+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бәйеле аҙмай, башҡа бәлә килмәй

Лира ӘХМӘТ-ЯҠШЫБАЕВА Гөлсирәләрҙең ишек алдындағы клумбала, тирә-яҡҡа йәм биреп, йылдың-йылы флокс гөлө сәскә ата. Килгән бер кешенең күҙе шунда төшә.

Бәйеле аҙмай, башҡа бәлә килмәй
Бәйеле аҙмай, башҡа бәлә килмәй

– Ах, ниндәй матур сәскәләр, күҙ яуын алып ултыра, – тип һоҡланып, ҡарашын шул сәскәләргә төбәй. Гөлсирә үҙе лә ярата был сәскәләрен: төрлө-төрлө ашламалар һибеп, ҡәҙерләп кенә үҫтерә. Һыуыҡ төшә башлау менән, туңып ҡуймаһын тип, тиреҫ менән ҡаплай, яҙ башынан ләйсән ямғыры һыуҙарын йыйып һибә.
Бер көндө хужабикә бесәйенең шул матур гөл төбөндә салҡан ятып аунаҡлауын күреп ҡалды. Йәне көйгән хужабикә:
– Һай, биғәләш, һиңә ошонан башҡа урын бөткәнме ни? Ана, ишек алды ниндәй иркен, бар ҙа шунда ятып тула, – тип холоҡһоҙ бесәйен клумбанан ҡыуып ебәрҙе.
Бер нисә көн үткәс, ҡараһа, баяғы бесәй тағы шул гөлдөң төбөндә ята. Флокстың сәскәләре ҡойолған, ботаҡтары һынған.
– Ах, яуыз, бөткәнме һиңә аунарға башҡа урын, – тип үткәндә әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы ла Гөлсирә, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, бәйеле аҙған бесәйен тағы гөл төбөнән ҡыуып ебәрҙе.
Был хәлгә бер нисә көн үтте. Ҡараһа, бесәйе йәнә шул гөлдөң төбөндә тулап ята. Флокстың ҡалған ботаҡтары ла һынып бөткән.
– Ниңә ошо гөлгә үсләште һуң әле был бесәй? Ҡороп ҡалғыры, гөлөмдө тамам иҙеп бөттө, – тине лә Гөлсирә шунда торған эскәмйәгә терәлеп, илап ебәрҙе. – Минең яратҡан сәскәмдең төбөнә килеп ятып туламаһаң, һиңә башҡа ер бөткәнме ни? Ана, ихата ниндәй иркен, – тип ҡабатланы ул күҙ йәштәре аша үткәндә әйткән һүҙҙәрен. – Күпме теләйһең, шулай алйотлан. Нисәмә йылдар күҙ ҡараһылай тәрбиәләп үҫтергән сәскәмдең башына еттең.
...Гөлсирә донъя көтөргә ихлас ҡатын. Бесәйенә лә яҡшы тәрбиә ҡыла. Һыйырын һауған һайын уның сеүәтәһенә йылы һөт ҡоя. Аш бешерһә, мыяулап, мыжып йөрөмәһен тип, үҙҙәренән алда бесәйен ашата. Һуңғы ваҡытта артыҡ ныҡ һимереп киткән бесәйе хатта сысҡан тотоуын да онотто. Бар белгәне аяҡ аҫтында һырпаланыу. Ит изгелек, көт яуызлыҡ, шулай булалыр инде.
Гөлсирә, мырылдап янына килгән бесәйен:
– Башҡаса минең күҙемә күренәһе булма, хәсис, – тип эргәһенән сыбыҡлап ҡыуып ебәрҙе.
Бәйеле аҙмай, башҡа бәлә килмәй, тип дөрөҫ әйтәләр. Тамам холоҡһоҙға әйләнгән бесәй бер-ике көн өй тирәһендә күренмәне.
Бер көндө көтөү ҡыуып ҡайтып килә ине, юл сатында гөл төбөндә аунарға яратҡан бесәйе ята. Үлгән. Әллә был боҙоҡтоң ашатҡан, эсергән, үҙенә тәрбиә ҡылған хужабикәһенең рәнйешен алыу башына еттеме? Әллә бәйеле аҙған йән эйәһен Аллаһ үҙе хөкөм иттеме?
Хаҡ уйланы Гөлсирә. Хатта бесәйҙәргә рәнйеш алыу килешмәй.
Аллаһ хөкөмөнән ҡурҡмайынса, кешеләр араһында ла яуызлығының аҙағы ни менән бөтөрөн уйлап тормайынса, берен-бере рәнйетеүе, бәйеле аҙып, башына бәлә алыуын беләбеҙ. Әҙәм балалары был холоҡһоҙ бесәйҙең ҡылығынан фәһем алһын ине.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: