ла тимерҙән.
Папуас күргәнме ни, күҙҙәрен дә, ауыҙын да шар асып ҡарап ҡалды артымдан. Асмай ни, ауыр эш тип ян­ған кеше бармы ни ул хәҙерге заманда?! Бөтәһенә лә министр портфеле кәрәк бит...
Көҙгө көндәрҙең береһендә повестка килде улыма, әрмегә барырға. Киткән саҡта был:
– Атай, кеҫә телефоны аша көн дә һөйләшеп торорбоҙ, – ти.
– Һе, аҡылың алтын икән. Еңел ге­нә, ә?! Никакуй! Миколай батша заманында һалдат нисек хат яҙған булһа, һин дә көн һайын яҙып тор, йоланы боҙма... – тимен.
Кәңәшемде тотҡан, күп тә үт­мәй үҙенән хат алдым. Килештереп яҙа белгән, суҡынмыш.
«Һаумы, атай! – тигән. – Һиңә бит ярым сәләм ебәреп ҡалыусы һалдат улың, – тигән. – Центнерлап сәләм әсәйгә, еҙнәмә, еңгәмә, туғанда­ры­ма, «Орлик»ка, эт менән бесәйгә һәм башҡа хайуандарға...»
Хискә бирелеп, прәме күҙҙәремдән шатлыҡ йәштәре урғылып сыҡты. «Орлик» тигәне тура атыбыҙ була. Әле шуны оҙон арбаға егеп, сау­ҡа­лыҡҡа барҙыҡ. Күп итеп япраҡ әҙер­ләнек. Ҡайтҡанда ат тарта алмай инте­гә. Ярай, үҙем зирәк.
– Ҡарсыҡ, – мәйтәм, – йөктөң кү­тә­рә алған тиклемен арҡаға йөк­мә­йек.
– Ауырым төшмәҫме һуң? – ти, яҫ­тыҡ тиклем ҡорһағын һыпырып был.
– Ауыр күтәргәндән кеше үлмәгән. Тыуасаҡ бәпесебеҙ ҙә хеҙмәт тәмен белеп үҫһен.
Яман да күп күтәренеп саҡ арбаға менеп ултырҙыҡ. Атҡа ла еңел булып китте – юрттырып ҡына бара башланы.
Бала илаған тауышҡа тертләп киттек. Ҡараһаҡ, ҡарсығымдың итәк аҫтынан ҡармаланып яңы тыуған сабый сығып килә. Арҡаһына бер-ике ағас ботағын күтәреп алған. Үҙ ҡаным икәне әллә ҡайҙан билдәле. Ҡарсы­ғым быға исем эҙләй.
– Әллә Табылдыҡ тип ҡушабыҙмы? – ти.
– И-и, эшкинмәгән сепрәк баш! – мәйтәм. – Беренсенән, бәпесте өйгә ҡайтып, һәйбәтләп төшкө ашты ашағас, иркенләп, кешесә тапһаң ни була ине?! – тимен. – Икесенән, юлда тапҡас ни, исемде уйлап тораһы ла юҡ инде, исеме – Юлдаш.
Бер нәмә генә аптырата: ат егеп көн күрһәк тә, халыҡ араһында ниңә­лер беҙҙе «эш аттары» тимәй­ҙәр, «эш ишәктәре» тиҙәр. Үгеҙ еккән бар, ишәк еккән юҡ. Ә ниңә «ишәк» тиҙәр? Шуныһына ғына төшөнә алмайым...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: