+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күперҙән һикереү

(Хикәйә) Эңер ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Янда­уырға таянып, күпер аҫтынан ағыусы йылғаға моңһоу ҡарап, һәйбәт кейенгән ир тора. Көтмәгәндә ул аяғын яндауыр аша сығарҙы. Тағы ла бер секунд – күперҙән түбәнгә ташланыр ине.

Күперҙән һикереү
Күперҙән һикереү

Шунда уның янына ҡиәфәте һуҡбайға оҡшаған бысраҡ һырмалы ир килеп етте лә тегене тартып алды.
– Һеҙ, теге... Бер генә секундҡа көтөп тороғоҙ!.. – Үткенсе шөрләңкерәп әйтте. – Һеҙ, теге... батырға уйланығыҙмы ни?
– Унда һинең ни эшең бар? Юлыңда бул!
– Нисек инде “ни эшең бар?” Бар шул!.. – тип белдерҙе үткенсе һәм ирҙе диҡҡәт менән күҙҙән үткәрҙе. – Ошондай шәп күн плащ менән батаһығыҙмы? Һеҙҙең намыҫығыҙ юҡ! Был бит енәйәт! Насар... Ә бына мин ни кейгәнмен?! Биш йыл инде һырмамды һалғаным юҡ... Һеҙҙең өсөн барыбер, һеҙ биш минуттан һалҡын буласаҡһығыҙ, ә һеҙҙең мех яғалы плащығыҙ ярап ҡалыр ине. Тиҙҙән ҡыш етә!.. Бына тотоғоҙ, алмашҡа үҙемдең һырмамды бирәм. – Ул һырмаһын күҙ асып йомғансы систе. – Һырмала батыу тиҙерәк һәм уңайлыраҡ булыр... Миңә плащығыҙҙы бирегеҙ, батыусыға уның бер кәрәге лә юҡ...
Ир тауыш-тынһыҙ ғына плащын һалып, үткенсенең алдына ташланы, үҙе затлы костюмда тороп ҡалды. Үткенсе плащты кейгәс, үҙенә һоҡланып бөтә алманы.
– Плащты алдыңмы? Ә хәҙер таба­ныңды ялтырат! – тине ир яндырайланып. – Яңғыҙым ҡалғым килә минең...
– Үәт, хәҙер кешегә оҡшаным!.. – тине үткенсе ҡәнәғәтлек менән, таныш булмаған кешенең һуңғы һүҙҙәре уны һиҫкәндерҙе. – “Яңғыҙым ҡалғым килә” ни аңлата? Ошондай ботинкалар менәнме? Ботинкаларығыҙҙы ла бирегеҙ, юҡһа, сандалиҙарҙа йөрөйөм... ялан аяҡ... Нәскиҙәрегеҙ менән бергә бирегеҙ... Әтеү нәскиҙәр һыуҙа ҡыуыҡ­ланыр ҙа, бата алмай яфаланырһығыҙ...
Ир шым ғына һүгенде, шулай ҙа туфли менән нәскиҙәрен һалды, ялан аяҡ ҡалды. Көтмәгәндә кеҫә телефоны шылтыраны. Ир трубканы ҡолағына килтерҙе.
– Эйе... Бик хөрт... Эш барып сыҡ­маны... Эйе... эйе... – тине ул телефонға. – Миңә аяҡ салдылар... Эйе... Мин хәҙер муйындан бурыслы... Эйе, бәхил бул...
– Был кеҫә телефонымы ни? – тип ҡыҙыҡһынды үткенсе.
– Эйе, кеҫә телефоны...
– Уның менән һөйләшеп буламы?
– Күреп тораһың да баһа.
– Бүләк итәһегеҙме? Һеҙ хәҙер батҡан кеше тип әйтерлек, телефон менән баттығыҙ ни, телефонһыҙмы – һеҙгә барыбер...
– Ал, аферист, файҙалан. Әле счетта аҡса бар... – Ир бәйләнсек үткенсегә ҡулын һелтәне лә уға телефонын бирҙе.
– Зинһар, һеҙ ашыҡмағыҙ, батырға өлгөрөрһөгөҙ!.. – тип үтенде үтенсе. – Быға ошолай баҫырға кәрәкме?
– Эйе! – Ир екерҙе лә яндауырҙарға табан атланы, ләкин үткенсе уны матҡып тотоп алды.
– Һеҙ ҡайҙа ашығаһығыҙ?! – Ул ирҙе шелтәләне. – Миңә Вәсимә менән, элекке ҡатыным менән һөйләшергә ирек бирегеҙ. Улай ауырттырып тартмағыҙ... Еңегеҙҙе өҙәһегеҙ бит! Хәҙер пинжәк тә минеке тиерлек... Вәсимәгә бер нисә генә һүҙ әйтәм дә һеҙгә ярҙам итермен... Вәсимә, сәләм, был мин!... Кеҫә телефонынан шылтыратам... Эйе, үҙемдеке... Һәйбәт, яңы ғына ҡапыл күтәрелә башланым... Машина? Әй, ир, һеҙҙең маши­нағыҙ бармы? Улайһа, минеке лә бар... Джип, шикелле... Берәй ваҡыт инеп сығырмын әле. Ярай, пока...
– Ә һин оятһыҙ! – Ир ҡоторондо. – Бынан табаныңды ялтырат!
– Ниңә һеҙ минең боғаҙҙан алаһығыҙ? – Үткенсе үпкәләне. – Мин был яҡты донъяла һеҙ күргән һуңғы кеше... Янсығығыҙҙы өйҙә ҡалдырҙығыҙмы әллә үҙегеҙ менәнме?
– Ал да шайтаныма олаҡ!
– Бына рәхмәт! – Үтенсе ҡыуанысынан һандуғастай һайраны, тротуарҙан янсыҡты алғас, асып ҡараны. – Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе сәләмәтлектән айырма­һын!.. Теге донъяла... Мин һеҙҙе төп башына ултыртҡандар, тип аңланым... Насар... Эйе... Һеҙ унда машина тура­һында нимәлер һөйләнегеҙ... Миңә бирергә теләнегеҙ. Улайһа, бер юлы фатирығыҙҙы ла... Әгәр булһа... Шунан ғына ҡыйыу рәүештә йылға төбөнә китә алаһығыҙ. Кешелек алдындағы бурысы­ғыҙҙы үтәү тойғоһо менән! Мин һеҙҙе хатта төртөп төшөрә алам... Асҡысы­ғыҙҙы бирегеҙ...
– Ҡарале! – Ир сығырынан сыҡты. – Хәҙер мин һине... Йөҙә беләһеңме?
– Һорап тораһығыҙ тағы! Кроль буйынса мәктәп чемпионы инем.
– Бигерәк һәйбәт!.. Бына нимә? Һинең батырҙарса тырышлығың арҡаһында минең батҡым килмәй башланы... Ә бына һин, иретелгән хек, бар әле йөҙ, сафлан!..
Ир үткенсене ҡосағына алды ла күпер аша һыуға ырғытты...
Смоленск.

Сергей ЖБАНКОВ.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: