-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Артыҡ тейәү бәләһе

Бөгөн йома булғанғамы икән, һөнәр­селек училищеһында айырыуса йәнле­лек: уҡытыусылар, мастерҙар, аҙна бөтә, иртәгә ял көндәре башлана, тип ҡыуанһа, ҡаланан һәм ауылдарҙан килеп уҡып йөрөүсе егет-ҡыҙҙар, бигерәк тә ятаҡта йәшәүселәр, өйгә ҡайтабыҙ, тип шатланышты.

Артыҡ тейәү бәләһе
Артыҡ тейәү бәләһе

Төрлө фәндәрҙән уҡытҡан ҡатындар тиҙерәк өйгә ҡайтып бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрен башҡарырға ашыҡһа, һөнәри сергә өйрәтеүсе мастерҙарҙың ҡайһы берҙәре, пятница – тяпница, тип план ҡороша ла башланы. Кисә күп тейәп ташлауҙан баштары сатнап ауыртҡан Сәғиҙулла, Тәлғәт һәм Хәбир иртәнән алып нисек кенә ауыртҡан башты төҙәтергә, тип план ҡороу өҫтөндә. Аҡса булыуын булһа, хәҙер бер аҡ башты килтерергә йүгертерҙәр ине лә ул, юҡ шул, юҡ аҡса тигән кеҫәлә оҙаҡ ятмай торған нәмәкәй.
Бындай сетерекле хәлдәрҙә хәҙер генә яйын таба торған яҡшы ойоштороусы тренер Тәлғәт: “Егеттәр, Ғиндул­ла­ның кисә ҡыҙы тыуған, киттек уны ҡыҫырға”, – тине. Ҡалғандар уны дәр­рәү хупланы. Сәғиҙулла: “Эйе, әгәр ҡыҙым тыуһа, бер ҡумта аҡ баш ултыртам, тип ауыҙ йыра ине, хәҙер ҡуймай ғына ҡараһын, ир кешенең әйткән һүҙе атҡан уҡ булырға тейеш”, – тине.
– Уның вәғәҙәһен мин дә ишеттем, – тип һүҙгә ҡушылды Хәбир, башының ауыртҡанына иғтибар бирмәҫкә тырышып.
– Киттек Ғиндулланы ҡыҫырға, сығып китһә, беҙ бөгөн уны тота алмаясаҡбыҙ, – тип йомғаҡ яһап ҡуйҙы Тәлғәт.
Дәрестәрҙе этеп-төртөп биреп бөтөргәндән һуң, һөйләшелгәнсә, ирҙәр мотоциклға тейәлешеп Ғиндулла­ның ҡапҡа алдына барып туҡтаны. Әле генә дауаханаға барып, ҡатыны һәм яңы тыуған ҡыҙына күстәнәстәр ҡал­дырған Ғиндулла дуҫтарын ҡолас йәйеп ҡаршыланы, сөнки ҡыҙы тыуғанлыҡтан, ҡыуанысының иге-сиге юҡ ине.
Бүтәндәр малай таптырғанда, Ғиндул­ла өҙөлөп ҡыҙ бала көттө, сөнки уның ике улы бар ине инде. Хатта ҡатынын “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға оҙатҡанда ул: “ Әлфинур, зинһар, ҡыҙ тап, яраймы”, – тип үтенесен белдерҙе. Әйтерһең, дауаханала һин һораған баланы тоттороп сығаралар. Ҡыҙыҡ та инде ир-ат халҡы, бөтә нәмә лә еңел генә эшләнә, тип уйлайҙар был тормошта. Ауыртыуға саҡ түҙеп ултырған ҡатынға, ахырҙа, ризалығын белдереп баш ҡағыуҙан башҡа сара ҡалманы. Шулай итеп, Ғиндулланың теләге тормошҡа ашты.
Шатлығынан ауыҙы ҡолағына еткән Ғиндулла ҡапҡа алдында торған ир­ҙәрҙе өйгә саҡырҙы. Шуны ғына көткән дуҫтар бер нисә секунд эсендә өҫтәл артына ҡунаҡланы.
– Да, брат, ҡотлайбыҙ һине, ҡот­лайбыҙ! – тине ошондай осрашыуҙарҙы оҫта һәм йәһәт кенә ойоштороусы Тәлғәт. Ҡалғандар ҙа буш ҡалмайыҡ тигәндәй: “Эйе, афаринһың да инде, әй һин, шилма малай, ювелирная работа бит был! – тип ауыҙ йырҙы. – Ике малай эргәһенә матур ғына ҡыҙ ҙа булды. Йә, булмаһа, йыуып ебәрәйек!” – тиешеп рюмка артынан рюмканы һелтәп кенә торҙолар.
Иҫке ҡурға яңынан араҡы өҫтәлгәс, ирҙәрҙең баш ауыртыуы яйлап юҡ булды, кәйеф күтәрелде, һүҙ бутҡаһы күбәйҙе. Өҫтәл артында ултырып ялыҡҡан ирҙәр тартырға ишек алдына сыҡты. Шул саҡ Ғиндулланың өй телефоны шалтыраны, баҡһаң, ҡәйнәһе шылтырата икән, унда ҡалған малай­ҙары атаһын, әсәһен таптыра. Ул күрше ауылға барырға йыйынды.
Бер килке булып алған ирҙәргә был осрашыу ҙа, ултырып алыу ҙа аҙ тойолдо. ”Әйҙә, беҙ һине мотоциклда комфорт менән генә малайҙарың эргә­һенә алып барып еткерәбеҙ”, – тип Ғиндулланы алып, улар күрше ауылға һыпыртты.
Ғиндулланы ҡәйнәһенең өйө янында төшөрөп ҡалдырғандан һуң, ҡыҙып алған ирҙәр “тяпницаны” дауам итеү теләге менән, был ауылдағы дуҫтары­нан кемде һығырға тип уйлашҡандан һуң, Дауыттың ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Ләкин ҡатынының сығып бер ҡысҡырыуынан был тирәлә күренеп кенә ҡалдылар.
Көтмәгәндә улар урам буйлап ҡайтып килеүсе Азатҡа тап булды. “Үткән аҙнала ғына улына кәләш алып туй үткәрҙе, әйҙәгеҙ әле, ҡыҫайыҡ үҙен”, – тине ойош­тороусы Тәлғәт. Азат колледжда эшләп йөрөүсе ирҙәрҙең һәр береһе менән таныш, үҙе лә ҡасандыр шул уҡыу йортон бөтөп, хәҙер ауылында фермер булып эшләй, мал үрсетә, шуға йыш ҡына колледжға йомошо ла төшөп тора: йә техника кәрәк, йә тегенеһе, йә быныһы тигәндәй. Шуға күрә юлында осраған ирҙәрҙе һыйлар өсөн өйөнән ике аҡ башты алып сыҡты, хатта закускаһы ла бар ине. Бына китте бит, әй, үҙе байрам, үҙе туй! Ирҙәр яйлап иҫерҙе, телдәр көрмәлде, һүҙ көрәш­тереү башланды.
Ирҙәрҙең ап-аруҡ булғанын күргән Азат, минән бурыс төштө, хәҙер колледжға яҡты йөҙ менән һоранып барырға ла мөмкин, ҡатын өйгә саҡыра, тип тайыу яғын ҡараны.
Иҫерешкән ирҙәр артабан ҡайҙа барғандарын, кемдәргә кереп йөрөгән­дәрен асыҡ ҡына хәтерләмәй ҙә. Тик шуныһы: килгәндә ҡап-ҡара булып ятҡан ергә ап-аҡ ҡар ятҡайны, көслө һалҡын ел дә өрә. Мотоциклға тейә­лешеп ҡуҙғалып киткән ирҙәр башта ел һыуыҡлығын да, ҡараңғы кистең һалҡынлығын да һиҙмәне. Ләкин һыуыҡ үҙ эшен эшләне. Ахыры, руль артында ултырған мыҡты кәүҙәле Сәғиҙулла үҙәккә үткән һыуыҡтан мотоциклды туҡтатырға мәжбүр булды һәм, унан төшкәс, өшөгән ҡулдарын оҙаҡ ҡына ышҡып торҙо. Саҡ ҡына айный төшкән Сәғиҙулла: “Кит, әй, был тиклем дә һалҡын булыр икән, өшөттөрҙө, түҙер­лек түгел”, – тип үҙ-үҙен һуҡҡыланы. Алпан-толпан мотоциклдан килеп төшкән ҡалған икәү бер килке иҫерек баштары менән Сәғиҙуллаға ҡарап торғандан һуң, эштең айышына бер аҙ төшөнгәс, саҡ әйләнгән телдәре менән аҡыл өйрәтергә кереште. Шулай ҙа тел сарлап тороуҙан фәтүә булмаясағын аңлап, люлькәлә генә ултырып килгән Хәбир үҙенең фуфайкаһын сисә башланы һәм: “Кей, әй, минең фуфайканы, мин все-таки эстә ултырам, ә һиңә ел һыпыра һуғып өрә шул. Мә, тот!” – тине саҡ телен әйләндереп һәм фуфайкаһын Сәғиҙул­лаға тотторҙо. Ләкин ҡалын кәүҙәле Сәғиҙуллаға ул бәләкәй булып сыҡты.
– Дауай, беҙ уға фуфайканы ел өрмәһен өсөн кире яғын әйләндереп кейҙереп ултыртайыҡ, – тип аҡыллы фекер әйтте Тәлғәт. Уның һүҙен тыңлап, фуфайканы киреһенсә кейҙереп тә ҡуйҙылар Сәғиҙуллаға.
– Төймәләрен артҡы яҡтан эләктереп булмаһа ла, не беда, зато ел ҡуйыныңа үтеп керә алмаҫ, – тине Хәбир.
Фуфайканы кейҙергәндән һуң, мотоциклды яңынан ҡабындырып, алпан-толпан ултырышып ҡайтыр юлға ҡабаттан юлландылар.
Улар ҡуҙғалып китер алдынан ғына ямғыр ҡатыш ҡар яуа башланы, күҙҙе лә асырлыҡ түгел.
Килә торғас, ни сәбәптәндер, мото­циклдың фараһы һүнде. Ҡараңғы төндә бер нәмә лә йүнләп күрмәгән Сәғиҙул­ла, газға баҫыуы булды, мотоциклдың тәгәрмәсе соҡорға төштө лә уны әйлән­дерә һуҡты. Бер ни аңғармай килгән Тәлғәт менән Хәбир ап-аруҡ ҡына осоп барып төштө, ә руль артындағы Сәғиҙулла бер-ике метр алға тәк­мәсләп, аңын юғалтты.
Тәлғәт менән Хәбир ауыртыныуҙарын да һиҙмәй килеп торғандан һуң, ерҙә тауыш-тынһыҙ ятҡан Сәғиҙулланы күреп ҡалды, ләкин уныһы тере икән­леген бер нисек тә һиҙҙертмәне.
“Үлгән” тигән уй телеп үтте иҫерек баштарҙы, фуфайкаһының төймәлә­ренең өҫтә тороуын, ә башының аҫҡа ҡарап ятыуын күргән Тәлғәт, бының бит башы икенсе яҡҡа боролған, давай, кире бороп ҡуяйыҡ, тип Сәғиҙулланың башын кире урынына бороп ҡуйырға ярҙамға Хәбирҙе саҡырҙы. Улар ултырып китер алдынан үҙҙәре үк уға фуфайканы кире яғы менән кейҙе­реүҙәрен бөтөнләй иҫтәренән сығар­ғайны.
Хәбир Сәғиҙулланың иңбашынан тотто, ә Тәлғәт уның башын көслө итеп бора ла башланы. Ҡаты ергә бәрелеп аңын юғалтҡан Сәғиҙулла шунда уҡ муйындағы ҡаты ауыртыуҙан иҫенә килде һәм ҡысҡырып һүгенә башланы. Ләкин тегеләр быға иғтибар ҙа бирмәй башты бороп маташҡан саҡта, ауыр­тыуға түҙер хәле ҡалмаған Сәғиҙулла әшнәләренең башта береһен, ә аҙаҡ икенсеһен уңға-һулға һалып осорҙо. Бер нәмә лә аңламаған ике бәндә, аптырашып бер-береһенә ҡарап, өнһөҙ ҡалды, Сәғиҙулланың кувалдалай ауыр йоҙроғоноң көсөн яңаҡтарында татыу­ҙан бер килке иҫһеҙ ултырҙы.
Ҡалған юлды мотоциклды этеп ҡайтып еттеләр.
Араҡыны күп тейәү арҡаһында Сәғиҙулланы муйынһыҙ ҡалдыра яҙған Тәлғәт, Хәбир һәм Сәғиҙулла ваҡиғаһын оҙаҡ йылдар иҫкә төшөрөр, мәрәкә итеп һөйләп иҫкә алыр булдылар ауылда.

Әнисә ФӘРРӘХОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: