+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңы түрә

(Хикәйә) Яппаровты начальник итеп үрләттеләр. Элекке хужаны иҫке ысулдар менән эшләгәне, инициатива күрһәтмәгәне, яңылыҡҡа ынтылмағаны өсөн яратманылар. Яппаров быны бик яҡшы белә. Шуға ул үҙенә баштан уҡ шундай маҡсат ҡуйҙы: “Яңы ысул менән эшләргә! Эш стилен яңыртырға!”

Яңы түрә
Яңы түрә

...Кабинетҡа инеү менән ул пинжәген һалып, ултырғыс башына элде, түрә ҡиәфәтенә инеп, өҫтәл ситендәге бәләкәй генә кнопкаға баҫты. Бүлмәгә секретаршаһы килеп инде.
– Тыңлайым, Нәжи Нәжметдинович!
– Бына нәмә, аҡыллым, бөгөндән башлап эште яңыса ойошторабыҙ. Ә хәҙер тыңла, иң мөһим бурысың шул...
Секретарь ҡыҙ, Яппаров һөйләгәнде яҙып алғас, сығып китте.
Өс-дүрт кеше ҡабул иткәндән һуң, ишектә папка тотҡан берәү күренде.
– Инергә рөхсәтме?
– Фамилияғыҙ?
– Юҡмаев.
– Сиратта – “Ғ” хәрефе. “Ю” – бер айҙан.
– Мин бер минутҡа ғына.
Юҡмаев нимәлер әйтергә тип ауыҙын ғына асҡайны, “Ғ” фамилиялы клиент һәм секретарша килеп инде. Юҡмаев ирекһеҙҙән сығып китергә мәжбүр булды.
“Ғ”нан һуң, йыртыша-йыртыша, кабинетҡа “М” килеп инде.
– Мин иң беренсе булып килгәйнем, – тип ныҡышты ул, – һеҙ мине башта ҡабул итергә тейешһегеҙ!
Әммә Яппаров уны ла ҡырт киҫте.
– Мин яңы ысул буйынса ҡабул итәм!..
Төш етәрәк телефон шылтыраны. Звонок “юғары”нан ине.
– Эшегеҙҙе яңы ысул менән башлап ебәргәнһегеҙ икән.
– Эйе, шулайыраҡ шул, тик һеҙҙе кем тип әйтәйем?
– Район хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары.
– Һаумыһығыҙ, Солтан Ғәлиевич, үҙем дә һеҙгә шылтыратырға ултыра инем.
– Кредит, йәш ғаиләләргә ипотека мәсьәләһе буйынсамы?
– Тап үҙе.
– Беҙ ул мәсьәләне ҡарап, хакимиәттең юридик бүлеге хеҙмәткәре Юҡмаевты, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе асыҡлау өсөн, һеҙгә ебәргәйнек. Ул әле минең кабинетта ултыра.
– Кем? Кем?
– Юҡмаев, тим. Эйе, беҙ әле уйлаштыҡ та, кредитты, йәш ғаиләләргә ипотеканы һеҙҙең яңы ысул буйынса бирергә булдыҡ.
– Нисек?! Мин быйыл алырға тейеш инем дәһә! Үҙегеҙ вәғәҙә иттегеҙ!
– Сиратта – “Д”!
Яппаров ҡыҙып-ҡыҙып бының ғәҙелһеҙлек икәнен аңлатырға тотондо. Әммә теге оста уны тыңламайҙар ине инде...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: