+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Табип

(Элеккене иҫкә төшөрөп...) Мәктәптә уҡығанда мин баш ауыртыуынан яфаландым. Физкультура дәрестәрендә башҡа­лар урамда туп типкәндә китапханала ултырҙым. Башым йыш ауыртҡанлыҡтан, услап-услап таблеткалар ашаным. Дарыуҙар­ҙың нисек аталғанын, көнөнә күпме ҡулланырға икәнлеген яттан белә инем.  

Табип
Табип

Класташтарым сырхап китһә, медпунктҡа бармай, миңә йүгереп килеп етә һа­ла, тегеләргә нисек дауала­ныр­ға, ниндәй дарыу алырға кәңәш­тәр бирәм үҙемсә. Улар ми­не “доктор” тип йөрөттө. Мыҫ­ҡыл итеп түгел, ә шаяртып...
Ҡушаматым институтҡа ла эйәреп барҙы. I курстан һуң студенттар отряды менән ауылға һыйыр һарайы һалырға барҙыҡ. Тәүге көндә үк ҡыҙҙар менән танышып, ятаҡ алдында уйын ойош­­торҙоҡ. Һабаҡташтарым миңә өйрәнгән ғәҙәт буйынса ҡыҙҙар алдында ла “доктор” тип өндәште.
Көндәрҙең береһендә Лена исем­ле ҡыҙ киске уйынға... өлә­сәһе менән килде.
– Доктор, үлтереп башым ауыр­та, нишләргә лә белмәйем. Ярҙам итсе, балаҡайым, – тип ялбарҙы әбей миңә, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап.
“Мин ниндәй доктор булайым, ҡушаматым ғына бит ул”, – тип әйткем килһә лә, телемде теш­лә­­нем. Ана, курсташтарым да был ни эшләр икән тип шым ғы­на күҙәтә. Һынатырға ярамай. Әбей ҙә йәл, өмөтләнеп килгән дә баһа.
Тегене эскәмйәгә ултырттым да усымды маңлайына ҡуйҙым, тамыр тибешен тикшерҙем, ауы­ҙын астырып, теленә күҙ һалдым. Шунан әбейгә дарыухананан таблетка алып, ун көн буйы эсергә ҡуштым. Лена өләсәһен етәкләп ҡайтырға ҡуҙғалғас, еңел һула­ным. Тегеләр күҙҙән юғалыу менән, курсташтарым донъя яң­ғыратып көлөргә тотондо. Уларға мин дә ҡушылдым...
Бер аҙна үтте. Кискә табан эш­тән ҡайтып киләбеҙ. Ятаҡ алдында мине Лена көтөп тора ине. Йөрәгем жыу итте: “Әллә әбейгә бер-бер хәл булғанмы?” Ҡыҙ минең менән йылмайып күреште, ҡулыма бер кәрзин йомортҡа тот­­торҙо. Эсемә йылы инде: тимәк, әбей һауыҡҡан! Сиренән ҡотолмаһа, күстәнәс ебәрмәҫ ине.
Лена яңғыҙы ғына түгел ине, янында таяҡҡа таянған тағы ла бер әбей бар ине. Уныһы радикулиттан интегә икән...

Й. МАНСУРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: