+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Аҙашҡан егеттәр

(Яҡут әкиәте) Борон-борон заманда ярлы бабай менән әбей вафат булғас, уларҙың өс улы тороп ҡалған, ти. Егеттәр һунар итеп көн күргән.Бер мәл өсәүләшеп урманға барғас юлдан яҙғандар, бер нисә көн аҙашып йөрөгәндәр. Шырпылары ла, саҡма­таштары ла булмаған. Усаҡ яға алмағандар, бик ныҡ асыҡҡандар.

Аҙашҡан егеттәр
Аҙашҡан егеттәр

Эңер төшкәндә урман буйында тирмә ҙурлыҡ уттың ялпылдап яныуын күреп ҡал­ғандар. Утты күргәс, бик ҡыуанғандар, туғандар унда өлкән ағайҙарын ебәргән. Яҡын килгәс, ул тирмә ҙурлыҡ усаҡ янында аҡ сәсле, аҡ һаҡаллы бабайҙың еҙ сыбыҡ менән усаҡты бутап ул­тырғанын күргән.
– Эй, бабай, утыңды беҙҙең менән бүлеш әле, – тигән егет. – Беҙ аҙаштыҡ, бик ҡыйын хәлгә тарыныҡ.
– Башта миңә ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма ҡисса һөйлә, – тип яуаплаған бабай. – Шунан ут бирермен.
Егет уға нәмә һөйләргә икән тип баш ватҡан, ләкин бер нәмә лә уйлап сығара алмаған, тотҡан да усаҡтан утлы торон­баш алып йүгергән. Әммә бабай уға оҙаҡ йүгерергә ирек бирмәгән, тотоп алып еҙ сыбыҡ менән һуҡҡан, торонбашты тартып алған. Егет был хаҡта туғандарына һөйләп биргән.
– Туҡһан йәшлек ҡарттан ут ала алмағас, юҡҡа кәпәренеп торма, – тигән туғандарҙың уртансыһы. Ағаһын шел­тәләгәс, үҙе бабай янына барған. Бабай йәнә ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма ҡисса һөйләүҙе үтенгән. Егет шым ғына утлы торонбашты эләктергән дә йүгергән. Бабай уға оҙаҡ йүгерергә ирек бир­мәгән, тотоп алып еҙ сыбыҡ менән һуҡҡан, торонбашты тартып алған. Егет башын түбән эйеп туғандары янына ҡайтҡан.
– Нисек былай була инде, егеттәр, – тигән туғандарҙың кесеһе, – һеҙ үҙе­геҙҙе кеше тип иҫәпләйһегеҙ, ә үҙегеҙ ҡартҡа ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма һөйләй алмайһығыҙ?
Ул ҡарт янына барып һораған:
– Эй, бабай, ут бир әле!
Ҡарт башта ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма һөйләргә ҡушҡан.
Егет тотлоҡмайынса ҡыйыу һөйләргә тотонған:
– Борон-борон заманда, атайым менән әсәйем тыумаҫ элек, мин еләккә барҙым, бер нисә көн аҙашып йөрөнөм, аҙаҡ йылға буйына туҡтаным. Йылғаны йөҙөп сығырға теләнем, шуға күрә ике ҡулым менән ҡолаҡтарымдан тоттом да үҙемде икенсе ярға ырғыттым. Осҡанда ҡолаҡтарым өйрәк ҡанаттары кеүек һыҙғырҙы. Йылғаның икенсе ярына осоп барып төшкәс, аяҡтарым ергә батты. Шулай ятҡанда янымдан һоро тумыртҡа осто, уның ҡойроғона тотондом, ул мине ерҙән тартып сығарҙы. Уның менән бергә остом, ул ағасҡа ултырҙы. Ағастың һынған олоно буйлап түбәнгә тәгәрәп төштөм. Шунда мине ҡарға эләктереп алды ла үҙе менән алып китте. Үҙемдең төйәгемдән дә матурыраҡ илгә барып эләктем. Унда аҙашып йөрөнөм, тыуған яҡтарыма нисек әйләнеп ҡайтырға белмәнем. Яныма бер ҡарт килеп кәңәш бирҙе:
– Һаламдарҙы бер-бер артлы теҙ ҙә, улар буйлап урта донъяға түбән төш.
Һаламдар ергә тиклем етмәне, һауала аҫылынып ҡалдым. Оса алмай инем, сөнки ҡанаттарым юҡ. Мин тундраға йылға янындағы айыуҙың өҫтөнә йығылып төштөм. Айыу ҡурҡты, үкерә-үкерә урманға сапты. Шулай итеп, һаламдар буйлап үрмәләп үҙ илемә ҡайтып еттем, кеше булып ҡалдым.
Туғандарҙың кесеһе быларҙың барыһын да ҡартҡа бәйнә-бәйнә һөйләп биргән, ҡарт бик ҡәнәғәт ҡалған, уға ут биргән.

Нимә ашайһығыҙ?

Немец рустан һорай:
– Һеҙҙә Рәсәйҙә нимә ашайҙар?
– Бөйөрөк.
– Ә ул нимә?
– Ҡамырҙағы ит.
– Ә-ә... Тағы ла нимә?
– Чебурек.
– Ә ул нимә?
– Ҡамырҙағы ит.
– Ә-ә, о`кей... Тағы ла нимә?
– Һм... Билмән...
– Ә ул нимә?
– Ҡамырҙағы ит...
– Ох... Тағы ла нимә?
– Манты...

Премия

Шотландия фирмаһы хужаһы хеҙмәткәрҙәренә:
– Быйыл һеҙ барығыҙ ҙа һәйбәт эшләнегеҙ, фирманың килеме артты. Бының өсөн һәр берегеҙ егерме фунтлыҡ чек аласаҡ. Киләһе йылда ла һәйбәт эшләһәгеҙ, мин ул чектарға ҡул ҡуясаҡмын.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: