+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һыйыр тулаһа

– Үлтерәлә-ә-ә-р! Ҡотҡарығы-ы-ы-ыҙ!..Шулай тип аҡыра-аҡыра, ҡобараһы осҡан, эске күлдәктән генә ҡалған күрше Гилзә апай атылып килеп инде. Өйҙә бер үҙем генә инем. Ҡурҡып киттем, әлбиттә. Карауат аҫтына ҡасырға тип мүкәйләй башлағайным, елкәмдән Гилзә апай эләктереп алды:

Һыйыр тулаһа
Һыйыр тулаһа

– Йәшер мине! Карам ҡыуалай! Үлтерәм, ти...
Бәләкәй булһам да, ундай хәлдәрҙе күргәнем бар ине. Эштең ниҙәлегенә тиҙ үк төшөнөп, йәһәт кенә өй баҙы ҡапҡасын астым. Гилзә апай йылт итеп шунда һикереп төштө. Ҡапҡасты ябып, күп тә үтмәне, башы-күҙе аҡайған Карам абзый килеп инде. Бер ҡулына – балта, икенсеһенә ҡайыш сыбыртҡы тотҡан.
– Ҡайҙа теге нәмәкәй?! – тине ул, сыбыртҡыһын да, балтаһын да баш осонда болғай-болғай. – Йәнен алам мин уның!
Ҡурҡышымдан телһеҙ ҡалдым. Әйтмәһәм, миңә эләгә бит инде был сыбыртҡы. Әйтһәм – Гилзә апайға. Ярай ҙа улай ғына бөтһә, ә икебеҙҙе лә үлтереп ҡуйһа?! Ҡанһыҙ тиҙәр бит уны. Кескәйҙәр түгел, өлкәндәр ҙә урап үтә уны. Алдашырға ярамағанлығын белһәм дә:
– Гилзә апай әле генә сығып йүгерҙе, – тинем. – Силсәүиткә табан, – тип тә фәстерҙем.
“Силсәүит” һүҙен ишетеү менән, Карам абзый, алдына көтмәгәндә айыу килеп сыҡҡан һунарсы кеүек, шаңҡайып ҡалды.
– Бәхете бар икән йүнһеҙҙең! – тине ул, бер аҙ тынысланғас. – Ҡана, берәй нимәгеҙ ҡалмағанмы шунда? “Берәй нимә”нең нәмә икәнен бик яҡшы беләм мин. Атайым йыш ҡына, эштән ҡайтыу менән: “Бисә, берәй нимәң юҡмы?” – ти. Шунан әсәй, атайым ҡул йыуған арала, үҙе генә белгән ерҙән теге нәмәне килтереп сығара. Шунан атайымдың кәйефе күтәрелеп китә, әсәйҙе маҡтай башлай... Әсәй белгән урынды мин дә беләм. Йәлме ни, Карам абзый алдына бер сирек әсегән бал сығарып ултырттым. Эсеп алғас, бәлки, ул да Гилзә апайҙы маҡтай башлар, татыулашырҙар, тип өмөт итәм бит инде мин балалығым менән. Әммә киреһенсә килеп сыҡты. Ике-өс ыстаканды ҡаплап ҡуйҙы ла Карам абзый тотондо зарланырға!
– Эй, энем, – ти, – һин әле бала ғына, ниндәй бәхетле һин! – ти. – Минең дә бар ине бит шундай ғәмһеҙ саҡтарым! – ти. – Ҡайҙа булдығыҙ һеҙ, ба­ла саҡтарым, йәш саҡтарым?! – ти. Күҙ йәш­тәрен һөртөп алды ла, дауам итте:
– Бер шағир әйткән, алданып бер татлы минутҡа, ғүмерлеккә керҙем мин утҡа, тигән. Минеке лә шулайыраҡ килеп сыҡты, энем. Донъяға һыймаған нәмәкәйгә эләктем! Бер нәмә лә ярамай уға. Үҙе тиҫкәре. Саҡырһаң, килмәй, ҡыуһаң, китмәй. Әйткәнде артына ла элмәй. Үҙенеке – үҙ. Бөтә тапҡанды әсәһенә ташый. Ә әсәһе-е-е-е!.. Урыҫса әйткәндә, минең түччә була инде, аждаһа, мин һиңә әйтәйем, ҡара йылан!..
Шул саҡ ҡапыл иҙән аҫтынан сәрелдәк тауыш яңғыраны:
–Ҡағылма минең әсәйгә! Һин үҙең ҡара йылан!..
Шундуҡ баҙ ҡапҡасы асылып китте һәм унан Гилзә апай атылып килеп сыҡты. Бер тоҡ картуф һөйрәп. Шул тоғо менән Карам абзыйҙың елкәһенә килтереп тә тондорҙо. Кәүҙәгә таҙа, колхоз һыйырҙарына тоҡ-тоҡ фураж ташып, сыныҡҡан апай ине ул. Карам абзый, ауыҙына ыстакан ауҙарып торған ерҙән, иҙәнгә һығылып төштө.
– Алкаш! Эт ялҡауы! Әҙәм ыстырамы! Ҡат шунда йығылып!..
Тағы нимәләр әйткәндер Гилзә апай, уныһын ишетмәнем, улар ҡыуалашып сығып йүгерҙе. Шулай ҙа Карам абзый ҡалған сирек балды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырырға өлгөрҙө.
Бындай хәлдәрҙә ауылда берҙән-бер ҡотолоу урыны булған силсәүит яғына йән-фарман сабыусы Карам абзыйҙың ер тетрәтеп аҡырғанын ғына ишетеп ҡалдым:

– Үлтерәлә-ә-ә-р! Ҡотҡарығы-ы-ы-ы-ҙ!..

Сәүбән СИБӘҒӘТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: