+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Законлы ҡунаҡтар

Бер саҡ унлы лампа яҡтыһы аҫ­тында киске ашты ашап ул­тырғанда, ишек шаҡы­нылар. Артынса шаҡыусы кеше­ләр үҙҙәре лә килеп инде. Былар байрамса кейенешкән Сәғиҙулла бабай менән Хәмиҙә әбей ине.

Законлы ҡунаҡтар
Законлы ҡунаҡтар

Атайҙарҙың тиңдәше булһалар ҙа, оло кешеләргә «ағай-апай», тип әйтә алмайым шул. Мин, бала кешегә, бабай ҙа әбей инде.
Инеүселәр ыһылдай-ҡыһылдай ситек тышынан кейҙерелгән калуштарын сисеп мөйөшкә ултыртты. Хәмиҙә әбей шул тирәгә ауыҙын ап-аҡ сепрәк менән ҡаплаған ниндәйҙер биҙрәне лә ҡуйҙы, ҡулын тығып миңә эсенән кәнфит алып тотторҙо.
Атайым, ғәҙәтенсә, ҡаршы барып:
– Әйҙүк, рәхим итегеҙ, – тине.
Әсәйем өлтөрәп йөрөп түр бүлмәнән ултырғыстар сығарҙы. Иҫәнлек-һаулыҡ алышыу йола­һын үтәгәс, былар ниңәлер аш өҫтәленә түгел, түр яҡҡа үттеләр. Унан бабайҙың көр генә тауыш менән:
– Ҡарсыҡ, әллә иртәрәк кил­гәнбеҙ инде, бында әле башҡа кеше күренмәй, – тигәне ишетелде.
– Ярар, саҡырылып килгәстен ней, көтөп тә торорбоҙ, – быныһы әбейе тауышы.
Беҙҙекеләр бер-береһенә ҡа­рашып алды. Тамағын ҡырып алғас, атай:
– Ни кем, ҡушаға, беҙ бөгөн берәүҙе лә саҡырырға планлаш­тырмағанбыҙ бит әле, һин яңы­лыш башҡа берәүҙәр менән бутамайһыңмы икән? – тип ки­нәйәле генә һорап ҡуйҙы. Был ҡушағаһының ҡартая башлау ғәләмәтенә – хәтерһеҙлегенә ишара ине.
Сәғиҙуллаһы ошо мәлде алдан көткән булырға кәрәк, рәхәтлә­неп бер кеткелдәп көлөп алды ла, яйлап, дәрәжәһен белеп кенә, түш кеҫәһенән бер ҡағыҙ сығар­ҙы:
– Мә, әле, ҡыҙым, һин грамотный хәҙер, беренселә уҡыйһың, ошоно уҡы әле.
Ҡағыҙҙа былай тип яҙылған ине:
“Хөрмәтле Сәғиҙулла ҡорҙаш һәм Хәмиҙә ханым! Һеҙҙе фәлән көндө, киске фәлән сәғәткә мәж­лес кисәһенә саҡырабыҙ...”
– Бабай, бында тағы ғәрәпсә яҙылған, уҡый белмәйем...
– Ярар, ҡыҙым, уныһы ололар өсөн. Буҙа ла бар, тигәнен белмә­һәң дә ярар. Тә-әк, ҡушаға, бөгөн фәлән көнмө? Шул көн. Шул сә­ғәтме? Шул. Бына ми­нутының өҫтөнә баҫып, һуңламай килдек. Законный ҡунаҡбыҙ.
Ауылыбыҙ бик ҙур беҙҙең. Ҡунаҡ саҡырыр булһалар, атайым саҡырыу ҡағыҙҙары яҙа ла миңә тоттора. Мин инде уларҙы эйәләренә тапшырып сығам.
Мостафиндар былтырғы ҡа­ғыҙ­ҙы Ҡөрьән бите араһына һа­лып, һаҡлап торғандар. Унда йылы күрһәтелмәгәс, быйыл тағы килгәндәр. Үҙ күстәнәстәре ме­нән.
Хәҙер ут күршебеҙгә инеп, хә­лен белеп сығырға ла форсат таба алмайбыҙ бит. Беҙҙең атайҙар юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып, тор­моштоң йәмен, тәмен татып йәшәй белгәндәр.
Уларҙың да донъяһы, балалары булған да баһа.

Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: