+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәшит Солтангәрәев мираҫынан

Муса ҒӘЛИТелефондан Муса Ғәлигә шылтыраттым. Мишәрсә башланым:– Саумысыз, Габдрахман Галиевич, хәлләрегез ничек?– Cаумысыз. Кем әле бу?–Танымыйсызмы ни, бу мин, Чишмәдән иде.

Рәшит Солтангәрәев мираҫынан
Рәшит Солтангәрәев мираҫынан

– Ә, Фәрит, синме ни, хәлең ничек? Кайчан килдең?
Ошо ваҡыт, ярар, оло кешене уңайһыҙ хәлгә ҡуймайым инде тип, үҙемдең кемлегемде әйттем. Ул асыуланманы, аптыраны ғына:
– Ҡара әле, минең бит слух шәп! Мин бит «Азамат»ты йырлайым. «Азамат»ты йырлаған кешенең слухы шәп була, нисек таныманым икән?
Бер нисә көндән Факиһа Туғыҙбаеваға әйттем:
– Муса ағайға шылтырат та: «Саумысыз, Габдрахман Галиевич, бу Чишмәдән Фәрит иде», – тип әйт тинем. Факиһа шулайтты.
Муса Ғәли:
– Ә-ә, шаяртма, Рәшит. Мин бит «Азамат»ты йырлайым. «Азамат»­ты йырлаған кешенең слухы шәп була.

Әмир ГӘРӘЕВ

«Ағиҙел» журналының баш редакторы, Яҙыусылар союзының партбюро секретары Әмир Гә­рәев, пенсияға сыҡҡас, баҡса­сылыҡ менән шөғөлләнә, ул ғына ла түгел, матбуғат аша һәүәҫкәр баҡсасыларға кәңәштәр бирә башланы. Шуларҙың береһе: «Нисек ҡыяр тоҙларға?»
«Ҡыярҙы тоҙлау өсөн уны бит иң башта үҫтерергә кәрәк. Ә үҫтереү өсөн сәсергә, сәсеү өсөн түтәлдәр яһап сығырға кәрәк. Түтәлдәрҙе яһағас, уға орлоҡтар төртөп ултыртаһың, ҡыяр орлоҡ­тарын. Ултыртҡас, мотлаҡ һыу һи­бергә кәрәк. Ҡоро ерҙә улар шытып сыҡмай. Шытып сыҡҡас та һибәһең әле. Ғөмүмән, ҡыярлан­ғансы, ҡыярын өҙөп алып бөтөр­гәнсе һибәһең. Ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ, ҡыяр һыу ярата, һыуһыҙ ул ҡорой.
Ҡыяр тоҙлауҙың тәртибе шулай: ағас мискәгә йә быяла һауытҡа йәшелсәне тултыраһың да шунан һыу һалаһың. Һыу һалғас, тоҙ һалырға кәрәк. Был мотлаҡ шарт. Сөнки тоҙ һалмаһаң, ҡыяр тоҙ­ланмай. Тоҙланғас инде, тәмләп ҡарайһың да ашай башлайһың».

БУЛҒАН ХӘЛДӘР

Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ

Фәрит Иҫәнғолов Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа, Марат Солтанов ГИТИС-та уҡып йөрөй. Яҡташтар осраша, күңелләнеп алалар, баштарына – фекер, күңелдәренә – дәрт, тәндәренә көс керә.
– Әйҙә, ҡыҙҙар ятағына барабыҙ! – ти береһе.
– Әйҙә!
Ҡыҙҙар ятағына буш ҡул менән барыу килешмәй, тотоп барырға кәрәк.
Хрущев заманында ла араҡы булмай интектерҙе бер осор. Етмәһә, сәғәт 12 булып килә. Мәгәр Мәскәүҙә аҡсаң бар икән, атом бомбаһы ла табып була. Былар хәйлә ҡора: гостиница швейцарҙарында була торған араҡы тигәнең, әйҙә бер сит ил кешеһе булып ҡыланабыҙ, бирмәй хәле юҡ.
– Мин кемгә оҡшағанмын? – Иҫәнғолов яҡташына ҡарай.
– Монголға инде.
– Ярар, мин – монгол илсеһе, һин минең тәржемәсе. Киттек!
Баш ҡаланың иң аҫыл гостини­ца­һына керәләр, звонокка баҫа­лар. Швейцар сыға. «Монгол илсеһе» ауыҙын ҡыйшайта биреп, телен боҙоп: «Извиняемся…» – тигән була.
– Что надо?
«Илсе»нең «тәржемәсеһе» үҙҙә­ренең кемдәр икәнен аңлата ла: «Наш любит русский водка, нет ли у вас русский водка?»
– Cколько надо?
«Илсе» «тәржемәсеһенә» баш­ҡорт­салап: «Өстө һора, өстө!» – ти. Мәскәү урыҫы өсөн башҡорт теле ни ҙә, монгол теле ни! Шул саҡ швейцар:
– Ах, анағызны себеримләр, башта ук шулай диләр аны! – татар булып сыға теге.
«Монголдар» эскә керә, өстө түгел, дүртте алалар. Метро эшләй башлағансы ултыралар, ҡыҙҙар ятағы онотола.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: